Әғҡәбәләге икенсе ант
Пәйғәмбәрлектең ун өсөнсө йылында, йәғни, 622 йылда, Мәккәгә Йәсрибтән хаж ҡылырға, быға тиклем булмағанса, бик күп кеше килә. Төнөн мосолмандар Джәмәрат әл-Әғҡәбәлә Пәйғәмбәр ﷺ менән йәшерен осраша.
Улар етмеш өс кеше була: алтмыш икеһе – Хазрадж ҡәбиләһенән, ун бер кеше – Аус ҡәбиләһенән. Араларында ике ҡатын-ҡыҙ ҙа була. Улар менән осрашыуға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ атаһының бер туған ағаһы Ғәббәстең оҙатыуында килә, Ғәббәс ул ваҡытта әле ата-бабалары динендә була.
«Эй Хазрадж кешеләре, – тип өндәшә уларға Ғәббәс, – беҙҙең Мөхәммәдте ﷺ ниндәй хөрмәт менән, нисек яҡлағаныбыҙ һеҙгә билдәле. Ул, һеҙҙең менән яҡынайыу өсөн, һеҙҙән вәғәҙә алырға теләй. Әгәр һеҙ Пәйғәмбәргә ﷺ биргән вәғәҙәгеҙҙә тора алһағыҙ һәм уның юлына ҡаршы сығыусыларҙан уны яҡлар булһағыҙ, уға һүҙ бирегеҙ. Әгәр быны эшләй алмаһағыҙ, хәҙер үк уны ҡалдырығыҙ».
Хазраджтарҙың береһе былай тип яуап бирә: «Пәйғәмбәргә ﷺ биргән һүҙебеҙҙә ҡалыр өсөн, беҙ ғүмеребеҙҙе бирергә әҙербеҙ. Эй Аллаһ Рәсүле ﷺ беҙҙән теләгәнсә вәғәҙә ал!». Пәйғәмбәр ﷺ уларға әйтә: «Һеҙ бөтә нәмәлә лә Аллаһ Рәсүленә ﷺ буйһонорға һүҙ бирергә тейешһегеҙ. Һеҙ ислам өсөн кәрәк булған нәмәләргә малығыҙҙы сарыф итергә, шәриғәт хуплағандарҙы үтәргә һәм тыйғандарынан тыйылырға, Аллаһ ризалығы өсөн бөтәһен дә эшләргә, мине, һеҙгә барғас, үҙегеҙҙе, ҡатындарығыҙҙы һәм балаларығыҙҙы нисек яҡлайһығыҙ, шулай яҡларға һүҙ бирегеҙ».
Шунда Бара ибне Мәрур оло хөрмәт менән Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡулынан алып әйтә: «Йә Аллаһ Рәсүле ﷺ, һине Пәйғәмбәр ﷺ иткән Аллаһ исеме менән ант итәбеҙ: беҙ һине үҙебеҙҙе яҡлаған кеүек яҡлаясаҡбыҙ. Антыбыҙҙы ҡабул ит! Аллаһ менән ант итәм – беҙҙең халыҡҡа ышанырға була. Беҙ – булмышыбыҙ менән яугир, кәрәк булһа, һәр саҡ һуғышырға әҙербеҙ. Был беҙҙең ҡаныбыҙҙа».
Ә араларынан берәү: «Эй Аллаһ Рәсүле, йәһүдиҙәр менән беҙҙең арала ҡайһы бер бәйләнеш ептәре бар, беҙ уларҙы өҙөргә әҙербеҙ. Тик аҙаҡ, Аллаһ һиңә ярҙам итеп, һин үҙеңдең ырыуҙаштарыңа ҡайтып китмәҫһеңме?» – тип һорай. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ йылмая һәм: «Юҡ, йәшәгәндә лә, үлгәндә лә, мин һеҙҙең менән буласаҡмын, ә һеҙ – минең менән. Һеҙ кемдәр менән көрәшәһегеҙ, мин дә улар менән көрәшәсәкмен һәм, һеҙ кемдәр менән татыулашаһығыҙ, мин дә улар менән татыу йәшәрмен», – ти.
Һәм шунда йәсрибтәр һорай: «Эй Аллаһ Рәсүле ﷺ! Нимә генә булмаһын, беҙ антыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ. Ә бының өсөн беҙгә әжере ниндәй буласаҡ?». Пәйғәмбәр ﷺ, бының өсөн Ожмах бүләк ителәсәк, тип яуап бирә. Шунан һуң Йәсрибтең хаж ҡылыусылары һәр береһе, сиратлап, Аллаһ Илсеһенең ﷺ ҡулын ҡыҫып, ант һүҙҙәрен әйтә: «Аллаһ исеме менән һиңә буйһонорға һәм ошо вәғәҙәбеҙгә тоғро ҡалырға ант итәбеҙ».
Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға, вәғәҙәнең шарттарын үтәүгә яуап-лы итеп, үҙҙәренең араһынан ун ике кешене һайларға тәҡдим итә. Һәм тегеләр ун кешене Хазрдж ҡәбиләһенән, ике кешене Аус ҡәбиләһенән етәксе итеп һайлай.
Башлыҡтарҙы һайлағандан һуң, Пәйғәмбәр ﷺ уларҙың, етәксе булараҡ, йәнә бер ант биреүҙәрен кәрәкле таба һәм әйтә: «Хәҙер һеҙ, Ғайса пәйғәмбәрҙең апостолдары һымаҡ, үҙегеҙҙең ырыуҙаштарығыҙҙы ҡарарға тейешһегеҙ, ә мин үҙем менән һеҙгә күсенеп барыусы ырыуҙаштарым (мөхәджирҙәр) хаҡында хәстәрлек күреүҙе үҙ өҫтөмә алам». Ун ике башлыҡ Пәйғәмбәрҙең ﷺ күрһәтмәһен үтәргә һүҙ бирә. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бирелгән ошондағы ант-килешеү «Әғҡәбәләге икенсе ант» булып тарихҡа инә.
Килешеү төҙөлгәндән һуң, кешеләр таралырға торғанда, шайтан бар тауышына ҡысҡырып ебәрә: «Эй, Мәккә халҡы! Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның янындағы үҙ диндәренән баш тартыусыларға ҡаршы күтәрелегеҙ! Улар һеҙҙең менән һуғышырға йыйылған!». Быны ишетеп, Пәйғәмбәр ﷺ: «Был – Әғҡәбәлә йәшәүсе Әзәб исемле шайтан. Эй һин, Аллаһ дошманы, ант итеп әйтәм, һин миңә эләгәсәкһең!». Шунан Аллаһ Илсеһе ﷺ кешеләргә таралырға ҡуша.
Шайтан тауышын ишеткән Ғәббәс ибне Ғүбәдә Пәйғәмбәргә ﷺ өндәшә: «Билләһи, әгәр һин теләһәң, иртәгә үк Миналағы ҡорайыштарҙы баҫып алабыҙ». Пәйғәмбәр ﷺ: «Ғаләмдәр Раббыһы ундай әмер бирмәне. Урындарығыҙға ҡайтығыҙ», – ти.
Мосолмандар осрашыуҙы нисек кенә йәшерергә тырышмаһын, хәбәр ҡорайыштарға барып етә. Мөшриктәр Йәсрибтән килгән хаж ҡылыусыларҙың палаткаларына инеп: «Һеҙҙең ул кеше янына килеүегеҙ беҙгә билдәле. Уны беҙҙән алып китергә һәм беҙҙең менән һуғышырға ант иткәнһегеҙ! Беҙҙең өсөн ғәрәптәр араһынан һеҙҙең менән һуғышыуҙан да насарырағы юҡ!» – тиҙәр. Хазрадж мөшриктәре мосолмандарҙың төнгө осрашыуы тураһында бер ни ҙә белмәй. Шуға күрә улар, бер ниндәй ҙә килешеү булманы, тип ант итә. Ҡорайыштар, үҙҙәре һымаҡ мәжүсиҙәрҙең һүҙҙәренә ышанып, кире китәләр.
Әбү Һурайранан килгән хәҙис: «Аллаһ Рәсүле беҙгә әйтте: «Һеҙҙең арала иң камил иманлы – ул изге холоҡло (миһырбанлы) кеше. Ә һеҙҙең арала иң изгелеклеһе (миһырбанлыһы) – ул ғаиләһенә изгелекле (миһырбанлы) булғаны. Ысынында, һеҙҙең аранан мин изге холоҡло кешеләрҙе барыһынан да нығыраҡ яратам. Ҡиәмәт көнөндә улар миңә яҡыныраҡ торор. Ә арағыҙҙан кемдәргә мин асыулы – тәкәббер, юҡ-бар һөйләүсе һәм башҡаларҙы кәмһетеүсе кешеләр – Хисап көнөндә барыһына ҡарағанда ла минән йырағыраҡ булыр.