Данлы уҙаман Уйылдан

Данлы уҙаман Уйылдан

Оло килене Фәриҙә Аҫылғужина иҫтәлектәренән

 

Минең атайым Мөхәмәт Уйылдан ҡайным менән дуҫ булғандар. Шуларҙың дуҫлығы мине Аҫылғужиндарға килен иткәндер ҙә инде. 1957 йылдың З мартында, Уйылдан бабай менән Зәғифә инәйемдең (ҡәйнәмдең) Ишмөхәмәт исемле улына тормошҡа сығып, Үрге Нөгөш ауылына килен булып оҙатылып барҙым.

 

 

Мин килен булып төшкән йылдары ҡайным кешегә күрһәтеп намаҙ уҡырға ҡурҡа торғайны. Намаҙ ваҡытында Ишмөхәмәт менән икәүләп, тышта кеше килеп ҡуймаһын, тип ҡарауыллап торор булдыҡ.

Һәр быуын кешеһенә үҙ заманы матур. Атайым, әсәйем, ҡайным, инәйем, ҡоҙа-ҡоҙағый булып, бик татыу йәшәнеләр. Ҡунаҡ булған ваҡыттары, инәйемдең орсоҡ кеүек әйләнеп бейеп йөрөгәне әле лә күҙ алдымда. Бик оҫта итеп тыпырҙатыр ине ул. Ҡунаҡтың икенсе көйөнә ҡайным:

– Әбей, һиңә күҙ тейә бит, кил әле яныма, – тип, ҡәйнәмде эргәһенә ултыртып өшкөрөп алыр ине.

Ҡайнымдар йыл һайын Ҡорбан ғәйетендә мал салдылар.

– Үҙегеҙ менән ҡалаҡ, сеүәтә алығыҙ ҙа мәсеткә барығыҙ, – тип, ҡайным, өй беренсә йөрөп, кешеләргә әйтеп сыға. Ҡорбан ашын беҙ инәйем менән икәүләп көйәнтәләп алып барабыҙ. Ҡайным үҙе балаҫ күтәреп алып барыр ҙа шунда намаҙ уҡып ултырыр ине.

Бер көндө ҡайным атын егеп сығырға әҙерләнде лә китмәй туҡтап ҡалды. Беҙгә ҡояш тотолоуы тураһында әйтте (Ғәжәп: ул ваҡытта ауылыбыҙҙа радио ла һөйләмәй ине бит). Күршеләр өйөбөҙгә йыйылдылар. Ҡурҡыныс, шомло, ҡараңғы була башланы. Ҡайнымдарҙың һарай артында ғына шишмә булған. Мин барғанда, был шишмәнең һыуы ҡороған ине. Ҡайным менән Ғиниәт бабай аҙан әйттеләр. Шул ваҡыт Ҡаныш шишмәһенән һыу урғылып сыҡты һәм тирә-яҡҡа тарала башланы. Ҡайным менән Ғиниәт бабай һыуҙың сыҡҡан урынына барып, аҙан әйтеп, доғалар уҡығас, һыу туҡтаны. Ғәжәп сихри көскә эйә булған бит ул ҡайным.

Бер ваҡыт Вәхит ағай Ишембай районы Иҫәкәй тигән ауылдан бер йәш кенә ҡатынды алып килде. Теге ҡатын:

– Эсемдә бер нәмә йөрөй, врачтар таба алмай, – тип илай. Ҡайным:

– Был – сихыр, терелеп, ашҡынып киткән. Тере көйгә сығыр, ҡурҡма, – тине. Ул ҡатын беҙҙә аҙна-ун көн тирәһе йәшәне. Бер көндө:

– Төшөп китте, урындыҡ аҫтына керҙе, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Ҡош кеүек тере бер нәмә, эҙләп тапманылар, юҡ булды ла ҡуйҙы, һөйләһәң, һөйләп бөтөрлөк түгел инде ҡайнымдағы көс, белемде. Мәләүез районы Һәргәй ауылынан атаһы менән әсәһе йәш кенә бер егетте алып килделәр. Егеткә ҡыҙ кеше ҡиәфәтендә бисура эйәләгән булған. Ҡайным уға:

– Килгән ҡыҙыңдың исемен әйт, – ти. Егет өндәшмәй. Оҙаҡ ултырҙы доғалар уҡып, егетте эргәһенә ултыртып өшкөрөргә итһә, уныһы яҡын да килмәй, тағы ла һорай «исеме кем», тип. Яуап юҡ. «Йә әйт инде хәҙер», – тигәйне, егет: «Һөйәк», – тип, бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе. Шул арала ҡайным исемен яҙып утҡа ырғытты. Егет, утҡа төшкән кеүек, ҡысҡырып илай башланы. Ҡайтырға булғайнылар, ҡайтмай. Ҡайным тынысландырып, арбаға ултыртып, балталар һалып оҙатып ҡалды.

Әхтәм ағай Өфөнән Ғүмәров тигән табипты алын килгәйне. Ҡайным ниңәлер һөйләшергә ҡыйынһынды. Табип быума, ҡыҙылса, яман шеш ауырыуҙарын ниндәй үләндәр менән дауалауын һорашты. Икәүләп урманда дарыу үләндәрен йыйҙылар, Ғүмәров Өфөгә күп итеп үләндәр алып ҡайтты.

Нисек әүлиә тип әйтмәйһең инде ҡайнымды. Бер көндө ул беҙгә килгән кешене өшкөрөп ултыра ине. Ағаһы Ғиниәт бабай килеп инде.

– Уйылдан, бушайһыңмы? Оҙаҡлама, – тип сығып китте. Улар ҡарағай ябырға барырға  тейеш булғандар икән. Инәйем:

– Ҡайнаға, сәй эсәйек. – ти. Юҡ, ҡабалана Ғиниәт бабай. – Уйылдан бушағансы, бер генә ҡабыҡ булһа ла төшөрә торам, – тип ҡайтып китте. Ул сыҡҡас, ҡайным инәйемә:

– Ҡабалана шул, ваҡыты ашыҡтыра, – тине. Минең йәш саҡ, ваҡыт ашыҡтырыуҙың нимә икәнеп аңламағанмын. Ғиниәт бабай шул китеүҙән үлеп, үҙе төшөргән ҡабығына һалып, аты менән алып ҡайттылар. Ағаһының вафатын да алдан белгән бит.

Ғәлиәкбәр ауылынан бер уҡытыусы, ураҙа тотоуҙы ғәйеп һанап, көлөп йөрөй торғас, теле тотлоғоуҙан һөйләшә алмаған ине. Ҡайныма алып килделәр. Теле асылғанға эй ҡыуанды ул уҡытыусы, ризаларға теләп, хәйер бирергә иткәйне, ҡайным алманы:

– Һауығып кит, ҡабат ураҙа тураһында насар һүҙҙәр һөйләмә, әтеү тағы ла телең тотлоғор, – тине.

Йәйге эҫе көн. Ҡайным, инәйем, мин сәй эсеп ултыра инек. Инәйем тәҙрәнән ҡарап:

– Ҡортоң болара башланы, айыра, ахрыһы, – тине.

– Ай, әттәгенәһе, – тип сығып китте ҡайным. Күсе Түмәләс башына яҡынлап бара. Шул ваҡыт доғалар уҡып, аҙан әйтте. Ғәжәп хәл: шул күс, кирегә әйләнеп ҡайтып, умартаға килеп керҙе.

Бер көндө Бәлхизә инәй илап килеп инде:

– Һыйырыбыҙ юҡ, эҙләп таба алмайбыҙ, – ти. Ҡайным:

– Бәккән йылғаһының кисеүҙән үр яғын ҡарағыҙ, – тине. Барып ҡараһалар, һыйыр шул ерҙә һыуға батып үлгән булған.

Ғафури районынан Флүрә исемле йәш кенә ҡатынды машинаға һалып ҡына алып килделәр. Беҙ, үлә инде, тип ҡурҡабыҙ. Ҡайным:

– Үлмәй ул, ҡалдырып ҡайтығыҙ, – ти. Туғандары машина менән ҡайтып киттеләр. Флүрә үлмәне, шәбәйеп атлай башланы. Туғандары ғәжәп итеп, рәхмәттәр әйтеп, ҡыуаныстарынан илашып, һауыҡҡан Флүрәне алып ҡайттылар.

Ҡайнымдың бер туған һеңлеһе Шәмсиямал апай ауы-рып киткәйне, үҙебеҙгә алып ҡайттылар. Кәзә һуйҙылар ҙа, шуның эс майын иретеп, өшкөрөп эсергәндәр ине, бер-ике көндә шәбәйҙе лә ҡуйҙы. Инәйем:

– Йә, Шәмсиямал, бер йырла инде, хәҙер шәбәйҙең бит, – тигәйне, ғәжәп инде, Шәмсиямал апай моңло тауышы менән «Тәфтиләү»ҙе һыҙҙы ла ебәрҙе.

Нисәнсе йыл икәнен хәтерләмәйем, Исламбай ауылынан ҡатыны менән Шәрифулла исемле ағай ҡайным менән ҡәйнәмә ике пар быйма баҫтырып алып килгәндәр. Ул ваҡытта Әүжәндә быйма баҫалар ине.

– И-и-и, ҡайҙан белдең беҙгә быйма кәрәк икәнеп? – тине ҡайным. Шәрифулла ағай көлә:

– Бабай, һин бит миңә төшөмдә әйттең: «Быйма кәрәк ине», – тинең. Мин ни алдым да килдем инде, – тине.

Тағы ла бер ғәжәп хәл булды. Бөтә ғаиләбеҙ менән ҙур еҙ самауырҙы уратып ултырып алғанбыҙ ҙа сәй әсәбеҙ. Үҙе оҙонлоҡ тоҡ йөкмәп, Собханғолдан бер инәй килеп керҙе. Йөгөн өҫтөнән һалды ла беҙҙең менән сәй эсергә ултырҙы. Исеме Сәжиҙә ине булһа кәрәк, бигүк хәтерләмәйем. Сығышы менән Ғәлиәкбәрҙеке ине. Ул инәй кешеләргә оҫта итеп тун, куфайкалар тегә ине. Сәй эсеп бөткәс, тоғонан оҙон итеп тегелгән көпөнө тартып алды ла:

– Бына инде килтерҙем, оҡшармы икән? – тине. Инәйем аптырап ултырҙы ла:

– Ҡасан һиңә көпө тегеп килтер, тинек һуң? – тине.

Сажиҙә инәй:

– Юҡ. Уйылдан бабай миңә төшөмдә әйтте. Минең әбейем ябыҡ ҡына, буйға оҙон ғына, тип әйткән ине. Бына шулай итеп тектем инде, ярармы, юҡмы, – тине. Әле булһа күҙ алдымда тора ул күк төҫлө көпө. Инәйем, ҡыуанып, рәхмәттәр әйтә-әйтә, гел ҡунаҡтарға ғына кейеп йөрөнө ул көпөнө. Уйлаһаң, иҫ китерлек: Иҫке Собханғолдан Ямашҡа тик-лем 60-70 саҡрым ерҙе йәйәүләп күтәреп алып килгән бит.

Ҡайным олоһона ла, кесеһенә лә гел белгәндәрен өйрәтеп кенә ултырҙы.

Яҙ булһа, ҡайһы бер өйҙәрҙең баҙҙарына һыу төшә бит инде. Ни хәтлем таҙа булып күренһә лә, өй йыуғанда, баҙ аҫтынан һыу алмаҫҡа ҡушты.

Ҡайным балаларыма ла Ҡөрьән хәрефтәрен өйрәтеп, ятлатып ултырыр ине. Утыҙ алты йыл уҡытыусы булып эшләгән Мәрзиә ҡыҙым олатаһы өйрәткән Ҡөрьәнде уҡый, күп доғаларҙы яттан белә.

Ҡайным да, инәйем дә бик һәйбәт кешеләр ине, Ожмахтың түрендә генә булһындар инде.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең 7-8-се һандарында)

 

Шәһүрә Әхмәҙиева,

Учалы районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...