Нәсихә өләсәй

Нәсихә өләсәй

Нәсихә өләсәй

Элек Нөгөш йылғаһы буйында, иҫ киткес мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында, Кәшәлә тигән бик матур ауыл бар ине. Был ауылға Мәләүез яҡтарынан килгән кешеләр нигеҙ һалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кәшәлә перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп юҡҡа сыҡты, картала исеме генә ҡалды.

Бына шул ауыл кешеһе Аллабирҙин Хәмзә Әскәр улына тормошҡа сыҡҡан да инде Нәсихә өләсәй. Уларҙың Әбдерәхим тигән улы, Хәкимә, Аҫылбикә, Кәримә, Нәғимә исемле ҡыҙҙары тыуа. Нәсихә өләсәйем, ҙур кәүҙәле, бик уҡымышлы, изгелекле, ярҙамсыл, халыҡ йырҙарын яратып башҡарған кеше булған. Ауылда ололары ла, кеселәре лә уны хөрмәт иткән. Берәй сетерекле хәл-ваҡиға килеп тыуһа, хатта ҡарттар ҙа: “Тәүҙә Нәсихә килен менән кәңәшләшәйек әле,” − тип әйтер булғандар. Уның әкиәттәрҙе оҫта итеп һөйләүен әсәйем әле булһа ла һағынып иҫкә ала. Ейән-ейәнсәрҙәренә “Таһир менән Зөһрә”, “Йософ менән Зөләйхә”, “Алдар менән Зөһрә”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Зыятүләк менән Һыуһылыу” һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләрен һөйләгән. Әсәйемдең Нәсихә өләсәй тураһында хәтирәләрен тыңлап ултырһаң, уның шундай көслө рухлы кеше, ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көслө, тылсымлы һәләткә эйә булыуына иҫең китер. Шуларҙың бер нисәһе тураһында яҙып китмәксемен.

Өләсәй дарыу үләндәрен, уларҙың ауырыу кешеләргә тәьҫир көсөн яҡшы белгән. Йыш ҡына: “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ,” − тип әйтә торған булған. Уның өйөнән бер ваҡытта ла артыш һәм башҡа дарыу үләндәре өҙөлмәгән. Кешеләрҙе ауырыуҙан дауалағанда, үҙенең “Тыйб” тип атап йөрөткән китабын ҡулланған. Аҙаҡ ҡына ишетеп белдем: баҡһаң, ул Тибет медицинаһы буйынса китап булған икән. Их, бер тотоп ҡарарға ине шул китапты, нимәләр яҙылды икән? Минең өсөн асылмаған бер сер булып ҡалды ул китап.

Элек Кәшәлә ауылында урыҫ ғаиләләре лә йәшәгән. Улар күпләп мәк сәскәһе үҫтергәндәр. Кешеләр ул ваҡытта мәктең наркотик икәнен белмәгәндәрҙер, матурлыҡ өсөн үҫтергәндәрҙер, орлоҡтарын тәмләткес итеп файҙаланғандарҙыр. Ләкин өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен: “Мәк сәскәһенә оҙаҡ ҡарамағыҙ. Кем мәк сәскәһенә оҙаҡ ҡарай, бер ваҡытта ла ожмахҡа керә алмай,” − тип иҫкәртә торған булған. Тимәк, ул мәктең кеше организмына нисек тәьҫир иткәнен белгән бит. “Урманда яңғыҙ йөрөгәндә, йүкә ағасынан таяҡ тотоп йөрөгөҙ, ул һеҙгә төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡотолорға ярҙам итер,” − тигән. Нәсихә өләсәйҙең быуындан-быуынға, ҡулдан-ҡулға күсеп килгән, ата-бабаларыбыҙ хаждан килтергән тип, күҙ ҡараһылай ғына һаҡлап тотҡан, көрән төҫлө тауыҡ йомортҡаһындай ғына ташы булған. Ул шул ташы менән кешеләрҙе арпанан, ыйыҡтан (эйәк аҫты, урт тишелеү), һумдан (яман шеш ауырыуҙарынан) имләп, өшкөрөп дауалаған, үләнле, баллы сәйҙәрен эсергән. Таш быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. (Тележурналист Луиза Фәрхшатова “Башҡа таштар” тигән фильм төшөргәйне ).

− Нисек итеп имләй торғайны? – тип ҡыҙыҡһынып һораным әсәйемдән.

− Шеш ауырыуҙарын өләсәйем ай бөтөп килгәндә дауалай торғайны, − тип һөйләп алып китте әсәйем. – Тәүҙә доға уҡый. Шунан унға тиклем һанай. Ундан һуң кирегә һанай: ун – унлығың менән ҡайт, туғыҙ – туғыҙлығың менән ҡайт, һигеҙ – һигеҙлегең менән ҡайт, ете – етелегең менән ҡайт, алты – алтылығың менән ҡайт, биш – бишлегең менән ҡайт, дүрт – дүртлегең менән ҡайт, өс – өслөгөң менән ҡайт, ике – икелегең менән ҡайт, бер – берлегең менән ҡайт. Бур тоттом, йөҙөнә ҡара яҡтым. Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты, һин дә ҡайт. Шул рәүешле һанаған һайын берәр һанға кәметеп, бергә тиклем килеп етә торғайны.

Ғәжәп бит: кешеләр ауырыуҙарҙы ай бөтөп барғанда имләп, өшкөрөп дауаларға тырышҡандар. Һандарҙы ла кәмеү тәртибендә һанағандар. Тәбиғәттә бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйләнгән шул. Ә бына ауырыу кеше, йыһан, бөтөп барған ай, кирегә һаналған һандар араһында ниндәй уртаҡ бәйләнештәр бар икән? Бәлки, киләсәктә кемдер берәү асыҡлар, иҫбат итер.

Бер ваҡыт, Нөгөш буйында уйнап йөрөгәндә, Ишбикә исемле ҡыҙҙы йылан саға. Ул шул тиклем ныҡ шешенә, хатта теле ауыҙына һыймай башлай. Нәсихә өләсәй ҡарап тора ла:

− Ах, был бала үлә бит, − ти. – Йыланың ниндәй төҫтә ине? – тип һорай. Боронғоларҙың юрауы буйынса йылан үлмәһә, йыландан сағылған кеше үлергә тейеш була. Өләсәй йыланды арбап саҡырып килтерә. Йылан аласыҡ башына үрмәләп менә лә, шунда, урындыҡта, ултырған балаларҙың күҙ алдында юғарынан төшөп, эсе ярылып үлә.

Хәйерниса инәй һыу эсеп торғанда, аяғының баш бармағына һыуыҡ һыу тамған һымаҡ була. Баш бармаҡтан алып һыҙлатып аяғы шешә башлай. Нәсихә өләсәй, тәрбиәләп, шеш юғары күтәрелмәһен тип, инәйҙең аяғын аттың ҡылы менән һығып бәйләп ҡуя. Шеш юғары күтәрелмәй, аяҡтың аҫҡы өлөшө яйлап һулый, кибә башлай…

− Һыңар аяҡ менән нисек кенә йәшәне ул? Ғаиләһе лә булғандыр бит, балаларын нисек ҡараны һуң? − тип һораным әсәйемдән, был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, аптырап.

− Һуң, Хәйерниса инәй Йомағол ағайҙың әсәһе бит. Ул әсәһенә ағастың эсен соҡоп, аяҡ эшләп бирҙе. Элек ҡатын-ҡыҙҙар оҙон итәкле күлдәктәр кейгәндәрен беләһең бит. Уның аяғы юҡ икәне лә һиҙелмәне, әҙ генә сатанлаңҡырай торғайны, − тине.

Өләсәй тураһында әсәйем һөйләгән тағы бер хәл аптырашҡа ҡалдыра. Һуғыш ваҡыты була. Бөтөн ир заттары яу яланына китеп бөткән. Кешеләрҙең йөрәктәренә ҡурҡыу, шом өҫтәп, ауылдың өҫтөнән ҙур ут осоп йөрөй. Уттың ҡойроғо берсә өҙөлә, берсә ялғана. Йәш балалар үлә башлай. Әсәйемдең Ғәзимә, Зәйнәп исемле һеңлеләре аҙна эсендә бер-бер артлы үлеп ҡалалар. Шул саҡ Нәсихә өләсәй: “Туҡта, Кинйәбикә еңгәнең ҡәберен барып ҡарайым әле, тишек түгелме икән. Тере саҡта бик алама кеше ине, гел, ашайым, тине лә йөрөнө. Үлгәндә лә ҡаштары йыйырылып ятты. Уның шикелле лә йәмһеҙ мәйетте күргәнем булманы. Беҙ уны ҡаҙаҡлап һалғайныҡ,” − тип һөйләнеп, зыяратҡа китә. Ҡәбер, ысынлап та, тишек булып сыға. Өләсәй өшкөрөп, ыҫлы кейеҙ, тимер-томорҙар менән тишекте ҡаплап, ҡаҙаҡ ҡағып ҡуя. Шунан һуң балалар үлеүҙән туҡтай.

Өләсәйебеҙгә үҙ ғүмерендә бик күп ҡайғылар кисерергә тура килә. Яңғыҙ улы, Әбдерәхиме, 1914 йылғы империалистик һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай. Хәкимәһе фажиғәле һәләк була. Уртансы ҡыҙын, Кәримә инәйҙе, ғаиләһе менән Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрәләр. Ғүмеренең буйына ғәзиз балаһын бер күрергә зар-интизар булып, йөрәге һарһылып йәшәй ул. Оҙаҡ ауырығандан һуң Хәмзә олатай ҙа үлеп ҡала. Эргәһендә оло ҡыҙы, Аҫылбикә өләсәй (әсәйемдең әсәһе), кесе ҡыҙы Нәғимә инәй тороп ҡала. Ауырлыҡтарға бөгөлөп төшмәй өләсәйебеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәрен яланғас итмәйем тип, киндерҙән күлдәк-ыштандарын да, хатта итектәр ҙә тегеп кейҙерә.

Өләсәйебеҙ 1945 йылдың май айында был яҡты донъя менән хушлаша.

Тыуған ауылы Ғәлиәкбәрҙәге Таҡыясусаҡ ҡаялары һымаҡ ғорур, күп балаларҙың кендек әбейе, аҡыл эйәһе, ил инәһе Нәсихә өләсәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн һәр саҡ ҡалҡан булып торған. Быуындан-быуынға тапшырыла килгән халыҡ аҡылын, тәрбиәһен балаларына биреп ҡалдырырға тырышҡан.

Шәһүрә Әхмәҙиева

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...