Хөснийәр хәҙрәт вариҫтары Солтанбәктә йыйылды

Хөснийәр хәҙрәт вариҫтары Солтанбәктә йыйылды

Тамырын тойған ағас ҡына үҫә, тамырһыҙ − ҡорой, тип бик тапҡыр әйткән ата-олаталарыбыҙ. Әлхәмдүлилләһ, шәжәрәһен бөгөн өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә бик ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Кем мин, тамырҙарым ҡайҙа барып тоташа, ырыу-нәҫелем нимәгә маһир, нимәгә һәләтле − ошо һәм башҡа һорауҙарға күптәр яуап эҙләй. Тамырҙарын барлағас, өлкән быуынға ла ҙур илтифат һәм хөрмәт күрһәтә. Быйылғы иҫ киткес матур йәйҙең бер көнөндә Асҡын районы Солтанбәк ауылы янындағы йәшел аҡландарҙың береһендә хозур төбәктең данлыҡлы хәҙрәте − Хөснийәр Диләфкәровтың вариҫтары йыйылды. Был сараны ойоштороуға билдәле шәхестең бүләсәһе Асҡын районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләгән Әнзирә Ғәниева һәм Солтанбәк ауылы мәсетендә имам хатип бурысын тормошҡа ашырған бүләһе Айрат Насретдинов күп көс һалды. Йәнле осрашыу Ҡөръән аяттары, илһамлы вәғәздән, Хөснийәр мулла һәм башҡа мәрхүмдәр өсөн доға ҡылыуҙан башланып китте.

Шәжәрә ағасын төҙөүгә ҙур тырышлыҡ һалған Әнзирә Мөкәррәм ҡыҙы, һәм уны тулыландырыу, республикабыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған олаталарының документтарын өйрәнеү буйынса мауыҡтырғыс эше һаман да дауам итә.

« Бынан ун йыл элек Беренсе Ватан һуғышының 200 йыллығы айҡанлы туғандарым менән тәү тапҡыр шәжәрә байрамына йыйылғайныҡ, Әлхәмдүлилләһ, тамырҙарыбыҙ береккән ергә тағы ла ҡайтып, уның һауаһын һулау, яҡын кешеләрем менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу бәхете тағы ла тәтене, − тип, күркәм мәжлескә йыйылған яҡындарын сәләмләне Әнзирә Ғәниева. − Балыҡсы ырыуына ҡараған нәҫел шәжәрәмде өйрәнә башлауыма бер мөсәл. Туғаныбыҙ Шәүҡәт ағай Низаметдинов асыҡлауынса, нәҫелебеҙ 20-се быуынға тиклем өйрәнелгән, Сыңғыҙ хандың ярҙамсыһы − мең башы Майҡы бейгә барып тоташа. Был документтар менән раҫланған. Нәҫел ағасында шулай уҡ 1812 йылда Парижға тиклем барып еткән рус армияһының йөҙ башы Зәғәфүрән Ибраһимов та бар. Шулай уҡ Хөснийәр ҡартатайыбыҙ, уның Майсафа ҡартыйыбыҙ менән алты бала үҫтереп, Иҫке Күскилденән килеп Солтанбәктә ике ҡатлы мәҙрәсә һалып, балаларға дини белем биреүе хаҡында өлкәндәрҙән ишетеп белә инек. 2010 йылда башҡорт шиғриәте антологияһында ҡартатайыбыҙҙың бер әҫәрен күреп ҡалғас, уның шиғри күңелле булыуына хайран ҡалдым һәм, оҙаҡҡа һуҙмай, архивҡа юлландым. Күңелемдә мөғәллим ҡартатайҙың ижади мираҫын өйрәнеү теләге яралды. Һәм мине был йәһәттән күп асыштар көтә ине» .

70-се йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған этнографик экспедиция ваҡытында ғалим-яҙыусы Ғайса Хөсәйенов был ҡомартҡыны табып алып, өйрәнә башлаған. Һәм был ҡулъяҙма ошо ғилми учреждениела һаҡлана. Күптән түгел филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов уны кириллица графикаһына күсереп, сауаплы эш башҡарып сыҡҡан − Хөснийәр хәҙрәттең вариҫтары өсөн аңлайышлы иткән. Әнзирә Мөкәррәм ҡыҙына район музейы эштәре буйынса ла Өфө архивтары юлын йыш тапай. Һәм бер нисә ай элек шулай уҡ баш ҡалаға эш сәфәре менән килгәндә, Милли архивта һаҡланған ҡыҙыҡлы документҡа юлыға. Хөснийәр хәҙрәттең Солтанбәк ауылына имам-хатиб булып ебәрелгәнен раҫлаған указ була ул. Һәм әлеге байрамда һәр бер туғанына был ҡиммәтле ҡағыҙҙың күсермәһен күрһәтеп, шатлығы менән уртаҡлашты Әнзирә Мөкәррәм ҡыҙы.

Һабантуй яланындағы сәхнәгә бер-бер артлы хәҙрәттең ҡыҙҙары -Камилә, Мәзбүрә, Хәнә, Нәфҡиә һәм Әғләм менән Асрар улдарының ейән-ейәнсәрҙәре килеп баҫты. Һәр береһе үҙенең хәл-торошон, эшләгән урынын, йәнтөйәгенә һөйөүен бәйән итте. Сығыш яһаусыларҙың күбеһе Асҡын ерендә үҫкән, сит төбәктә йәшәүсе башҡа вариҫтарын да ҡартаталарының бәрәкәте һаҡланған изге ер үҙенә тартып тора, шуға ла беҙ бында бөгөн йыйылғанбыҙ, − тип сығыш яһаны йәше буйынса күркәм сарала ҡатнашҡандарҙың иң олоһо, Хөснийәрҙең ейәнсәре Рәмиҙә Низаметдинова.

«Ватанға һөйөү дәүләттәрҙе көслө итә»,− тип әйтергә яратҡан тәҡүәле хәлфә Ғәли лә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ тә үҙенең тыуған ҡалаһы − Мәккәне бик яратҡан, тип әйтелә. Туған илен ташлап китергә мәжбүр булып, һижрәт ҡылғанда ул Мәккәгә әйләнеп, былай тигән: «Валлаһи, һин − Аллаһу Тәғәләнең иң һөйөклө урыны, минең өсөн дә иң яратҡан ер. Ер өҫтөндә иң яҡшы урын. Әгәр ҙә һинең халҡың мине ҡыумаһа, мин үҙем дә һине бер ҡасан да ташламаҫ инем!»

Шуның һымаҡ, был мәжлестә лә һәр береһе, туған яғына йылы һүҙҙәр, мәрхүмдәргә ихлас доғалар бағышлап, ҡасандыр өҙөлөп ҡалған туғанлыҡ ептәрен ялғаны, нығытты, саф һауала ойошторолған табын артында телеңде йоторлоҡ былауҙан ауыҙ иткәндә, адрес-телефондары менән алмашты, оҙаҡҡа һуҙмай, яҡын ваҡытта йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышты.

Светлана Әбсәләмова, Асҡын районы

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...