Зәйтүнә әүлиә

Зәйтүнә әүлиә

Ҡатын-ҡыҙҙың был донъялағы тәғәйенләнеше − Аллаһтың ҡоло булараҡ, Хаҡ Тәғәләгә табыныу, әсә булараҡ, ғаилә ҡотон һаҡлап, иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫтереү, ир ҡатыны булараҡ, хәләленең күңеленә ял биреүсе, хозурлыҡ һәм дәрт-дарман өҫтәүсе тоғро һәм ышаныслы тормош юлдашы булыу.

Имам әт-Тирмиҙи аша еткерелгән хәҙистәрҙең береһендә: “Әгәр ире ҡатынынан риза, ҡәнәғәт икән, ҡатыны мотлаҡ ожмахҡа эләгә”, − тиелә. Ғүмеренең аҙағына тиклем Ерҙәге ошо тәғәйенләнешенә тоғро ҡалған гүзәл ҡатын-ҡыҙ, Аллаһу Тәғәләнең һөйөклө бәндәһе Зәйтүнә Һиҙиәтова (Ғабдуллина) тураһында бөгөнгө һөйләр һүҙебеҙ. Бәхетле ҡатын-ҡыҙ тураһында... Бәхетле тимен, сөнки ул күренекле дин әһеле, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе Ғабдулла Сәйеди ишандың затлы нәҫеленән яралған. Ҡартатаһы тотҡан киң билдәле Муллаҡай мәҙрәсәһен йылына 400-шәр шәкерт тамамлай торған булған. Бохара, Хорезм, Истамбул яҡтарында белем эстәгән ҡартатаһы 14 тел белгән, атаһы Мөхәммәтәнүәр әүлиә 7 телдә иркен аралашҡан. Мәҙрәсә йорттары Муллаҡай ауылында бер урам булып теҙелеп ултырған, әллә нисәмә ҡаҙан аҫылып, шәкерттәр өсөн ризыҡ бешерелгән. Ошо бәрәкәтле нигеҙҙә атай-олаталарының күп ғилемен аңына һеңдереп, теремек бала булып үҫә Зәйтүнә.

Бәләкәйҙән күҙҙәре зыянлаһа ла Ҡөрьән-хафиз була. Күҙенә көс төшөрмәҫ өсөн Мөхәммәтәнүәр әүлиә ҡыҙына Ҡөрьәнде телдән ятлата. Үҫеп буй еткергәс, балалар йортонда тәрбиәләнгән Мөхөтдин исемле егет менән ғаилә ҡора. Тормош иптәше техниканы һәйбәт белә. Күрше колхозға алып ҡайтылған тракторҙы ла тәүҙә ни бары ул ғына йөрөтә һәм ремонтлай белгән. 1-се Сибай ауылына юл һалыу эштәрендә әүҙем эшләгән тракторсы Мөхөтдингә етәкселәр: “Хеҙмәт хаҡын аҡсалата түләйекме, “Волга” автомобиле бирәйекме?” – тигән тәҡдим яһай. Зәйтүнә хәләл ефетенә: “Юҡ, машина алмайбыҙ, ул туҙа ла бөтә. Йорт һалайыҡ!” – тип кәңәш итә. Улар һалып сыҡҡан йорт – ауылда иң ҙур өй була. Икеһе лә уңған, икеһе лә донъя көтөүгә шәп. Ҡыуаныс артынан ҡыуаныс өҫтәп, ғаиләлә Мәзүнә, Дилара, Хәмдиә, Гөлназ, Гөлсирә исемле 5 ҡыҙ, Нияз исемле бер ул донъяға килә. “Әсәйебеҙ бер ҡасан да тик ултырманы, – тип иҫкә ала балалары. – Ҡулынан эш төшмәне: йә йөн иләй, йә теген тегә.

Күҙҙәре зәғиф булһа ла, сынъяһау ине көткән донъяһы. Бер ҡасан да кеше алдында өй таҙалап йөрөмәне. Таң менән кеше йөрөй башлауға йортобоҙ йыйыштырыулы һәм тап-таҙа була. Беҙҙе лә кеше килеүгә мейесегеҙ апаҡ, тупһағыҙ тап-таҙа булһын, тип өйрәтте. Өйҙә һәр ваҡыт яңы бешкән сөсө икмәк, май икмәк еҫтәре аңҡып торор ине. Ҡаршыла ғына торған мәсеттәге йома намаҙынан һуң мотлаҡ бөтә ҡатын-ҡыҙҙы үҙебеҙгә сәй эсергә алып инә. Өҫтәлгә затлы ризыҡтарын теҙә. Әсәйебеҙҙең күпереп торған ҡамыр аштарын, сейәле, бөрлөгәнле майҙарын әле булһа һағынып иҫкә ала ауылдаштар. Мул ҡуллы һәм нисектер бәрәкәтле ине ул. Бер йоҙроҡ ҡына ит һалһа ла, ҡаҙан тултырып тәмле аш етештерер ине. “Донъяны Ожмах итеп булмай.

Өйөгөҙҙөң төрлө сағы булһа ла: “Әйҙә, үтегеҙ, тип, килгән кешене яҡты йөҙ менән сәйгә саҡырығыҙ. Йөҙөгөҙ яҡты булһа, өҫтәлегеҙ ҙә мул булыр. Килгән кешеләр эскән сәйҙән дә шифа табып ҡайтыр”, – тип тә өйрәтте. Кеше килерен алдан һиҙеп ултырҙы үҙе. Ярҙамға мохтаж булғандарҙың йәнен-тәнен дауалай ине ул”. Зәйтүнә әүлиәнең доғаларының тылсымы, ҡулдарының име бөгөн ҡыҙҙарына күскән. Уларҙың һәр береһе дауалау һәләтенә эйә. Иманлы, тәүфиҡлы булыуҙары менән дә әсәләренең рухын ҡыуандыра улар: “Әсәйебеҙ биш намаҙын ҡалдырмай үтәне. Тәһәрәт алһа, ҡалған һыуы менән тиҙ-тиҙ генә иҙәндәрҙе һөртөп ала һалып, намаҙға баҫа ине”. Зәйтүнә Һиҙиәтова йыр-моңға ла бик маһир була. Өҙҙөрөп гармунда, думбырала уйнай, ҡумыҙ сиртә, матур йырлай. “Мөхәммәтәнүәр олатайымдың эргәһенән кеше өҙөлмәне. Кемдәр генә килмәй ине уға! Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов... Йырҙарҙың боролошон теүәл өйрәнер өсөн Заһир Исмәғилев хатта Өфөгә саҡыртып алыр ине. “Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын күтәрегеҙ, фольклорҙы күтәрһәгеҙ, беҙҙең башҡорт бөтмәйәсәк, тиер ине ҡартатайыбыҙ. Берәй сәхнә оҫтаһы килһә, халыҡ йырҙарын йырлатып ҡарай ҙа: “Хәҙер барығыҙ, аласыҡҡа инеп, Зәйтүнә ҡыҙымды йырлатып ҡарағыҙ. Йырҙың бына ошо бөгөлдәрен, тап ул йырлағанса алһағыҙ, тоғро булыр, – тип өйрәтә торғайны, тип хәтерләй Дилара Рафиҡова.

Дилара Мөхөтдин ҡыҙы бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында “Яугел” ҡумыҙсылар ансамблен етәкләй. “Бер заман әсәйем миңә бал итәкләп тороп матур сәхнә күлдәге тегеп бирҙе. Эй килеп тороп мул. Кейһәм, эсендә өйөрөлөп йөрөйөм. “Әсәй, ниңә шул тиклем киң итеп тектең ул?” – тим аптырап. “Дилара, хәҙер өлкән күренһә лә, аҙаҡ был күлдәк һиңә тап-таман буласаҡ”, –ти. Ысынлап та, әсәйем тегеп ҡалдырған милли күлдәк менән ҡайҙа ғына сығыш яһамайым бөгөн. Ҡулдары оҫта булды шул ғәзизебеҙҙең. Ҡорама юрғандар ҙа һырый ине ул. Ҡорама юрған – өйҙөң матурлығы, унан өйгә ҡот ҡуна. Йортто насар күҙҙән һаҡлай. Ете төҫтө ҡатнаштырып ҡораһаң, тағы ла шәберәк”, – ти торғайны. Ғәйет күрһен тип, байрам көндәрендә бар ҡорамаларын матур итеп түшәп ҡуйыр ине, яңы кейемдәрен кейер ине. Әсәкәйебеҙ бала йәнле булды. Эшкә өйрәтеп үҫтерһә лә беҙгә аяп ҡарай ине.

Ҡыҙ саҡта йоҡоғоҙ туйһын, тип бик иртә лә уятмаҫҡа тырышты. Ейән-ейәнсәрҙәрен бик яратты: Дыңғыл-дыңғыл бәпәйем, Дыңғылдатып һөйәйем”, – тип матур итеп көйләп, иркәләп кенә йоҡлата торғайны. Зәйтүнә әүлиә 2001 йылда 63 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. “Үлерен биш йыл элек һөйләй башланы. Ҡыш көнө китеп, кешене ыҙалатам инде, тип ҡайғырыр ине. “Атайығыҙ утһыҙ итмәне, бесәнһеҙ итмәне, һыуһыҙ итмәне. Мин киткәс, атайығыҙҙы һәйбәт итеп көтөгөҙ”, – тип аманат әйтте. Ун йыл үткәс, атайыбыҙ ҙа гүр эйәһе булды. “Әсәйегеҙ килде, китер ваҡытым етте”, – тине... Әсәләренең аҡ фатихаһын алған Зәйтүнә әүлиәнең биш ҡыҙы бөгөн иман юлында тырышлыҡ һала. Уларҙың да доғаһы йәнде һауыҡтыра, ҡулдары төрлө сирҙәрҙән арынырға ярҙам итә. Улар һәр береһе үҙендә әсәләренең ниндәйҙер һыҙатын йөрөтә. Мәзүнә менән Хәмдиә әсәләре кеүек иҫәп-хисапҡа шәп, улар бухгалтер һөнәрен һайлаған. Сәнғәт юлынан киткән Дилара бөгөн үҙе йәш быуынға ҡумыҙ серҙәрен өйрәтә, медик-психолог һөнәрен һайлаған Гөлназ оҫта итеп халыҡ йырҙарын да башҡара, йөҙгә әсәһенә оҡшап торған, йор һүҙле кинйәкәйҙәре Гөлсирә тәмле итеп ҡамыр аштары бешерә. Ерҙә үҙе артынан матур төҫ, иманлы быуын ҡалдырған Зәйтүнә әүлиә. Йәнкәйҙәре Йәннәттә булһын уның!

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...