Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.

 

1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.

 

Аңлауыбыҙса, төрмәлә ултырып сыҡҡан, арестант ротаһына эләгә яҙған, тигән яманаты сыҡҡан улының ҡайтып төшөүенә атаһы был юлы ла бик үк шатланмай. Яҡын ҡан-ҡәрҙәштәренең уны үтә лә һалҡын ҡабул итеүе сәсәнде тетрәндерә һәм ул: «Инде беҙгә тереклектән үлгән артыҡ», – тип яҙа. Һәм шул уҡ шиғырында: «Һандуғас ҡоҙғон менән бергә булмаҫ», – тигән юлдарҙы ла өҫтәй. Атаһы ошо «Атайыма хат» тигән шиғырын уҡып, уның халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙанып, халыҡ улы – Аҡмулла, сәсән, йыраусы тигән данлы исемен ишетеп, бәлки, үҙенең хатаһын аңлап, икеһенең араларын яҡынайтыу, йылы мөнәсәбәт булдырыу ниәте менән уны эҙләп барыуы әйтеш-шиғырында асыла.

1872 йылда Аҡмулланың күңеленә ауыр хистәр һалған тағы бер ваҡиға була. Көнсөл әҙәмдәрҙең шикәйәте нигеҙендә рухташы, дуҫы Зәйнулла хәҙрәтте ҡулға алалар.

Осрашыу тик ун йылдан һуң ғына насип була. Зәйнулла ишан 1881 йылда һөргөндә булыу мөҙҙәтен тултырып ҡайта һәм тағы элекке эшенә тотона.

1882 йылда ул ҡустыһы Муса хажи менән икенсе тапҡыр хаж сәфәренә бара. 1884 йылда, уны яҡшы белгән рухташтары Троицк ҡалаһының Амур биҫтәһендәге (ишан уны, Мәғмүриә, тип атай) бишенсе мәсеткә эшкә саҡыралар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡаҙаҡ байы биргән аҡсаға мәсеттең мәҙрәсәһе төҙөлә.

Бында төрлө яҡтан килгән шәкерттәр яңыса уҡыу программаһы индерелгән «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡый башлай.

Зәйнулла ишан үҙенең мәҙрәсәһендә, халыҡ араһында даны таралған аҡыл эйәләрен, рухташтарын, төрлө һөнәр эйәләрен, алдынғы ҡарашлы шәхестәрҙе саҡырып, шәкерттәренә ҡабул итеү мәжлестәре ойоштора. Беренсенән, шәкерттәренең уларҙан үрнәк алыуын күҙ уңында тотһа, икенсенән, аҡыл эйәләренең исемдәрен пропагандалау була.

Зәйнулла ишан менән Аҡмулланың осрашыуҙары, дуҫлыҡтары шул йылдарҙан һуң тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелә. Башҡорт йәйләүҙәрен ҡыҙырып, ҡаҙаҡ далаларында йөрөп, халыҡты аң-белемгә, ысын кешелек сифаттарына, иман менән йәшәргә өндәп, изге күңелле, ябай халыҡ улы, ғәҙелһеҙлек, наҙан байҙарҙың, муллаларҙың йәбер-золомдары менән көрәшеп йәшәгән тәрән аҡыллы, төртмә һүҙле Аҡмулла Троицкиҙа йыш туҡтала. Рухташтар төндәр буйы һөйләшеп сығыр була. Уның килеүе Рәсүлевтар өсөн дә һәм шәкерттәр өсөн оло байрамға әүерелә. Шуға ла уның шиғырҙарын шәкерттәре яттан һөйләй һәм ҡаҙаҡ, башҡорт халҡы араһында тарата. Аҡмулланың шиғырҙарын ятҡа белгән оло быуын кешеләре бигерәк тә Баймаҡ районы Этҡол, Әбйәлил районы Ҡырҙас, Учалыла Ҡорама һ.б. ауылдарҙа табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәсәндең ҡағыҙға төшмәй ҡалған шиғырҙары бик күп. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның шиғырҙары, биографияһына ҡағылышлы материалдар эҙәрмәндәр көсө менән тупланып, тәүге китаптары Ҡазанда (1892, 1904, 1907) баҫыла, 1935 йылда ҡаҙаҡ телендә Алма-Атала «Өлең жыйнағы» тигән йыйынтығы сыға, Башҡортостанда профессор Ә.И.Харисов 1965, 1973 йылдарҙа сыҡҡан «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» тигән хеҙмәтендә, Аҡмулланың тормошо һәм ижадына бағышлап, айырым бүлек булдыра, 1889 йылда «Шиһабетдин Мәржәни иҫтәлегенә» уның үлеменән һуң сыға, 1892 йылда «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» Ҡазанда баҫыла.

Аҡмулла тураһында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына: «Уның балалары булдымы икән, булһа, кем уның нәҫелдәре?» – тип һорау бирәләр.

Рәшит ағай Шәкүров үҙенең «Шиғриәт йондоҙо» («Звезда поэзии») исемле монографияһында яҙыуынса: «1990 йылдан Салауат районының Малаяҙ ауылында Теркеш (Абдулла) Бирбабаев ғаиләһе йәшәй. Ул, минең олатайым Бабаджан мулла Аҡмулланың улы булған, әсәһенең исеме ҡаҙаҡ ҡыҙы Чүлмәкби. Бабаджан олатайымдың фамилияһын Аҡмуллаев тип йөрөткәндәр, тип иҫбат итә. Теркеш (Абдулла) Төркмәнстанда тыуһа ла, армия хеҙмәтенә Силәбе өлкәһенә эләгә һәм бәхетенән бар күңелен арбаған башҡорт ҡыҙын осрата. Зәйтүнә менән өйләнешеп һигеҙ йыл Салауат районында йәшәйҙәр һәм егет, атаһының үтенесе менән тыуған яҡтарына, Төркмәнстанға ҡайтып, егерме биш йылдан һуң ғына кире Малаяҙға күсеп киләләр.

Теркеш: «Минең шәжәрәм: Аҡмулла – Бабаджан – Бирбаба – Теркеш (Абдулла) Бирбабаев һәм минең 11 балам – уларҙың үҙҙәренең балалары, улар инде ҡарт Аҡмулла олатайҙың бишенсе быуыны, милләте – башҡорт», – тип бәйән итә.

Аҡмулланың ижады, тормош юлы менән ҡыҙыҡһынып, күп кенә ижадсыларға мөрәжәғәт итергә тура килде. Үҙебеҙҙең Учалы районында байтаҡ ауылдарҙа булып, оло быуын кешеләре менән аралашырға насип булды.

Шуныһы ҡыуаныслы, тура һүҙле сәсән-шағир, изге күңелле уҡытыусы, ихлас ислам динен таратыусы, балта оҫтаһы, тегенсе лә булараҡ дан алған халыҡ улын, мәрхүменә байтаҡ ваҡыт үтһә лә, уны тик яҡшы яҡтан ғына яратып иҫкә алалар. Ул булған ауылдарҙа уның тураһында быуындан-быуынға күсеп һаҡланған хәтирәләр бихисап. Бөйөк мәғрифәтсенең шиғырҙары, йылдар үтһә лә, иҫкермәй, бөгөнгө заман өсөн дә улар көнүҙәк, шуға ла халыҡ күңелендә һаҡлана.

Сәсәндең яҡташы, Башҡор-тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнис Янышев менән байтаҡ аралаштыҡ. Уның яҙған материалдары күләмле, ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ. Фәнистең 2011-2019 йылдарҙа Туҡһанбайҙағы М.Аҡмулланың әҙәби музейы етәксеһе булғанын белгәс, уны һорауҙар менән күмеп ташланым. Ғаиләһе, балалары һ.б. тураһында...

Яҙыусы Ф.Ф.Янышев әйтеүенсә, М. Аҡмулланың нәҫелдәре Ишембай районының Байғужа ауылында ла бар икән.

Эҙләнеүҙәр алып барған ваҡытта бер ҡыҙыҡ ваҡиға тураһында ишеттем. Учалы ҡалаһында йәшәүсе Фәрит Камалетдиновтың атаһы Ғәптелбарыйҙың бер туған апаһы Минғәйшә (1900 йылғы, мәрхүмә):

– Һин беләһеңме, беҙ М. Аҡмулланың нәҫеле. Ул беҙҙең олатайыбыҙҙың атаһы, – тип бик йыш ҡабатлар була.

– Ғәйшә әбей, ул бит бик билдәле оло шәхес. Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Татарстанда танылған шағир-сәсән кеше, һин яңылышмайһыңмы? – тип һорашһалар, ул:

– Беләм. Тик ул Мөхәмәтрәхим булып йөрөгән. Һуңынан, белегеҙ, мин Мифтахетдин Аҡмулла, тип асыла. Унан Камалетдин, Камалетдиндан – Фәғәлетдин, Фәғәлетдиндан мин – Минғәйшә, һинең атайың Ғәптелбарый тыуа. Һин М. Аҡмулла олатайыңдың бишенсе быуыныһың. Ул, кешеләр менән аралашҡанда, гел шиғыр юлдары менән һөйләшкән, көслө уҡымышлы мулла булған. Төлкө Түләк халҡы уны ныҡ яратҡан. Ләкин ул ҡайҙалыр сығып китә. Мин, үҫеп еткәс, ағай-энеләребеҙҙән уны дошмандары үлтергәнен белдем, – тип һөйләр булған.

«Мин М.Аҡмулла исемен ишетеү менән һәр саҡ Минғәйшә әбейемдең һөйләгәндәрен иҫемә төшөрәм һәм үҙемдең ысынлап та уның нәҫелеме икәнлегемде беләһем килә. Әлбиттә, бының өсөн бер генә юл бар, ул да булһа ДНК-анализ эшләтеү. Шуға ла миңә М.Аҡмулланың нәҫелдәренән кемен булһа ла эҙләп табыр кәрәк, – ти Фәрит Камалетдинов.

Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, Фәрит Ғәптелбарый улы үҙе лә рус телендә шиғырҙар яҙа, бер нисә китап авторы. Уның да тура һүҙле, әсе телле шиғырҙары моңһоҙ, йүнһеҙ түрәләрҙең зитына тейә.

Әлбиттә, ҡолаҡҡа ишетелгән мөһим хәбәрҙәрҙең йәшәргә хаҡы бар. Бәлки, Фәрит ағайға, ҡасан да булһа, оло шәхестең нәҫеле икәнлеген иҫбат итергә насип булыр. Был йәһәттән уға уңыштар ғына теләргә ҡала.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һанында)

 

Әҡлимә Сафина,

Учалы районы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...