Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша.

Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла араһында шиғыр әйтеше башлана. Байрамға әйләнгән был сара тураһында Р. Фәхретдинов һуңынан һоҡланыу һәм тәрән ихтирам менән «Аҡмулла Өфө шәһәрендә»тигән иҫтәлегендә: «Моңло тауышы менән халыҡҡа мөрәжәғәт ителгән өндәү шиғырҙарын еткеҙеп, мәжлестәгеләргә тәрән тәъҫир ҡалдырҙы», – тип яҙа.

 

Осрашыуҙан һуң Аҡмулланың шиғырҙарын китап итеп баҫтырырға һөйләшәләр, әммә Аҡмулла, яҙмаларымды эшкәртәһем бар, ти. Сәсәндең ҡалын блокноттағы шиғырҙарына донъя күрергә насип булмай.

Зәйнулла ишан менән Мифтахетдин Аҡмулланың тәү тапҡыр осрашыуҙары, дуҫлыҡтары тура-һында, Ҡаҙағстан яҙыусыһы, Зәйнулла ишандың шәкерте булған Дусмаил Ҡасҡынбаевтың Фәндәр академияһында ҡулъяҙмалар фондында һаҡланған хәтирәләре беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. «Был хәтирәләр шик ҡалдырмай торған күләмле иҫтәлек», – тип яҙҙы Татар энциклопедияһы һәм төбәкте өйрәнеү институты белгесе Р. Ф. Исламов. Был ҡулъяҙмала Д. Ҡасҡынбаев Аҡмулланың Зәйнулла Рәсүли менән тәү тапҡыр күрешеп танышыуын: «Миңә ул ваҡытта 24 йәш тулғайны. Ул заман йәштәре кеүек хыялым – Бохараға барып белем алыу ине. Шуның өсөн дә, юлымды Аллаһу Тәғәләгә тапшырып, сәфәр сыҡтым. Юлда килә-килә башҡорт ауылы Әүәзгә (хәҙерге Шәрип, Учалы районы) килеп сыҡтым. Һораша торғас, Троицкиҙа уҡып ҡайтҡан йәш мулла бар, тигән яуап алдым һәм, уның өйөн эҙләп табып, осрашырға булдым. Уның менән дуҫлашып, ун көнләп өйөндә, бер түшәктә китап уҡып яттыҡ», – тип бәйән итеүе тураһында яҙа.

Ҡайһы бер яҙмаларҙан күренеүенсә, Зәйнулла Рәсүли Троицкиҙа уҡыуын 1858 йылда тамамлай, һәм яҡшы уҡыған егетте мәҙрәсәнең үҙендә үк мөғәллим итеп ҡалдыралар, 1859 йылда имамлыҡ шәһәҙәтнамәһе ала һәм Аҡҡужала имам, мөдәррис эшен башлай, тип яҙалар.

Аҡмулла 1831 йылда тыуған. Тимәк, осрашыу 1855 йылда була. Ә Зәйнулланың, дүрт йыллыҡ уҡыу (мәктәп) программаһын тамамлап, мулла исемен алып ҡайтҡан осоро була. Аҡмулланың тормош юлын өйрәнеүселәр, Зәйнулла Рәсүли уның уҡытыусыһы булған, тип яҙалар. Тимәк, тәүге осрашыуҙарында уҡ уны Зәйнулла хәҙрәт үҙе уҡыған Троицкиҙағы Әхмәт бине Хәлит әл-Мингәрәй мәҙрәсәһендә уҡырға өгөтләй.

Ике шәхестең ныҡлы дуҫлығы тураһында Р. Ф. Исламов үҙенең мәҡәләһендә тағы ла бер нисә миҫал килтерә: Зәйнулла ишан, һөргөндән ҡайтып, Троицкиға ишан булып күскәс, Аҡмулла бик йыш: «Зәйнулла хәлфәгә барып киләһем бар, минем иҫке дуҫтар», – тип Троицкиға юлланыр була.

Д. Ҡасҡынбаев иҫтәлегенән күренеүенсә, Аҡмулла үҙенең васыятында ла Зәйнулла Рәсүлиҙең исемен әйтә: «Мин Златоуст тарафына сығам, яңынан бында киләмме-юҡмы. Әгәр ҙә мин үлһәм, минең ҡайһы бер китаптарымды, ҡайһы бер нәмәләремде өскә бүл, береһе Троицкиҙағы ишан Зәйнулла хәҙрәткә, икенсеһе Мата ҡарйәһендәге Үрге Урал өйәҙендәге Сафа хәҙрәткә, өсөнсөһөн мине эҙләп килгән туғандарыма бир һәм бәғзеләре үҙеңә ҡалһын», – тип әйтә. Белеүебеҙсә, Аҡмулланың үлеменән һуң ҡәберенә таш ҡуйҙырыусы ла З. Рәсүли була. Был иҫтәлектә: «Ҡыш урталарында Зәйнулла хәҙрәт, таш яҙҙырып, Троицкиҙа башҡа кеше өсөн хажға барыусы Һаҙый хажи менән алып барып ҡуя», – тип яҙа Р. Ф. Исламов.

Зәйнулла ишан менән Аҡмулланың үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәре тураһында Зәйнулла хәҙрәттәренең яҡындарының бөтәһе лә телгә ала.

Ғайса Рәсүлев, ишандың бер туған ағаһы Фәтҡулланың улы, М. Аҡмулланың үлтерелеүе тураһында ишетеү менән бәйет яҙа. Автор был енәйәт эшен бөтә нескәлектәре менән тасуирлаған. Был бәйет күп уҡыусыларға билдәле. Уны Рәшит Шәкүров, Рәүеф Насиров «Башҡортостан» гәзитендә лә баҫтырғайны.

Ғәҙеллек, яҡтылыҡ, сафлыҡ йырсыһының көтөлмәгәндә фәжиғәле үлемен ишеткән бәйетсе, мөнәжәтсе Ғайса Рәсүлев, тетрәнеп:

Аҡмулланы үлтергәндәр,

Намаҙ уҡып торғанда:

Үҙҙәре лә фетнә булһын,

Ҡиәмәт көн булғанда, – тип яҙа.

Аҡмулла юл ыңғайы туҡтаған дуҫтары эргәһендә лә оҙаҡ тормай, тыуып үҫкән яҡтарына ҡайтырға, унда төпләнеп йәшәргә ашыға.

Мейәс ҡалаһына килеп еткәс, Сәләхетдин хәҙрәт Бәширов ғаиләһендә туҡтала. Сәләхетдин хәҙрәт Сәхибзада улы Бәширов, Аҡмулланан 31 йәшкә йәш булһа ла, уның ижадын яратҡан була, осрашҡанда улар донъя хәлдәре, яңылыҡтары тураһында оҙаҡ ултырып фекер алыша. Бәширов етәкләгән мәҙрәсә 1894 йылда ғына Троицк купецы Ғәлиулла Уразаев көсө менән һалынып бөтә.

Кем һуң ул Сәләхетдин Сәхибзада улы Бәширов? Сәләхетдин хәҙрәт 1862 йылда Сембер губернаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Быуа ҡалаһының «Нурия» мәҙрәсәһен тамамлай. Артабан Ҡазанда яңыса уҡытыу программаһы индерелгән дини училищела уҡый.

Уның хыялы – башҡорттар күпләп йәшәгән Мейәс ҡалаһында мәсет төҙөү була. Мосолман халҡының үтенесе буйынса һәм Сәләхетдиндың тырышлығы менән 1891 йылда, Ырымбур губернаһы идараһы ҡарары нигеҙендә, ағастан йәмиғ мәсете төҙөлөшө башлана. 1892 йылдан таш манараһына нигеҙ һалына. 1894 йылда һалынып бөткән мәсеткә, Өфө мосолмандарының Диниә назаратында һынау үткәндән һуң, С.Бәшировты ахун, имам-хатип, мөдәррис итеп тәғәйенләй. Бында 40-50 ир-егет уҡый. Бәшировтың ҡатыны, ҡыҙы, кейәүе шунда дәрес бирә. ХХ быуат башында унда уҡымышлы, ғилемле Сәләхетдин хәҙрәт типография, бай китапхана булдыра.

Арыу-талыуҙы белмәгән, тынғыһыҙ илгиҙәр Аҡмулла бында йыш ҡына туҡталып китә. Ике дуҫ һөйләшкәндәрендә, шағир дошмандарының үҙен һағалағандарын тойоуы тураһында асылып китеп һөйләй. Сәләхетдин дуҫы уны ҡалырға өгөтләй. Әммә ирекле ҡошто тотоп буламы һуң? Мейәстең йәмиғ мәсете, уның ерҙәре 64 йәшлек ир уҙаманының һуңғы төйәге була.

Мифтахетдин Аҡмулланы Мейәс ҡалаһының мосолман зыяратында ерләйҙәр. Мәйетте ерләү сараларын Сәләхетдин хәҙрәт ойоштора. Һуңғы юлға оҙатҡанда, Мейәс ҡалаһында йәшәгән байтаҡ мосолмандар, Зәйнулла ишандың Һөйөндөк, Һөләймән, Мулдаҡай ауылдарында йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәре һәм Камалетдин Йәғәфәровтың уландары: ун ете йәшлек Шәйхетдин һәм ун биш йәшлек Шәйхислам да ҡатнаша.

Улар икеһе лә Сәләхетдин хәҙрәттең яңыса уҡыу программаһы индерелгән дүрт йыллыҡ мәктәбендә уҡып йөрөгән була. Һуңынан Шәйхетдин Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай, ә Шәйхислам уҡыуын дауам итеү өсөн Ҡазанға юллана.

Милләттең ХIХ быуаттағы иң сағыу һүҙ оҫтаһы Аҡмулланың ҡәберенә йәйен дә, ҡышын да һуҡмаҡ һыуынмай. Беҙ ҙә, «Зәйнулла ишан эҙҙәренән» йөрөгән төркөм, октябрь айында уның ҡәберенә тере сәскәләр һалдыҡ һәм уның рухына аят уҡыныҡ...

 

(Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Әҡлимә Сафина,

Учалы районы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...