Тарих биттәрен йәнә барлап...

Тарих биттәрен йәнә барлап...

Тарих биттәрен йәнә барлап...

Тарихсы булараҡ, Мөжәүир хәҙрәттең дауалау алымдары, көсө хаҡында ҡыҙыҡһынып, бер нисә кеше менән әңгәмәләшеүемдең һөҙөмтәләрен дә әйтеп китергә теләйем.

 

Береһе 1950-1960-сы йылдарҙа Баймаҡ төбәгенең билдәле кешеһе булған, заманында илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә суд, МВД, КГБ структураларында эшләгән, коммунист та булған кеше ине. Шул ағай һөйләүенсә, уның бер туғаны оҙаҡ ваҡыт психик ауырыу менән яфаланған, Орск ҡалаһына йөрөтөп даулағандар, әммә бер ҙә йүнәлеп китә алмаған. Шунан оло абруйлы халыҡ табибы барлығын ишетеп, сирлене Мөжәүир хәҙрәткә алып барырға ниәт иткәндәр. Әлбиттә, нисек инде коммунист, билдәле закон эшмәкәре булған башым менән, муллаға ярҙам эҙләп барырға тейешмен, тигән һорау тыуып, ҡыйынһындырһа ла, бер кисте, туғанын мотоциклға ултыртып, хәҙрәткә килгән. Хәҙрәт олатай уларҙың килеүен алдан белеп, көтөп торған икән, әйҙә үтегеҙ, хәлегеҙҙе аңлайым, һүҙ теймәһен, тип дөрөҫ ваҡытта, кеше-фәлән күрмәгән саҡта килгәнһегеҙ, тип ныҡ аптыратҡан был ағайҙы. Олатай сәйгә саҡырҙы, беҙҙең үтенесте тыңланы ла, шул ук ваҡытта доғаһын уҡып, өрөп-өшкөрөп ҡайтарып ебәрҙе, 15 көндән тағы бер мәртәбә килеп килһәгеҙ, шул етер тине. Шулай булды ла, икенсе килгәндән һуң туғаным йүнәлеп китте, аҙаҡ был ауырыуы башҡа интектермәне уны, приступтары туҡтаны, оҙаҡ йәшәне. Миңә, партияла торған кешегә, бик ҡыйын булһа ла, ышанырға тура килде – ышанмаған ереңдән ышанырһың, бындай һөҙөмтәне күргәс, тик оҙаҡ йылдар бер кемгә лә был турала һөйләй алманым, тип һүҙен тамамлап ҡуйғайны. Икенсе әңгәмәсем, шулай уҡ заманында диндән бик алыҫ торған ағай, һуңғы йылдарҙа ғына дингә ҡайтҡан кеше. Ул үҙенең бала сағында тотлоғоу сире менән ауырыу сәбәпле ыҙалағанын бәйән итте. Малайҙы имсе олатайға күрһәтергә Татлыбай ауылында йәшәгән инәһе өгөтләгән. Бындай дауалау ысулдарына бигүк ышанып бармаған атаһы, инәһе менән бергәләп, уны Мөжәүир хәҙрәткә өс тапҡыр алып килгәндән һуң, ул йүнәлеп китә, башҡаса был ауырыу менән ауырамай. Был теманы дауам итеп, әллә күпме тарих һөйләп булыр ине. Халыҡ табибына мөрәжәғәт итеүселәр араһында бик етди вазифаларҙа эшләгән, юғары белемле, фән дәрәжәләре булған шәхестәр байтаҡ, улар һөйләгән хәл-ваҡиғаларҙың ысынбарлығына ышанмау, уларҙы ялғанлыҡта ғәйепләү мөмкин түгел.

Артабан хәҙрәттең тормош юлына әйләнеп ҡайтайыҡ. Мөжәүир хәҙрәт ҡайҙа уҡыған, тигән мәсьәлә һаман да тора әле. Халыҡта уның киң билдәле Ғабдулла Сәйеди мәҙрәсәһендә, Муллаҡай ауылында белем алыуы хаҡында фекер бар. Әммә был мәсьәләне әлегә тулыһынса асыҡлап бөтә алманым. Яңыраҡ ҡына архив материалдарындағы бер яҙмаға иғтибар иттем. Мөжәүир хәҙрәт мулла булғас, ҡасандыр, ҡайҙалыр имам-хатип йә мөдәрис булып торғандыр, тип Бәхтигәрәй ауылының муллалар исемлеген өйрәнә башланым. Мөжәүир Уйылдан улы был исемлеккә инмәгән. Ни өсөн асыҡларға кәрәк ине быны миңә? Был бик мөһим мәсьәлә – сөнки имам-хатиптарҙың исемлеген өйрәнеү арҡылы уларҙың ҡайҙа белем алғандарын да асыҡлап була. Мәҫәлән, Манһыр муллаларының бер нисәүһе Юлыҡ мәҙрәсәһендә уҡыған.

Мөжәүир хәҙрәттең Муллаҡайҙа уҡығаны тураһындағы документты әлегә таба алманым. Халыҡ әйтеүе буйынса, Мөжәүир хәҙрәт Ғабдулла Сәйеди мәҙрәсәһендә белем алған, һәм, Ғабдулла Сәйеди ишандың мөриде булараҡ, унан тыйб (медицина) ғилемен өйрәнгән, дарыу үләндәрен, дауалау, өшкөрөү алымдарын үҙләштергән. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, тәҡүә диндарҙар иҫәбенән булған Риф Абдрахманов – Ғариф хажи мәрхүм, тәүҙә Мөжәүир хәҙрәттең Муллаҡайҙа белем алыуы тураһында яҙып сыҡты, аҙаҡ Ғәҙелбай мәҙрәсәһендә лә уҡыған, буғай, тигән фекерен әйтте. Шул саҡта уҡ Мөжәүир хәҙрәт ни сәбәпле Ғәҙелбай мәҙрәсәһенә уҡырға барған икән, тигән һорау тыуғайны миндә. Яңыраҡ бер документтағы мәғлүмәткә иғтибар иттем: баҡтиһәң, 19-сы быуат аҙағы – 20-се быуат баштарында Бөрйән волосы Ғәҙелбай ауылында имам-хатиб һәм мөдәрис булып Ғабдулла Сәйетов, йәғни Сәйеди торған. Муллаҡайҙа түгел, ә Ғәҙелбайҙа. 1870-се йылдарҙа Ғабдулла Сәйеди үҙенең ауылында имам-хатип булыуы, мәҙрәсә тотоуы, әлбиттә, факт. Әммә, шул уҡ осорҙа ул имам-хатиб һәм мөдәрис булып Ғәҙелбайҙа ла торған. Ғабдулла ишан ике урында ла мәҙрәсә тоттомо икән, тигән һорау тыуҙы, әммә әлегә был һорауға аныҡ яуап юҡ. Әлбиттә, артабан быны беҙ тикшерербеҙ, асыҡларбыҙ. Әлегә шуныһы мөһим, әгәр ҙә Мөжәүир хәҙрәт Ғәҙелбайҙағы мәҙрәсәлә белем алғаны дөрөҫ булһа, уның ысынлап та, Ғабдулла Сәйедиҙың уҡыусыһы булып сығыуы бик мөмкин! Әлегә ошолар билдәле булды, әммә эҙләнеүҙәремде дауам итәсәкмен, әлбиттә.

Шулай итеп, Урал аръяғы төбәгендә Исламды ныҡлап урынлаштырыу эшен башҡарыусы XIII быуат суфыйы Мөхәмәт Рамаҙан Әүеши, XIV быуаттағы Башҡортостан имамы Хөсәйенбәк хажи Төркистанлылар юлын артабан дауам итеүсе башҡорт зыялылары – Шәриф (Әүәз) ауылынан сыҡҡан ҡыуаҡан ырыуы башҡорто оло шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлев, Вәлит ауылынан – Түңгәүер башҡорто Ғатаулла ишан Әбделмаликов, Бөрйән башҡорттарынан – Ғабдулла Сәиди, Хөснөтдин Мөхәмәтов, Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтар һәм башҡа бик күптәр борондан килгән Исламдағы изгеләргә, әүлиәләргә бәйле булған суфыйсылыҡ тәғлимәтендә, Әхмәт Йәсәүи, Баһаутдин Нәҡшбәндтәр башлап ебәргән тәриҡәт юлында торған, шул юл аша кешеләрҙе изгелеккә, белемгә өндәп, Ислам динен таратып, уны боҙоуҙарҙан һаҡлап килгәндәр, тип иҫәпләйем.

Был бөйөк бәндәләр, олуғ ислам ғалимдары, тыйб белгестәре, хажиҙар, әүлиәләр: шәйех Зәйнулла ишан Рәсүли, Ғатаулла ишан Әбделмәликов, Ғабдулла ишан Сәйеди, Хөснөтдин, Мөжәүир хәҙрәттәр – барыһы ла, Ислам динен, изге Ҡөрьәнде тәрәндән, һәр яҡтан өйрәнеп, тәсаууф фәне ғалимдары булып, таратып, фарыз, сөннәт, нәфел, әҙәп һәм башҡа ғәмәлдәрҙе ихласлыҡ һәм ихсан менән башҡарып, бер тәғлимәттә, бер юлда – Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә торған, бер юғары вазифалар үтәп, бер төрлө ғәмәлдәр ҡылған, халыҡты тән һәм рухи яҡтан дауалау эшенә ҙур көс һалған шәхестәребеҙ булған, тип һанарға урын бар. Әлбиттә, артабан да дин әһелдәренә лә, ғалимдарға ла ошо юҫыҡтағы эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә кәрәк, халҡыбыҙға изгеләр ҡалдырған рухи ҡиммәтәрҙе дөрөҫ һәм тулы итеп ҡайтарыу мөҡҡәддәс бурысыбыҙ булырға тейеш, ин шәә Аллаһ!

 

(Башы гәзиттең 7-8-се һандарында)

 

 

 

Фуат Сөләймәнов, тарих фәндәре кандидаты, Сибай ҡалаһы

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Әжәл менән яғалашҡанда

Бер кем дә үлемдән ҡасып ҡотола алмай һәм уның ҡасан килерен дә белә алмай. Иртәгә, иртәнән һуңға килергә мөмкин. Бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, вафатың − күҙең менән ҡашың араһында, тип. Тимәк, был фани донъя һәр кемдең ваҡытлыса йәшәйеш урыны, ә Әхирәт – мәңгелек йортобоҙ.   Шуның...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...