Сабир хәҙрәт

Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын аңлатып биргәс, бер аҙ юғалып ҡалынды. Олатайҙар тураһында бала саҡта ишетеп үҫһәк тә, дин тураһындағы мәғлүмәт аҙ ине.

 

Бәхеткә ҡаршы, Мөхәммәтсабир олатайымдың күршеһендә генә йәшәгән, ул вафат булғанда, 9 йәштәр самаһында булған, һикһәнде уҙған Сажидә апай Фәттәхова иҫән ине. Тапшырыуҙың күп өлөшөн уның иҫендә ҡалған ваҡиғалар һәм Сәйетбаба урта мәктәбенең география уҡытыусыһы, Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улының бүләсәре Рәсүл Таҡыйулла улы Ғилмановтың иҫтәлектәре биләне.

Мөхәммәтсабир олатай (1854 − 1931), Ғафури районы Оло Үтәш ауылында Ғәбделсәләм улы Ғәбделхалиҡ мулланың ғаиләһендә тыуып үҫеп, ауыл мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң, Ырымбур өлкәһе Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем ала. Шул замандың бик күп күренекле шәхестәрен, дин әһелдәрен әҙерләгән ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ул, атаһының фатихаһын алып, Бохара ҡалаһына юллана. Изгеләр төбәге булған Бохарала Мөхәммәтсабир Ғәбделхалиҡ улы, Нәкшбәндиә тәриҡәте остаздары тәрбиәһендә булып, тейешле кимәлгә еткәс, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

Сәйетбаба ауылына эшкә ебәрелгәс, уның иң беренсе хәстәре яңы мәсет төҙөтөү була. Өйөнә ҡаршы юл аша ғына урынлашҡан изге йорт ғибәҙәт ҡылыу урыны ғына түгел, халыҡҡа тәрбиә, ғилем таратыу үҙәгенә әйләнә.

Ауылда Сабир олатайҙың иң ҡайғыртҡан кешеләре йәтим балалар була. Ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙың аһ-зарын йөрәге аша үткәреп, өйөнә килгәндәрҙе ашатып, кейендереү хәстәрен күреүҙе ҡатыны Ғәзизәгә һәм балаларына өйрәтеп ҡуя олатай. Йәтимдәр күбәйеп киткәс, уның ҡул аҫтында балалар приюты асыла.

Киләсәкте күҙаллап, ауыл халҡын белемгә эйә булырға өндәй үҙе ғилемдең ҡәҙерен һәм файҙаһын күргән дин әһеле. Ауылда мәҙрәсә асыу өсөн ул бөтә тырышлығын һала. Уҡытыу программаһына дин дәрестәренән тыш, астрономия, математика, география фәндәрен индереүҙе хәстәрләй.

Сәйетбабалар Сабир олатайҙы, яратып, хөрмәт итеп, «хәҙрәт» тип йөрөтөүҙәрен, уның эргәһенә ингәндә, тауышланмай, ипле генә кереп йөрөүҙәрен ниндәйҙер бер эске йылылыҡ менән һөйләгәйне Сажидә инәй. Был мәлдә уның ҡиәфәте нурланып, Сабир хәҙрәтте алдында торғандай хис итеп, күрәһең, йөҙөндә матур йылмайыу хасил булғайны.

Бөтә булмышы менән Раббыһына йүнәлгән, Уны хаҡ һөйөү менән яратҡан бәндәһенә ҡарата Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешеләр күңеленә лә һөйөү, ихтирам һала, тип яҙыла китаптарҙа. Репрессиялар осоро башланғас та, Сабир хәҙрәтте ҡулға алырға бер кемдең дә баҙнатсылығы етмәй.

Сабир олатай үҙе лә үтә баҫалҡы, оялсан, ипле кеше була. Тирә-йүндәгеләргә күрһәтеп бармаған кәрамәттәрен дә ул бик кәрәк булғанда ғына ҡуллана.

Ауылда янғын сыҡҡас, яҡындағы ҡойоға өшкөрөп таш ырғыта Мөхәммәтсабир олатай. Ҡойоноң һыуы өҫкә күтәрелеп, ашып торғанын күргәс, йыйылған халыҡ һыуҙы биҙрәләр менән һоҫоп алып, янғынды тиҙ генә һүндерә. Был хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп торған Сажидә инәй:

«Бер төркөм балалар, янғын һүнгәс, ышанмайынса, ҡойоно ҡабат барып ҡараныҡ. Һыу элеккесә урынына ҡайтҡан. Аптырашып, хайран ҡалып, кире таралаштыҡ», − ти. Сабир хәҙрәттең ауылдағыларға билдәле булған тағы ла бер кәрамәте, аш көҫәгән ҡатынына, ҡыш уртаһында, баҙға төшөрөп, еләк ашатыуы тураһында әле һаман иҫкә алып һөйләнелә. Бәләкәй саҡта атайым Ғәбделбарый Әбйәлил улы һөйләгәндәрҙән иң иҫтә ҡалғаны − олатайҙың осоу кәрамәте. Ләкин ул быны, бер кемгә лә күрһәтмәйенсә, бик кәрәк саҡта ғына ҡулланған, тип һөйләй торғайны атайым.

Иҫтәлек булып ҡалһын, тип, фотоға төшөрөргә булғас, бик оҙаҡ өгөтләргә тура килә Сабир олатайҙы. Вафатына күп тә ҡалмағас эшләнгән бер генә фотоһүрәт һаҡланған.

Архив мәғлүмәттәре буйынса, 1906 йылда Сәйетбаба ауылында 2 мәсет, 2 мәҙрәсә була. Революциянан һуңғы йылдарҙа мәсеттәрҙең яҙмышы барыбыҙға ла билдәле. Сабир олатай донья ҡуйғас, мәсеттең дә яҙмышы хәл ителә.

«Мәсеттең манараһын киҫеп төшкәс, манара, ҡоламайынса, ике көн бәүелеп ултырҙы. Быға ҡарап, ололар илай, ололарға ҡарап, беҙ илайбыҙ. Өсөнсө көнөнә манара, ҡолап китеп, гөрһөлдәп ергә төштө. Өҫтөндәге айын ололар, күпме эҙләһәләр ҙә, таба алманылар. Ул әле лә ер аҫтында ята», − тип һөйләне Сажидә инәй был аяныслы ваҡиға тураһында.

Үҙе иҫән сағында, мәсетенең алдағыһын күҙаллап: «Был мәсеттең урыны ҡоромаҫ», − тип әйтә торған булған Мөхәммәтсабир олатай. Манараһы алынғас, башта унда мәктәп урынлаштырыла, һуңынан фатир итеп ҡулланыла. Аҙаҡ мәсет бинаһы бөтөнләй һүтелеп, урыны буш ҡала. «Әйтеп ҡалдырған башҡа һүҙҙәре раҫ килде, был һүҙе дөрөҫкә сыҡмаҫмы икән ни, тип эстән генә уйлап ҡуя торғайным», − тип хәтерләй хәҙрәттең ейәнсәре Клара Ғәбделәхәт ҡыҙы Ибраһимова.

Ҡәлебтәрҙе нурландырып, ҡасандыр моңло аҙан яңғыраған, ауылыбыҙҙың күрке булған мәсет тураһында уйланып йөрөгән берҙән-бер көндө, Клара апай ауыл бригадиры Ғилманов Нуриәхмәт ағайҙан ауылда мәсет төҙөй башларға, һәм уның нигеҙен элекке дауахана урынына һалырға ҡарар ителеүе тураһында белеп ҡала.

− Бик үк уңайлы урын түгел дәһә, ауыл уртаһындағы элекке мәсет урыны бигерәк тә ҡулай бит, − тигән кәңәш бирә Клара апай. Был кәңәш етәкселәрҙең күңеленә хуш килә һәм, күп тә тормай, төҙөлөш башланып китә. Ойоштороу эштәрен башҡарыуҙа бригадир Ғилманов Нуриәхмәт Вәлиәхмәт улы күп көс һалһа, Латипов Адикар Ғәлиәскәр улы төҙөлөш эштәренә аҙағынаса етәкселек итә. 1997 йылдың 5 февралендә, изге рамаҙан айының йома көнөндә, районда беренселәрҙән булып, Сәйетбабала мәсет асыла.

Мәсетте үҙ өйөндәй күреп яратҡан Клара апай үҙенең атаһы, Сабир олатайҙың иң кесе улы Ғәбделәхәт менән булған ваҡиғаны йыш иҫкә ала:

«1921 йылғы ҡаты аслыҡ ваҡытында беҙҙең тирәнән күп кенә балаларҙы Чита ҡалаһына алып китәләр. Улар араһында атайым да була. Читала балаларҙы ғаиләләргә таратып бирәләр. Атайым христиан динен тотҡан ғаиләгә эләгә. Бер көндө ғаилә хужаһы менән ҡатыны атайымды, түшенә тәре тағып сиркәүгә алып китәләр. Сиркәү ишегенә барып еттем, тигәндә, ҡапыл атайымдың ҡаршыһына аҡ салмаһын, еләнен кейгән Сабир олатай килеп баҫа. Аптырауҙан ҡаушап ҡалған атайым, үҙен етәкләп китеп барған хужаларҙың ҡулдарынан ысҡынып, муйынына тағылған тәрене йолҡоп ырғытып, сиркәү ҡапҡаһынан сығып йүгерә. Был хәлде күреп, ир менән ҡатын бер ни өндәшмәй, ризалашалар».

Сабир хәҙрәттең уртансы ҡыҙы Сафура − минең атайымдың әсәһе. 18 йәшлек кенә Сафура өләсәйемде Сабир хәҙрәт үҙенең шәкерте Әбйәлил Сиражетдин улы Сираевҡа кейәүгә бирә. Әбйәлил олатайҙың беренсе ҡатыны Ғәлиә өләсәй ҡаты сирләп киткәс була был хәл. Береһенән-береһе бәләкәй өс баланы, үҙ балаларындай күреп, матур тәрбиәләй Сафура өләсәй. Был никахтың бәхетле булырын алдан белеп торған Сабир олатай, киләсәктә үҙенең эшен дауам итәсәк кейәүенә ихлас доғаларын ҡыла, фатихаһын бирә.

Ҡурҡыу менән өмөт араһында булыу – иң тура юлдағыларҙың һәләте тиелгән китаптарҙа. Аллаһтың әжеренән ҡурҡып һәм шул уҡ ваҡытта Уның киң рәхимлеген өмөт итеп йәшәгәнгә күрә, һөйләгәне һәр ваҡыт хаҡ һүҙ, өндәгәне тик яҡшылыҡ, яҡтылыҡ була Сабир олатайҙың.

1931 йылда Сабир олатай баҡыйлыҡҡа күсә. Оло Үтәш ауылы кешеһе булһа ла, уны Сәйетбабала ерләйҙәр. Вафатына күп йылдар үтһә лә, хәтер ебе өҙөлмәй. Уның тураһындағы иҫтәлектәр телдән-телгә күсә. Әле лә сәйетбабалар Сабир хәҙрәтте күңел түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар, рухына доға ҡылалар.

 

Гөлнур Сәфәрғолова, Өфө

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....