«Зинһар, ураҙаңды туҡтатма!»

Ашҡаҙаным үлтереп яна ине. Һыуытҡысты асып ебәрһәм, унда һөттән һәм бер нисә быяла һауыт ҡайнатманан башҡа бер ни ҙә юҡ. Аш бүлмәһе шкафында икмәк кенә, уныһы ла икенсе сортлы, Жданка исемле һәүкәшебеҙ өсөн. Ҡорһағымда бер өйөр ас бүреләрҙең ҡотороп олоуын икмәк кенә баҫа алмаҫ, ахырыһы. Плитәгә күҙ һалдым, уның өҫтөндә һыуынған аш менән кәстрүл. Әммә туғыҙ йәшемдә әле мин газдан, дөрөҫөрәге, шырпынан ныҡ ҡурҡа инем әле. Бынан 3-4 сәғәт элек кенә атай-әсәйем, мине ашатып, үҙҙәре эшләгән мәктәп коллективы менән сенажға юлланғайны. Ваҡыт әллә ни күп тә уҙмаған кеүек, ә мин инде йыртҡыс ише хәтәр ныҡ асмын!
Бер нисә минут үтте. Аптырағас, һыйырға тигән арыш икмәген тығына башланым. Ашҡаҙаным баҫылырға уйламай ҙа, һаман яна. Сәбәләнә башланым: хәҙер үк ҡайнар аш ашамаһам, ошо минутта уҡ һуштан яҙам кеүек тойолдо үҙемә! Асығыуым, уның менән бергә ҡурҡыу тойғоһо ла көсәйгәндәнкөсәйҙе генә. Оҙаҡламай паника тигәнең мине туп-тура Сәйетҡоловтарҙың йортона алып китте. Верандаларына килеп инһәм,унда махсус тәмләткестәрҙең хуш еҫе таралған (Рәшиҙә апай Үзбәкстанда үҫкән һәм ял көндәрендә гел былау әҙерләй торғайны). Тәмле еҫтән башҡайым әйләнеп киткән һымаҡ, ауыҙ һыуым тағы ла шәберәк аға башланы. Ниҙер сәйнәй-сәйнәй, ҡаршыма Зөлфирә йүгереп сыҡты. Мин инде, тамам хәлһеҙләнеп, тупһа аша атлағас та уға: «Зинһар, ҡотҡар, хәҙер үләм», – тип өндәштем. Тәбиғәте менән ҡунаҡсыл,яғымлы әхирәтем мине шундуҡ өҫтәл артына ултыртты. Табындың уртаһында – әле генә мейестән алынған яняҡҡа тәмле еҫтәр аңҡытып торған ризыҡ ине.
Шулай үҙемде белгәнемдән ҡапыл асығып китә инем. Ашҡаҙанымдағы янғынды ҡайнар ризыҡ менән күп күләмдә татлы һәм ҡамырлы аштар ғына баҫа алды. Был хәл өс-дүрт сәғәт һайын ҡабатланды. Иҫ белгәнемдән, нимә ашарға йә кимерергә икән, тигән берҙән-бер уй ғына бырауланы башымды. Шулай итеп, беҙҙең йортҡа кинәт кенә тәм-томдарҙың барлыҡ запастарын ҡырып бөтөрә торған «ҡомаҡ» эйәләште. Ҡайҙа йәшерһәң дә, был ас бирән- кимереүсе йән эйәһе бар нәмәне лә әллә ҡайҙан уҡ табып йыпырып ҡуя ине. Был ғәҙәтемдән йонсоном, тип әйтә алмайым.Башлыса әсәйем ғәжәпләнде. 80-се йылдарҙа бар әйберҙәр, хатта ризыҡтар ҙа дефицит булғанда, оҙон сиратта тороп, ауыл кибетенән, нимә эләгә, шуны алып ҡайтып, кеше килеүгә сәй янына ҡуйып, ҡунаҡтың күңелен күрер өсөн алынған тәмлекәстәрҙе бер ҡомаҡҡа ғына ашатыу бик шәп түгел ине. Әсәйем шкаф-буфетты, бүлмәләрҙе аҡтара торғас, верандаға сығып та эҙләп ыҙалағаны хәтерҙә. Таба алмаһа, бер һүҙһеҙ, башын ғына сайҡап ҡуя, бахырым. Мин иһә бер ни ҙә белмәгәндәй ҡыланам, шул уҡ ваҡытта булмышымды еңеп алған бирәнлегемдән ҡыҙарып-бүртенеп, оялып бөтәм үҙем. Бер-ике көн үткәс, барыһы ла онотола, һәм «ҡабырға” аҫтындағы яныу(ҡайнау) мине яңы һөжүмдәргә этәрә ине.
Ун йәшемдә гастрит табылды. Әсәйем махсус диетаға буйынса утыҙ шешә «Красноусол» һыуын алып ҡайтып, төпсөк ҡыҙына бер ай буйына эсерҙе. Оҙаҡламай ашҡаҙан һутының артыҡ кислоталы булыуы ла нормаға килде, әммә асығыу һәм паника өйәнәктәре сигенергә уйламаны, һаман ҡабатланды. Картуфтан тыш, бөтә йәшелсәгә, еләк-емешкә битараф инем. Көндәлек рационда – тик кәнфит һәм ҡамыр аштары ғына. Был күренештең берҙән-бер ыңғай яғы – ҡамырҙан төрлө тәмлекәстәр бешерергә өйрәнеүем булғандыр. Ун йәшемдә атай-әсәйемде, үҙемде ҡоймаҡ менән һыйланым, яйлап сәк-сәккә, торт-бәлештәргә тотондом. Университетҡа уҡырға ингәс тә, «студент»тың ярлы рационына өйрәнә алмай бер булдым. Ашҡаҙандағы янғынды ваҡытлыса сникерс һәм бәрәмәстәр менән һүндерә торғайным. Ул саҡ ҡунаҡсыл апайыма ла йыш йөрөлдө, ятаҡҡа мине ул һәр ваҡыт төрлө тәм-том тултырылған пакеттар менән оҙата торғайны. Бәрәмәс үҙенекен итте: беренсе курста бер аҙ тулыланып киттем. Шулай ҙа «кимереүсе» тигән алама яғымды барыһынан да йәшерҙем, был турала яҡындарым ғына белде. Бер ваҡыт, 20 йыл элек, ниндәйҙер бер гәзиттә Ирина Понаровская тураһында баҫылған мәҡәлә күҙгә салынды. Уҡығанымдың барыһы ла иҫтә ҡалмаған. Әммә уның ҡаты диетаһына ҡағылышлы бер мәғлүмәте һаман хәтерҙә. Журналистҡа биргән интервьюһында йырсы, үҙендә, шулай уҡ әсәһе менән өләсәһендә матдәләр алмашыныуының яй барыуы һәм өсөһөнөң дә һимереүгә тартымлығы – Ленинград блокадаһының һөҙөмтәһе, тип фаразланы.
Шул саҡ ҡапыл, минең дә бирәнлегем – шул һуғыш ҡасафатынан бит! – тигән асыш яһаным үҙем өсөн! Бала һәм үҫмер сағында аслыҡ-нужаны татыған атай-әсәйемдең гендары аша миңә һеңдерелгән бит! Айҙар буйына телем икмәктән мәхрүм булған яҡындарымдың хәтирәләрен тыныс ҡына тыңлай алмай торғайным. Бер кәсә ҡаймаҡ өсөн әсәйем һигеҙ йәшендә хәлле кешеләрҙең ҙур баҡсаһын утап, күмеп сыҡҡан. Улар күргән михнәттәрҙе күҙ алдына килтереүе лә ауыр хәҙер. Шулай ҙа Аллаһу Тәғәләнең рәхим-шәфҡәте менән ашамһаҡлығымды еңдем, Аллаға шөкөр! Миңә ураҙа ярҙам итте! Шунан бирле асығыу хисе юғала башланы һәм башҡа паника тыуҙырмай. Хатта ураҙаһыҙ көндәрҙә лә эҫе аш йәки ҡапҡылар өсөн ризыҡ булмауына артыҡ хафаланмайым,түҙәм. Былтыр пандемияға тура килгән Рамаҙан айы башланыу менән яҡын ғына апайыма шылтыратып, изге ай менән тәбрикләп, ураҙаның беренсе көнө нисек уҙыуы менән ҡыҙыҡһындым.
Ашҡаҙанының өтөп алып барыуы арҡаһында ярты көн дә сыҙай алмаған икән, ураҙаһын бүлдергән! Йә Раббым, барыһы ла үҙемдең башымдан үткән бит, бындай хәбәр минең өсөн яңылыҡ булманы! Апайымдың ата-әсәһе лә һуғыш балалары, шуны иҫкә төшөрөп, телефонға сат йәбештем: «Зинһар, ураҙаңды өҙмә, туҡтатма, борсолма ла, һиндә гастриттың да, панкреатиттың да әҫәре юҡ. Беҙҙе гендарыбыҙ йөҙәтә, улар яна, тынғылыҡ бирмәй, сөнки өлкән быуындың юғалтыуһыҙланыуҙары уйылған уларға. Быны асыҡлап, аңлағас ҡына, Аллаһу Тәғәләнең беҙгә ниндәй бәхет биргәнен тиҙерәк тоябыҙ һәм Уға маҡтауҙар яуҙырасаҡбыҙ, Әлхәмдүлилләһ! Зинһар,ураҙаңды өҙмә!» – тип үрһәләндем.
СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА