Хәйретдин мулла

Хәйретдин мулла

Әлеге Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районындағы Ҡарғалы биҫтәһе яғынан алып Иҙел буйына һыйынған Ҡотан (Мәсетле) ауылыбыҙ тирәләренә тиклемге арауыҡ бер кантонлыҡҡа ҡарай: Бөрйән-Түңгәүер тип атала. Шуға ла ике арала бик иркен аралашып йәшәгәндәр.

 

Беҙҙең бабайыбыҙға, Хөснит-динов Хәйретдин Абдрахман улына, ауылыбыҙҙың совет заманындағы һуңғы Указлы муллаһына (1870-1940), шунда уҡыу бәхете тейә. Тик бай балалары ғына уҡыған ергә Ҡотандан барып белем алғас, хәлле үә уҡымышлы ғаиләнән икәнлеге күренеп тора. Артабан Азия яҡтарында оҙаҡ уҡып, 40 йәштәр тирәһендә генә ауылына ҡайтып өйләнә. Аҡбулаттан кәләш алып, Миңлеуафа исемле ҡыҙы тыуа. Ләкин бабайыбыҙ бик иртә тол ҡала. Буласаҡ икенсе йәмәғәте, ауылдашы Мәрзиә инәй, Һөйөш яғында ҡыҙылдарҙан ҡасып, ауы-лына ҡайтып ингәс, бабайым менән өйләнешәләр. Дөрөҫөрәге, Мәрзиә инәй ишле тормош хаҡында үҙе һүҙ башлай. Сөнки бола замандың хаяһыҙлығынан да, 14 йәшенән генә никахлашҡан тәүге ире лә ярман һуғышында юғалып, тылдағы ауырлыҡтан да ныҡ миктәгән була. Икеһенең дә, тәүге йәмәғәттәре баҡыйлыҡҡа күскәс, берәр балаһы етем ҡала. Уларҙы бер ояға беректереүҙә уртаҡ тел таба алғандарҙыр, күрәһең. Тик Мәрзиә инәйҙең Һөйөш яғында урманда ҡасып йөрөгәндә һалҡын алдырған бәпәйе йән бирә.

Хәйретдин бабай тәҙрәһеҙ, манараһыҙ мәсеттә, ауылдаштарының һорауы бу-йынса, дини бурыс үтәй. Ауыл юл уртаһында булғас, килгән-киткән кеше мәсет икәнлеген абайламаһын өсөн, шулай эшләйҙәр. Ишек алдында исем өсөн тыранса-маҙар ятҡан. Намаҙға йыйылған саҡта, сит-ят берәйһе килеп сыҡҡанда, өмәгә йыйылдыҡ, тигәндәр. Йәмәғәте менән ете балаға йән өрәләр. Дин әһеле булараҡ, ауылдың йәше-ҡарты уның менән кәңәшләшкән. Доғалары менән дауалаған, дары еҫе сығарып, ен ҡыуған, енләнеп ауырығандарҙы тынысландырған, тирегә ураған, шифалы май һөрткән. Күрше төбәктәрҙә лә уның турала яҡшы белгәндәр.

Бабайым, мәсеттәге хеҙмәтенән тыш, ялан яғынан почта ташыған. Почтанан тыш, халыҡҡа ярма, тоҙ, шырпы, кәрәсин кеүек көндәлек төп кәрәк-яраҡ тейәгән. Ауыр заманда был тиклем байлыҡ ташыуҙа нәфсеһен тыйған, тауарҙы һаҡлай һәм ҡурсый алырлыҡ көслө кеше мөһим була. Ҡушарлап егелгән ат килгәнен әллә ҡайҙан күреп, юл биреп торһондар өсөн, ул заманда дуғаға ҡыҙыл сепрәк бәйләгәндәр, зыңғырлап торған ҡыңғырау таҡҡандар. Бәләкәй генә флагы ла елберҙәгән. «Әлеге ГАИ сиренаһы шул саҡтан килә инде ул», – ти торғайны ҡыҙы Мәҙинә инәйем.

Беҙҙән Һүрәм аша Мораҡҡа 50 саҡрым. Йыл әйләнәһенә шул юлдан үҙ мәлендә үтергә кәрәк. Ҡышҡы көн ҡыҫҡа, юл оҙон, шәмгә ут алғас ҡына ҡайтҡан бабайыбыҙҙы көтөп, бала-сағалар йоҡлап киткән. Мәрзиә инәй генә Аллаһына һыйынып көткән. Ни тиһәң дә, урман, тау-таш араһы, эт-ҡош заманы бит, юлдарҙың өҙәрем сағы ла йыш була. Балыҡ-фәлән тотһа, тәүҙә Ҡыҙыл Мәсет баҙарына алып барып, кәрәк-ярағына алыштыра. Таңғырҙа (Яҡшәмбәт) Йомағужа Изгиндә кейәүҙә торған оло ҡыҙы Миңлеуафаның балалары ла ишле. Уларҙы ла күреү мөһим. Ни тиһәң дә, ыбыр-сыбыр дүрт бала олатай тип көтөп ултыра: олоһо – Нурбәк, Клара, Зөһрә, Венера. Бабайым, шулай, ауылдар аша тәбиғәттең ниндәй мәлендә лә юлда булған. Ҡотанға иртәрәк ҡайтып, ҡыңғырау тауы-шы ишелетелеүе балалар өсөн мөғжизәләр тейәлгән сана тауышы сыҡҡан кеүек тойолған.

Ләкин юл ғазаптарын гүр ғазаптарындай күргән мәлдәре лә булған сәфәрсенең. Ғәм халыҡҡа тип почта, тауар тейәлгән йөк атын юлбаҫарҙар һағалауы ул саҡта ҡәҙимге хәл була, нәҡ ошо көсөргәнешле мәлдә кәрәккән дә инде Хәйретдин бабайҙың тылсымы. Һүрәм яғында артынан ашығып эйәреп килгән һыбайлылар «Стой!» тип туҡтатырға иткәндәр. «Туҡтаның – бөттөң!» тигән һүҙ. Бесән аҫтына алдан уҡ һалынған доғалы утын ағастарын юлға арҡыры һалып китеүе була, теге шикле ят бауырҙар аты-ние менән, кире Мораҡ яғына боролоп тороп ҡала икән. Улар иҫ-оҫ йыйғансы, бабай арыу уҡ юл ыратып, тағы ағасты арҡыры һалып китә!

Юлдарҙың өҙәрем сағында ла тәүәккәлләй ул. Юл ҡалмаҫ борон, бер барғанда тип, күберәк йөк тейәгән саҡтары ла булғандыр. Ләкин, имшегән боҙ өҫтөнән үткәндә, уйылып һыуға төшөп хәле ҡыл өҫтөндә ҡалғанда ла, ат һынлы аты-ние менән имен ҡотолоу юлдарын таба алырлыҡ көсө була. Аллаһу Тәғәлә ярҙамы менән, ауыл халҡы һәм балаларым хаҡына, тип үтенеп һорауымдан, тигән. Был хаҡта йән дуҫы, серҙәше, йәмәғәте Мәрзиә инәйгә генә һөйләй алған.

Халҡы өсөн, ауылдаштар өсөн үҙ йәнен ҡыл өҫтөндә ҡалдырған саҡтарын ҡысҡырып һөйләп йөрөмәһә лә, үткән быуаттың бола мәле уның яҙмышында ла эҙен ҡалдырған. Азия яҡтарында белем эстәп ҡайтҡан дин әһеле булараҡ, эҙәрлекләү башлана. Тәүҙә, волость, һуңынан район үҙәгенекеләрҙең күҙ алдында ғына тора. Бер мәл килеп, ишек дөбөрҙәтеп, сәбәпһеҙ-ниһеҙ ике кеше төн уртаһында алып китәләр. Бабайым икенсе тапҡыр тол ҡалған Гөльямал һеңлеһен дә балаһы менән үҙ ояһына һыйындырған була, ул «ағайымды бирмәйем!» тип тегеләргә барып йәбешә. Уны йолҡоп алып ситкә бырағытҡандарында дө-бөр-шатыр ҡолап ятып ҡала. Шул гөрһөлдәгән тауышҡа бала-сағаларҙың башҡалары ла уяна. «Йылтыр погонлы, матур кейемле ағайҙар менән китте, атайым үҙе, тиҙҙән ҡайтам, тине бит, ни эшләп әсәйемдәр илаша икән», – тип аптырай улар. Ул киткәс, Мәрзиә инәй килендәше Сәлимә инәй менән бик күп кенә дини китаптарҙы аҡ сепрәккә төрөп, мейес аҫтына күмәләр. Ҡайһы өй мейесе икәнлеген Мәҙинә инәй иҫләй алманы, сөнки үтә бәләкәй була шул ул саҡта. Өмөт тигәнең сикһеҙ бит, китаптар күн тышлы булһа, сепрәк сереһә лә, яҙыуҙар һаҡланғандыр, берәй күңелле сәбәп менән табылыр кеүек.

Һорау алған ерҙә бабайым кеүек йәнә дүрт дин әһеле була. Береһе – Иҫке Монасиптан Кирәй мулла, уҡытыусыбыҙ Азат Муллағоловтың олатаһы. Уларҙы бөрсәле, саң һырыған ергә бикләгәндәр. Стеналарға һыу һибеп, бөрсәне кейемдәре менән һепереп төшөргәс кенә бер аҙ серем иткәндәр. Һорау алыусылар килеүгә йоҙаҡ асыҡ, үҙҙәре намаҙ уҡып ултыра икән. Шул тиклем тылсымдары булһа ла, ҡасмағандар, доға уҡып, тегеләрҙе көтөп ултырғандар.

Хәйретдин бабайҙы мәңгелек туңлыҡҡа һөргөнгә ебәреү афәтенән ауылдаштары ебәрмәй алып ҡала. Бик ярлы, ҡарт, балалары күп, ауырыуҙарға ярҙамы ҙур һәм башҡа ыңғай сәбәптәрен дәлилләгәндәр. Әммә һәр саҡ эҙәрлекләү, күҙәтеүҙәр аҫтында йәшәү үҙ эҙен һала. Бабайыбыҙ, сиргә һабышып, бесән ваҡытында, августың туғыҙынсы көнөндә, түшәккә йығыла.

 

Венера Ситдиҡова,

Өфө ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...