Рухы иманға әйҙәй!

Рухы иманға әйҙәй!

“Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә, юлаусынан ҡалған был күмер”, − тип йырланыла халҡымдың боронғо бер йырында. Беҙ, әҙәм балалары, был фани донъяла юлаусылар һымаҡ ҡынабыҙ шул. Бәғзе кешеләр үҙҙәренән һуң замандаштарының күңел түрендә шаурап янып торған күмер кеүек онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырып китәләр.

Мәрхүмә оло ҡәйнәм Ҡорманаева Фәриҙә Хәлфи ҡыҙының һөйләп ҡалдырыуы буйынса, Яңы Байрамғол ауылында элек мәсеттең түбән яғында өс бүлмәле мәҙрәсә булған. “Бөтә кеше лә Троицкиға барып уҡый алмай, үҙ ауылығыҙҙа мәҙрәсә асығыҙ,” – тип, Зәйнулла ишан Ғәбделлатиф хәҙрәткә аҡса бирә. Байғазин Ғәбделлатиф хәҙрәт − Зәйнулла ишандың яратҡан шәкерттәренең береһе, замандаштары араһында бик абруйлы кеше булған. Шулай итеп, Яңы Байрамғол ауылында мәҙрәсә төҙөлә. Тирә-яҡтан йыйылып килеп, унда ике йөҙләп бала белем ала. Ул йылдарҙа был мәҙрәсәлә Байғазин Әбделлатиф хәҙрәт, Нафиҡов Йосоп ахун, Игелеков Ғабдулла, аталы-уллы Фәсхетдин хәҙрәт менән Фазыл мулла, Әхмәҙулла Хәбибуллин, Ғәли Байғазин, Вәлиуллин Мортаза мәзин балаларға белем биргәндәр. Мортаза мәзиндең ҡатыны Мәҙинә әбейҙең ҡыҙ балаларҙы уҡытыуы билдәле. Мәҙрәсәнән Исмәғил Солтанов, Муса Мортазин кеүек күренекле шәхестәр уҡып сыҡҡандар.

Мәҡәләмдең геройы Наурыҙ ауылы дин әһеле Ғәрипов Мөхәмәтғәли Мөхәмәтғариф улы ла нәҡ ошо мәҙрәсәлә белем алған. Ул 1869 йылда Наурыҙ ауылында тыуған. Шәжәрәһендә ата-бабалары араһында күп кенә указлы муллалар булған: Юлмөхәмәт(1759-1848й.й.), Мөхәмәтзариф (1830-1911й.й.), Мөхәмәтғариф (1830-1911й.й.). Тамыры ниндәй – ағасы шундай, тигәндәр боронғолар. Мөхәмәтғәли ҙә ата-бабалары кеүек ғилемле кеше булырға ынтыла. Ул Яңы Байрамғол мәҙрәсәһендә тырышып-тырмашып белем ала.

Мәҙрәсәлә уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, Троицкиға Зәйнулла ишанға имтихан тапшырырға бара.

Аяғына кейеренә булмағас, кешенән сарыҡ алып тора. Кешенең аяҡ кейемен туҙҙырып ҡуймайым, тип алып торған сарығын яурынына аҫып, ялан аяҡ йәйәүләп китеп барған саҡта, осҡо ат еккән бай, Мөхәмәтғәлиҙе ҡыуып етеп, атына ултыртмай уҙып китә. Ул, барып етеп, имтихан тапшырырға керһә, Зәйнулла ишан теге кешегә:

− Һин атыңа ултыртмай уҙып киткән кеше килеп етте бит, башта имтиханды унан алам, юҡһа тағы ла ултыртмай ҡайтып китерһең, − тигән.

Мөхәмәтғәли мәзин, тыуған ауылында муллалыҡ эшен алып барған, аҙан әйтеп, халыҡты намаҙға саҡырған, архив документтарын тәртиптә тотҡан.Ул үҙ ғүмерендә дүрт ҡатын менән никахҡа кергән. Беренсеһе − Закира, Ғәҙелша ауылынан. Икенсе ҡатынын, татар ҡыҙы Әсмәне, күрендән (урман ҡырҡыу, ағас әҙерләү – ред.) алып ҡайтҡан. Өсөнсө ҡатыны Кәримә − тәүге ҡатыны Закираның бер туған һеңлеһе булған.

Закираһынан тыуған балалары үлеп тик торған. Бер Ғөррәкәй исемле ҡыҙы ғына йәшәп киткән. Ул Ҡәйепҡол ауылы кешеһе Ғәлимов Һиҙиәткә тормошҡа сыға. Ғөррәкәй инәйҙең дә һаулығы шәптән булмай, йәшләй генә, Ғиниәт, Ебәкәй исемле балаларын етем ҡалдырып, үлеп ҡала.

Әсмәһенән Халидар, Мәмдүҙә, Рифғәт исемле балалары тыуған. Халидар бабай − билдәле скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Ғарипов Хәйҙәр ағайҙың атаһы. Мәмдүҙә ҡыҙы Әхмәҙулла исемле кеше менән яҙмышын бәйләй, балалар үҫтереп, матур тормош кисерә. Үкенесле: Рифғәт улы һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғала. Өсөнсө ҡатыны Кәримәнән Маһира, Сабира, Сәлмән, Вәхиҙә исемле балалары тыуа. Мөхәмәтғәли мәзин 1924 йылда Ғәҙелшанан Факиһа исемле ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Унан 1927 йылдың 1июлендә Ғадинан исемле улы тыуа. Мөхәмәтғәли мәзин ҡырыҫыраҡ холоҡло булһа ла, ҡатындарына ғәҙел, бала күңелле, бик дини, уҡымышлы кеше булған.

Совет власы урынлашҡас, бөтә ил буйынса дин әһелдәренә “һунар” башлана, мәсет манаралары ватып төшөрөлә. Наурыҙ ауылы мәсетенең дә яҙмышы шулай хәл ителә. Был ҡанлы, аяуһыҙ сәйәсәттең шауҡымы Мөхәмәтғәли мәзинде лә урап үтмәй. 1932 йылда уны ғаиләһе менән өйөнән ҡыуып сығаралар. Ауылдың активист кешеләре бар булған ғына әйберҙәрен урамға сығарып, теҙеп ҡуйып таратҡандар.

Мөхәмәтғәли мәзин Магнит яғына ҡасып китергә мәжбүр була. Ауыр ваҡытта берәү берәүгә терәү шул. Мөҙәрис ҡустыһы ағаһының ғаиләһен үҙенең иҫке келәтенә урынлаштыра. Күрәсәктән ҡасып ҡотолоп булмай икән. Анау хәтлем ҙур ғаиләһен ҡалдырып, күпме генә ситтә йөрөй алһын инде ирмен тигән ир кеше. Ауыл активистары, ғаиләһен күрергә ҡайтҡанын ҡарауыллап тороп, уны ҡулға алалар. Ҡобағош ауылы менән Урал тау араһында ойошторолған “Ҡурташ”(зона) лагерына ебәрәләр. Был лагерь архив документтарында күрһәтелмәгән. Күрәһең, урындағыларҙың, күберәк итеп “халыҡ дошмандарын” төрмәләргә ебәреп, пландарын үтәргә тырышыуы арҡаһында барлыҡҡа килгәндер ул лагерь. Мөхәмәтғәли олатайҙың ейәнсәре Аллаярова Рәшиҙә апай Ғуфран ҡыҙының һөйләүе буйынса мулла ҡатыны булып киткән Сабира ҡыҙының да яҙмышы бик аяныслы була. Ул ғаиләһе менән Себер тарафтарына һөргөнгә ебәрелә. Юлда этап менән китеп барғанда, ире тифтән үлеп ҡала, 40 көн дә үтмәй, ике ҡыҙын, Ҡорамша исемле улын үкһеҙ етем ҡалдырып, Сабира үҙе лә вафат була.

1935 йылда йәш ҡатыны Факиһа Ғадинанын эйәртеп, Ҡурташҡа ирен күрергә бара. Ғадинан бабайҙың һөйләгәндәренән:

− Барып еткәс, бейек ҡапҡаның аҫтынан ятып ҡараһам, атайымды күреп ҡалдым. Уны-быны уйлап тормай, шыуышып кереп, уға ҡарай йүгерәм тигәндә, һаҡсы елкәнән эләктереп алды. Икенсеһе:

− Балаға теймә, ебәр сабыйҙы тигәс, ысҡындырҙы. Мин йән көсөм менән, “атай, атай”, тип ҡысҡырып, уны ҡосаҡлап алдым. Атайым башымды һыйпап тынысландырҙы, нимәлер әйтте, мин хәтерләмәйем.

1936 йылда, тотҡонлоҡтоң әсе ғазаптары елегенә үтеп, үлер хәлгә еткән сырхау Мөхәмәтғәли мәзинде төрмәнән сығаралар. Ул, хәле насарая башлағас, яҡындарынан ҡапҡа эсенә, лапаҫ аҫтына, сығарып һалыуҙарын үтенә. Күп тә үтмәй, ауылдың һуңғы дин әһеле был яҡты донъяны ташлап китеп бара. Уның менән бәхилләшергә, тип тирә-яҡтан туғандары ғына түгел, йыраҡ-йыраҡтарҙан күп кенә дин әһелдәре лә килә һәм хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаталар. Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, күп йылдар үткәс, Наурыҙ ауылының йәме, ҡото булып, иман йорто ҡалҡып сыҡты. Ағастың башы киҫелһә лә, тамыры ҡала, тигәндәр боронғолар. Олатайҙың рухын шат ҡылып, ейән-ейәнсәрҙәре, атай-инәйҙәрҙең намыҫына тап төшөрмәй, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, берҙәм, матур итеп йәшәп яталар, ә иң кесе ейәне Ринат, ейәнсәрҙәре Әнисә, Филзиә, Рәшиҙә апай дин юлына баҫҡандар. Рәшиҙә апай хажға барып ҡайтҡан. Мөхәмәтғәли олатайҙан ҡалған рух күмере оҙаҡ йылдар буйы халҡыбыҙҙы сәләмәт тормош алып барырға, иманлы булырға әйҙәп торор әле.

Шәһүрә Әхмәҙиева, Учалы районы, Ҡәйепҡол ауылы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...