Сабирйән олатайҙы иҫкә төшөрөп...

Сабирйән олатайҙы иҫкә төшөрөп...

Етмеш йылдан ашыу эҙәрлекләүҙәргә дусар ителһәләр ҙә, әүлиәләребеҙ һаман да халыҡ күңелендә, исемдәре телдән төшмәй. Иҫән булған изгеләребеҙ Совет осоронда ла үҙ тәғәйенләнештәренә тоғро ҡалып, замандаштарын әҙәп һәм хикмәт аша Хаҡ юлға әйҙәп йәшәне. Йылайыр төбәгендә динде һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән муллалар Исҡужа ауылында айырыуса күп ине, улар: Сабирйән Аҡтаев, Фазылйән Һөйөндөков, Ғүмәр Абдуллин һәм тағы ла бик күп аҡһаҡалдар. Бөгөнгө һүҙебеҙ − шәп олатай, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Сабирйән Аҡтаев хаҡында. Уның турала Юлдыбайҙа ғүмер итеүсе ҡыҙы Раҡия апай һөйләй:

Атайым 1907 йылда Исҡужа ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы − Мөхәмәтсадиҡ, әсәһе − Зәбихә. Ҡәҙерле кешем бик дәрәжәле, абруйлы ғаиләлә буй еткергән. Ҡартатаһы Иҙрис хәлфә олоҫ (волость) старшинаһы булған. Атайым 5 йәштән үк Ҡөрьән уҡый башлаған. Шунан Исҡужаның мөғәллиме Шәһишәрифтән белем алған.

Аҙағыраҡ Ишбулды мәсетенә йөрөп уҡыған, атайымдың, унда бик көслө мәҙрәсә булды, тип һөйләгәне хәтерҙә. Манһырға барып, Мөжәүир хәҙрәттән белем алды, Муллаҡайҙа − Әнүәр хәҙрәттән. Фарсы, ғәрәп телдәрен һыу кеүек эсте. Ғүмере буйы беҙҙе белдеклеге менән хайран ҡалдырып йәшәне. Алдан күреү һәләтенә лә эйә ине, кешенең килерен һиҙеп, әсәйгә: «Сәй ҡуй!» − тип ҡабаландыра торғайны.

Өшкөрөүгә шәп булды, белеүемсә, име бөтәһенә лә килешә торғайны. Хатта малды ла өшкөрөр ине. Бер кешене лә кире бороп ебәрмәне. Кешеләрҙе ҡарап, дауалағас, һәр береһенә доғалыҡбетеүҙәр яҙып бирҙе. 1931 йылға ҡәҙәр ауыл мәсетендә имам-хатип вазифаһын алып барһа ла, 1937 йылдың елбураны атайға ҡағылманы. Сөнки касафатты алдан тойомлаған Мөхәмәтсадиҡ ҡартатайым улына имам-хатиплыҡтан төшөргә кәңәш итеп, атайым тәүҙә колхозға, аҙаҡ инде Байҡараға сығып китеп, приискыға урынлаша.

Мәхмүзә апайым шул ауылда тыуған. 1942 йылдың ғинуар айында атайым һуғышҡа алына. Яу юлын үтеп, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Бөйөк Ватан һуғышы» ордены менән бүләкләнә, Еңеүҙе Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршылай һәм 1945 йылдың көҙөндә генә тыуған еренә аяҡ баҫа. Ҡайтҡас инде совхозда ат көтә, урман ҡырҡа, ҡыҫҡаһы, эшләмәгән эше ҡалмай. Ҡайҙа йөрөһә лә, намаҙын уҡыр ине.

Лесопилканан таҡта ташыйбыҙ, шунда үгеҙ егеп, беҙ, балалары, бергәләп киләбеҙ ҙә, атайыбыҙ тәһәрәтләнеп, намаҙын уҡығансы, үгеҙҙе алып ҡасып китәбеҙ. Йомшаҡ күңелле атайыбыҙ шаярыуыбыҙға бер ҡасан да үпкәләмәне. Беҙҙе, дүрт ҡыҙын, эргәһенә ултыртып, ғәрәп яҙмаһына өйрәтә торғайны. Йәшерен-батырын түгел, беҙҙе мәктәптә «мулла балалары» тип, гел ҡаға торғайнылар.

Шунан ҡурҡыпмы икән, атайыбыҙҙан ҡасып, яҡшы, тейешле кимәлдә өйрәнә алмағанбыҙҙыр, күрәһең! Беҙгә һәр ваҡыт намаҙға баҫығыҙ, тип әйтә торғайны. Өшкөрөргә өйрәтте, шунан: «Һин, Раҡия, балаларҙы инде өшкөрә алаһың», − тип миңә бер заман, йәш инем әле, был эшкә үҙенең фатихаһын бирҙе.

Һабаҡташы Фазылйән ағай менән йән дуҫтар ине. Ишектәрен бикләп, сәғәттәр буйына дин тураһында һөйләштеләр, боронғо яҙмалы китаптар ҡараштырып ултырғандарын әле булһа һағынып иҫкә алам. Әсәйем Ҡунаҡбикә Хафиз ҡыҙы менән һүҙгә килешмәй, әрләшмәй, сабыр, тыныс ғүмер иттеләр, күңел йылыһын һалып, 4 ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Сөбхәнәллаһ, барыбыҙ ҙа Аллаһ ҡушҡанын үтәп йәшәйбеҙ, әллә ҡасандан уҡ дин юлындабыҙ.

Атай-әсәйемдең йорто Исҡужала бөгөн дә бар. Атайым үҙе был өйҙә 1919 йылдың ҡышында Шәйехзада Бабичтың булып китеүе менән бик ғорурлана торғайны һәм бөйөк шағирҙы үҙ күҙҙәре менән күреүен Йылайыр еренә Бабич тураһында фильм төшөрөргә килгән яҙыусы Ғәзим Шафиҡовҡа ла һөйләп бирҙе (Әлхәмдүлилләһ, 1990 йылда төшөрөлгән был фильм Башҡортостан телевидениеһы архивында һаҡлана, был телеочерк «На камне кровь густая» тип атала. - Авт.).

Атайымдың хәтерләүенсә, отряд ат ашатып, тамаҡ ялғап китеү өсөн уларҙың өйөндә туҡтап үткән икән. Бәлки, ҡартатайымдың һыйы шағирҙың һуңғы ҡабым ризығы булғандыр (Раҡия апайҙың тауышы ҡалтыраны). Бер нисә көндән атайымдар Бабичтың йыртҡыстарса үлтерелеүе тураһында ҡот осҡос хәбәр ала.

Йә Аллаһ, хәҙер барыһы ла төш кеүек хәтеремдән һуҙылып үтә. Атайымдың был донъянан үтеүенә лә 29 йыл булды. Әле булһа яғымлы ҡарашын, Ҡөрьән уҡығанын һағынам. Алай ҙа тауышын ошо Нух замандағы магнитофонға яҙҙырып алғанмын. Морат улыма рәхмәт, лентанан флешкаға күсереп бирҙе, ғәйәт уңайлы, хәҙер ошо бәләкәй генә диктофонды ишек алдына сығып та тыңлай алам (Раҡия апай уҫтаптай магнитофонға, өҫтәлдә ятҡан кескәй генә диктофонға ымлап күрһәтте)!

Ҡәҙерле кешемдең тауышын тыңлаһам, һыҙланыуҙарым баҫыла. Ҡөрьән аяттары менән дауалаған кешелекле, кеселекле аҡһаҡалды бөгөн балалары ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә яратып, һағынып иҫкә ала.

ЯҠТАШТАРЫ ИҪЛӘЙ:

Гөлшат Зөлҡәрнәева (Юлдыбай ауылы):

1984 йылда икенсе улыбыҙ Ринат тыуҙы. Бала табыу йортонан ҡайттыҡ та, күп тә үтмәне, бер көндө сабыйымды алыштырып ҡуйғандармы ни: имсәк тә ҡапмай, имеүҙән баш тартып, ҡайҡайып, тынмайынса илай ҙа илай. Иптәшем Сабир менән ныҡ аптыраныҡ. Бала ас, илауы тынмағас, кәңәшләштек тә, бала күтәреп, күрше Исҡужаға Сабирйән олатайға сығып киттек. Ул күпмелер ваҡыт шифалы доғааяттарын уҡый торғас, һыпырып алғандай кеүек булды ла ҡуйҙы. Кинйәбеҙ шундуҡ йоҡлап китте. Ауылға ҡайтыу менән дә ике-өс сәғәт уянманы әле, тыныс ҡына йоҡлай бирҙе бәләкәсебеҙ.

Данияр Байназаров (Юлдыбай ауылы):

Сабирйән олатайҙың кейәүе Рәйес ағай Алчинов менән тракторҙа бергә эшләнек. 1981 йылда ҙур ҡыҙыбыҙ, атлап йөрөй ине ул саҡта, ҡапыл ауырып китте. Шул Рәйес ағайҙың тракторына тейәлдек тә, Исҡужаға юл тоттоҡ. Сабирйән ҡарт өйҙә ине, уның хәләл ефете Ҡунаҡбикә инәй беҙгә сәй эсерҙе. Шунан мулла ҡыҙыбыҙҙы өшкөрҙө.

Күҙ теймәһен, шунда уҡ килеште лә ҡуйҙы. Эйе, шул заманда йәмле Исҡужа ауылында көслө муллалар йәшәне. Йәштәр ҙә шул ҡарттарҙан шөрләңкерәй ине, йәнәһе, күреп ҡалмаһын, кәйефе төшмәһен, тип. Һипһенә торғандар ине. Бөгөнгө күҙлектән алғанда, аҡһаҡалдар әҙәпте һаҡлап, матур ғәмәлдәре, ярҙамсыл булыуҙары менән барыбыҙҙы ла дингә өндәп йәшәне, тип ҡыйыу рәүештә әйтә алам.

Зилә Йәндәүләтова(Юлдыбай ауылы):

Бала сағым Исҡужала үтте. Совет осоро булһа ла, ауылыбыҙ динле, муллалары Сабирйән Аҡтаев, Фазылйән Һөйөндөков, Абдрахман Аҡтаев, үҙемдең ҡартатайым Рамаҙан Аҡтаев, Ғүмәр Абдуллин менән көслө ине. Һәм ысынлап та, улар нисектер ауылға йәм биреп йәшәнеләр.

Кешеләр уларға дауаланырға йөрөнө. Рамаҙан ҡартатайым өшкөрөүен өшкөрмәне, әммә биш намаҙын теүәл үтәне. Байрам, тип өләсәйем ҡаҙанда тары бутҡаһын бешереүе иҫемдә. Әлхәмдүлилләһ, иманлы мөхиттә үҫтем. Совет осоронда ошо муллалар рух көсөн һаҡланы. Уларҙың күбеһе һуғыштан ҡайтҡан яугирҙәр ине. Ауыр тупраҡтары еңел булһын!

Ғүмере буйы ваҡытын, үҙен аямай, Аллаһтың ҡушҡанына тоғро ҡалған уҡымышлы Сабирйән олатай тупһаһы аша атлап үткән һәр кешегә ихлас ярҙам итте, дин нурын һаҡлап, яҡташтарына матур өлгө күрһәтеп йәшәне һәм баҡыйлыҡҡа күсте. Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын, рухын шат ҡылһын.

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА ЯҘЫП АЛДЫ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...