Сабир хәҙрәт
Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә алды.
Быуындан-быуынға күсеп килгән әҙәп ҡағиҙәләре, күркәм холоҡ − шул заманда мәҙрәсә ғилеме алған өләсәй-олатайҙарҙың тәрбиә емеше. Ауылда тарихи-мәҙәни үҙәк асылыу уңайы менән үткәрелгән сараларҙың режиссеры Сәрүәр Суринаның аптырау ҡатыш һоҡланып: «Cәйетбабала кешеләр үҙҙәренә башҡа йомшаҡ фиғел, иплелек менән айырылып тора. Бында хатта эттәргә лә, яратып, ихтирам менән өндәшәләр», − тигән кинәйәле һүҙҙәре иҫтә ҡалған.
Ауылда мәҙрәсә бинаһы төҙөлөшө Мөхәммәтсабир олатайҙың хажға барыу тарихы менән бәйле. Беренсе тапҡыр ул хажға 1902 йылда бара. Бынан һуң күп тә үтмәй, 1906 йылда изге ерҙәргә тағы ла юлдары асыла. Һуңғы барғанында ул Сәйетбабаға бер ғәрәп байы менән ҡайтып төшә. Был ғибрәтле хәл тураһында Сабир олатайҙың ейәнсәре Клара апай Ибраһимова ошоларҙы бәйән итте:
− Ҡайтыр яҡҡа Ҡыҙыл диңгеҙҙе сыҡҡанда, араларында хажиҙар һәм бик күп пассажирҙар тейәгән карап штормға эләгә. Ҡурҡыуҙан әмәлһеҙ ҡалған халыҡ, карап батһа, бөтәбеҙ ҙә һыу төбөнә китәбеҙ, шыбаға тотоп, диңгеҙгә ҡорбан биреп ҡотолайыҡ, тип, боронғо мәжүсилек заманынан ҡалған йолаларын үтәмәксе булалар. Шыбаға бер ғәрәп кешеһенә сыға. Һәм тиҙ арала уны кәфенләп диңгеҙгә ырғытырға әҙерләй башлайҙар. Был хәлдәрҙе күҙәтеп торған Сабир хәҙрәт, ашыҡмаҫҡа ишаралап, ҡулдарын күтәреп доға ҡыла. Ҡапыл дауыл туҡтап, һиллек урынлаша.
Ҡорбан ителергә тейешле кеше бик хәлле ғәрәп байы булып сыға. Ҡотҡарыусыһынан бер иле ҡалырға теләмәй был Ғәрәбстан кешеһе. Сабир хәҙрәтте оҙатып, ул Сәйетбабаға тиклем килә. Ауылда бер ни тиклем йәшәгәндән һуң, ҡайтыр яҡҡа юлланғас, рәхмәт йөҙөнән, ғәрәп сауҙагәре олатайға аҡса ҡалдыра.
Ауылда мәҙрәсә төҙөтөү теләге менән янып йәшәгән Сабир хәҙрәткә был аҡсалар ярап ҡала. Эштәр ыңғай ғына барып, мәҙрәсә шул йылда уҡ асылып, уҡытыу эштәрен башлап та ебәрәләр.
Ғилем һәм тәрбиә әҙәм балаһына ике талмаҫ ҡанат һымаҡ, ел-дауылға бирешмәйенсә осорға һәм кәрәкле бейеклеккә күтәрелергә ярҙам итә. Мәҙрәсәлә уҡытыу программаһына дин дәрестәре һәм, ғәрәп теленән тыш, география, Тыйб (Тибет) медицинаһы, математика кеүек киләсәк өсөн үтә кәрәкле булған фәндәрҙе индереү хәстәрен күрә Мөхәммәтсабир олатай.
− Ауыл байҙары араһында олатайҙы, түрәләргә һатылды, тип ғәйепләп үлтерергә самалап йөрөгәндәре лә була, − тип хәтерләй Клара апай. Ләкин уның ғилеме һәм тәүәккәллеге дошмандары хөсөтөнән күпкә өҫтөнөрәк була.
Халыҡҡа тәрбиә һәм ғилем таратыу үҙәге булған мәҙрәсәлә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа белем ала. Өләсәйем хатты ғәрәпсә яҙа торғайны, тип хәтерләүселәр бөгөн дә бар ауылда. Динһеҙлек осоро башланып, мәсеттәр ябылғас, Сабир олатай ҡулланған бөтә дәреслектәрҙе мәсет урамына өйөп яндыралар. Йәшереп алып ҡалған ғәрәп телендәге бер генә дәреслек Сәйетбабала Сабир хәҙрәттең бүләһе Рәсүл Тәҡыйулла улы Ғилмановта һаҡлана.
Заманында үҫмер Әхмәтзәки Вәлиди, атаһына эйәреп, Сабир олатайҙарға килеп йөрөгән. Ул Сабир олатайҙың кесе улы Ғәбделхәй менән бик дуҫ булған. Бер ваҡыт мәжлестә ауылдың ике бай кешеһе араһында бәхәс сыға. Зирәк аҡыллы Әхмәтзәки, бәхәстең сиселеш-яуабын әйтеп биреп, мәжлестәгеләрҙе хайран ҡалдыра. Ал биреп, еңелеп өйрәнмәгән бай: «Был кемдең көсөгө?!», − тип ҡысҡырып уҡ ебәрә. Сабир олатай һәр ваҡыттағыса сабыр ғына: «Был көсөк түгел, ул киләсәктә бөтә төрки донъяһына билдәле ғалим буласаҡ», − тип әйтә.
Мөхәммәтсабир олатайҙың бер туған ағаһы Хатип хәҙрәттең бүләсәре, Оло Үтәш ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Өфөлә йәшәүсе Мәҙинә апай Ғөзәйерова Сабир хәҙрәттең дауалау һәләте тураһында түбәндәге фәһемле ваҡиғаны һөйләне:
− Оло Үтәш ауылы кешеһе бик ҡаты сирләп киткәс, был ауырыуға Сабир хәҙрәттең өшкөрөүе генә килешер, тип, ат егеп, Сәйетбабаға алып китәләр. Юлға сыҡҡас, ни ғиллә, ат, сығынлап, атламай йонсота. Төш ауыуға саҡ Ерек урманына барып етәләр. Шул ваҡыт Йөҙимән яғынан аттар эйәрткән өс һыбайлы күренә. Былар тәңгәленә еткәс: «Сабир хәҙрәт һеҙҙе ҡаршы алырға ҡушты. Ҡараңғы төшкөләгәнсе, ауырыуҙы ҡарарға кәрәк. Әйҙәгеҙ, был аттарға күсеп ултырығыҙ», − тиҙәр.
Бер ниндәй элемтә сараһы булмаған заманда, ауылдаштарына шундай ярҙам күрһәтеүе була был Сабир олатайҙың.
Суфыйсылыҡта иң төп урынды алып торған, Аллаһҡа зекер ҡылып, рухи таҙарыныу аша нәфселәрен еңә алғандарға әүлиәлек сифаттары, шулай уҡ төрлө кәрамәттәр ҙә бирелә. Ғилеме һәм кәрамәттәре тураһында ишетеп, Сабир хәҙрәткә төрлө тарафтарҙан килеүселәр күп була. Шулай, Урта Азия яҡтарынан дөйәләргә атланып килгән ҡунаҡтарҙың дөйәне ҡорбан итеп салыуҙары тураһында атайымдың һөйләгәндәре хәтерҙә ҡалған.
Ауыл малайҙары өсөн тотош бер тамаша булып, ҡорбан килтергән урында баштан аҙаҡҡа тиклем ололар эргәһендә сыр-сыу киләләр. Атайымдың иң иғтибарлаған нәмәһе: дөйә үркәсен айырым киҫеп алып, тиреһен тунап, ситкә алып ҡуялар.
Күп йылдар үткәс, Бөйөк Ватан һуғышының Көнсығыш фронтында атайым хеҙмәт иткән элемтәселәр ротаһы Үле сүллек тип аталған сүлде үткәндә, һыу запастары бөтөп, роталағы бер һалдат ҡаты сирләп китә. Боеприпастар тейәлгән дөйәнең йөгөн булешеп алып, ауырыу һалдатты дөйәгә ултырталар. Тик, әмәлгә ҡалғандай, дөйә сүл буйлап сығып саба. Ҡыуып етә алмаҫтарын аңлаған һалдаттарға, дөйәне атып йығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Атайым, йүгереп барып, дөйәне салып ебәрә, һәм шул ваҡыт бәләкәй сағында күргәндәре ҡылт итеп күҙ алдына баҫа. Йәһәтләп, үркәсте киҫеп, бешереп алыу яйын күрә. Сүллекте үтеп сыҡҡансы, һыуһыҙлыҡтан ныҡ хәлдәре бөткәндә, һалдаттар шул үркәсте һурып, һыуһыҙ үлем янаған был араны юғалтыуһыҙ сығалар.
Был ваҡиғаларға күп йылдар уҙған. Ләкин тарих ҡуласа һымаҡ: әйләнгән һайын яңы төҫтәре асыла. Ҡасандыр табышмаҡ кеүек күренгән һорауҙарға яуаптар табыла.
Хаж сәфәренән оҙатып килгән Ғәрәбстан кешеһе Мөхәммәтсабир олатайҙы Ғәрәбстанға ғаиләһе менән күсергә өгөтләй. Алда аяуһыҙ репрессиялар осоро башланырын, ил иңенә төшәсәк һуғыш афәттәрен алдан белһә лә, изгеләр ерләнгән тыуған төйәгенә, тыуған иленә тоғро ҡала Сабир хәҙрәт.
(Башы гәзитебеҙҙең 2-се һанында)