Исеме ҡайтты тыуған иленә...

Исеме ҡайтты тыуған иленә...

Исеме ҡайтты тыуған иленә...

Изге Рабиғүл-әүүәл айында республикабыҙҙа бик әһәмиәтле ваҡиға булып үтте. Көҙәй башҡорттары йыйыны сиктәрендә Нуриман районының Яңы Күл ауылындағы мәсеткә шәйех Баязит Хәйруллиндың исеме бирелде.

Бик күркәм ерҙә урынлашҡан Аллаһ йортонда бөйөк шәхестең рухына бағышлап Ҡөрьән сүрәләре уҡылды. Сарала Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов, райондың имаммөхтәсибе Мөхәммәтислам хәҙрәт Сәлихов, Сатлыҡ ауылы имам-хатибы Рафаэль хәҙрәт Хәйретдинов, хеҙмәт ветерандары Рифҡәт Шәйҙуллин, Ғафуан Хәйруллин һәм баш ҡала ҡунаҡтары сығыш яһаны. Шәйех Баязит Хәйруллин тураһында “Әс-сәләм” гәзитенең быйылғы март һанында Светлана Әбсәләмованың “Мөбәрәк инсандың доғаһы юғалмай...” тип аталған бик матур мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны инде. Шуға ҡарамаҫтан, күренекле дин әһеленең тыуған ерҙәренә аяҡ баҫҡас, уның тураһындағы хәтирәләрҙе ҡабаттан яңыртҡы килде. Быйыл июнь айында Баязит Хәйруллин эҙҙәре буйлап Дағстан Республикаһына барғанда ла шундай уҡ кисерештәр кисерергә яҙғайны: сикһеҙ тулҡынланыу, үҙәк өҙгөс юҡһыныу, яҡташыбыҙ менән ғорурланыу, уны сит республика вәкиле итеп яңылыш күрһәтеүҙәренә ҡарата әсенеү һәм әрнеү...

Бөйөк шәхесте ерләгәс, баш осона ултыртылған ҡәбер ташына, урындағы хәҙрәттең иғтибарһыҙлығы арҡаһында, “ӘлҠазани” тип яҙып ҡалдырылған. Мәсеткә исем бирелгәс, был яҙыу таҡтаташҡа ла күсерелгән. Тарки ҡасабаһындағы осрашыуға Баязит Хәйруллиндың яҡын туғаны Ғафуан ағай Хәйруллин шәйехтең шәжәрәһен тотоп килгәйне: “Ни эшләп, беҙҙең туғаныбыҙ “ӘлҠазани” булһын, ул бит – башҡорт, Көҙәй ырыуы башҡорто. Нуриман районы Яңы Күл ауылында донъяға килгән.” Мәсеттәге осрашыуҙа дағстанлылар Баязит хәҙрәт тураһында бик йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты: “Баязит Хәйруллин бик диндар, ғилемле шәхес була. Мөриттәр тәрбиәләй. Сирлеләрҙе өшкөрөп һауыҡтыра. Рус телен һәйбәт белеүе сәйәси хәлдәрҙе лә урындағы халыҡҡа дөрөҫ аңлатырға ярҙам итә. Халыҡ уны әле булһа хөрмәт менән иҫкә ала. Таркилағы боронғо зыяратта бик күп билдәле кешеләр ерләнгән, шул иҫәптән, Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов та.

Шуға ла бында халыҡ ағымы кәмемәй. Әммә кем генә килһә лә, иң тәүҙә шәйех Баязит Хәйруллин ҡәбере эргәһендә туҡтап, зыярат ҡылып китә.” Йәнә, бик мәрхәмәтле кеше ине, тип хәтерләйҙәр уны Кавказда: “Утынлыҡ ағас артынан тауға күтәрелгән бер ирҙе, бүреләр талап үлтергән. Ҡатыны береһенәнбереһе бәләкәй алты бала менән яңғыҙ тороп ҡалған. Хәҙрәттең ғаиләһе ошо балаларҙы ҡурсалап, һәр ваҡыт ярҙам итеп торҙолар”. Бүләкәй-Көҙәй ырыуы башҡорто Баязит Хәйруллин 1871 йылда донъяға килгән. XX быуаттың 50-се йылдарынан бирле Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге архивында һаҡланып килгән документтарға нигеҙләнеп, Хәйруллиндарҙың 17 быуынлыҡ шәжәрәһе тергеҙелгән: Баязит (1871 й.) – Хәйрулла (1836 й.) – Мөхәммәт-Садиҡ (1807) – Иштуған (1748 й.) − указлы мулла һ.б. Шәжәрә ағасы XV быуатта йәшәгән Таналы исемле кешегә барып тоташа. “Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, Баязит бабайым ғилем алыу теләге менән бәләкәй генә сағында ауылдан сығып китә, – тип һөйләй Ғафуан Сәит улы Хәйруллин. – Бер үҙе! Йәйәүләп! Төбәп кенә барыр кешеһе лә юҡ.

Артынан ҡыуа төшкән атаһын кире борорлоҡ, улай ғына ла түгел, уның фатихаһын алып, ары ҡуҙғалырлыҡ ниндәй һүҙҙәр тапты икән 10 йәшлек кенә бала?! Ошо сығып китеүенән ҡайҙа ғына ташламай уны тормош юлы! Күренекле дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтың мөрите була, бөйөк башҡорт шәйехенең күсере булып та хеҙмәт итә. Төньяҡ Осетиялағы хәрби хеҙмәттә унтер-офицер дәрәжәһенә күтәрелә. Башҡорт офицерының иманға булған ынтылышын хуплап, уны Ырымбур мәҙрәсәһенә уҡырға ебәрәләр. 1896 йылда тапшырылған танытмала ошондай һүҙҙәр яҙылған: “По указу Его Императорского Величества, въ присутствiи Оренбургского Магометанского Духовного Собранiя, вследствiе просьбы Запасного Старшаго Унтеръ офицера изъ башкиръ деревни Ново Кулевой Уфисмского Уеъзда Баязита Хайруллина согласно 1424 ст. XI тома I части (изд.1896 года) было ему Хайруллину учинено испытание въ знанiи правилъ магометанской религiи, по которому оказался быть способнымъ: имамом-хатыпом и мугаллимом...” Ырымбурҙа өс йыл белем эстәгәндән һуң шәйех Баязит Владикавказға ҡайтып, имам вазифаһын башҡара. 1918 йылдан 1950 йылға тиклем Дағстанда йәшәй.

1933 йылда имам раскулачиваниеға эләгеп, дин әһеленең йорто, бар мөлкәте конфискациялана. Кавказ тарафтарына күсеп йәшәгән Баязит Хәйруллиндың мөршиде Зәйнулла Рәсүлевҡа ҡарата булған оло ихтирамы тураһында тарих фәндәре кандидаты Рәшит Хәкимовтың Силәбе ҡалаһында нәшер ителгән “Яҡтылыҡҡа оҙон-оҙаҡ юл” исемле китабында бәйән ителә: Минһажетдин ишан Нуриманов ҡыҙы Хәнифә менән 1933-1934 йылдарҙа Силәбенән йәйәүләп хажға юллана. Мең-мең ыҙалар менән Дағстан еренә аяҡ баҫҡас, Минһажетдин ишан шәйех Баязитты эҙләп табып, уға Зәйнулла Рәсүлевтың баҡыйлыҡа күскәнсе атаһына яҙған хатын күрһәтә. Хатты уҡып сыҡҡас Баязит хәҙрәт мосафирҙарҙы үҙҙәрендә ҡундырып, юлға бер аҙ төрөк лиралары тоттороп, һый-хөрмәт менән оҙата. Изге юлдағы мосафирҙар ҡайтышлай тағы үҙҙәрен ихлас ҡаршы алған Баязит ишанда туҡтап, уға зәм-зәм һыуын ҡалдырып бер нисә төн ҡунып китә. Баязит Хәйруллин ике тапҡыр өйләнә.

Тәүге никахтан дүрт балаһы була. Хәләл ефете оҙайлы ваҡыт туберкулез менән сирләгәндән һуң вафат була. Икенсе ҡатыны Ғәйниямалдан ике балаһы тыуа. Берәүһе ете йәшлек сағында мәрхүм була. Мәсҡүҙә исемле ҡыҙҙары иҫән-һау үҫеп етә. Бөгөнгө көндә уның ҡыҙы, йәғни, шәйехтең ейәнсәре Йомабикә Волгоград ҡалаһында йәшәй. Ул Башҡортостандағы туғандары менән тығыҙ бәйләнештә. Ғафуан Хәйруллин Дағстандағы бабаһының исемен йөрөткән мәсеттә, тағы ла туғандарым табылһа, тип, телефон номерын ҡалдырып киткәйне. Ҡыуаныс оҙаҡ көттөрмәне. Яңыраҡ шәйехтең Мәскәүҙә йәшәгән бүләһе Рөстәм (беренсе ҡатынынан таралған нәҫел) бәйләнешкә сыҡты. Уның һөйләүе буйынса: “Баязит олатай бик кешелекле булған. Бер заман ҡундырып сығарыуҙарын һораған сиғандарҙы өйгә кереткәндәр. Иртән улар киткәс, ҡараһалар, бик затлы сәй сервиздары юҡ икән. Бик ҡайғырған абыстайын йыуатып, хәҙрәт былай тип әйткән: “Ғәйниямал, нисәмә йылдар буйы йәшәп, ошо сынаяҡтарҙан бер генә тапҡыр ҙа сәй эсермәнең. Исмаһам, кешеләргә файҙаһы тейһен, әйҙә, ҡыуанһындар!” Ә Рөстәмдең өләсәһе 90 йәшлек Ләйлә инәй әле булһа Таркил ҡасабаһында йәшәй булып сыҡты.

Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе Зөбәржәт Мөхәмәтйәнова менән дә бәйләнештә Хәйруллиндар. Зөбәржәт абыстай Ғарифулла ишандың ҡыҙы. “Шәйех Баязит Хәйруллин минең өләсәйемдең (әсәйемдең әсәһе) апаһының йәмәғәте. Ул уникаль шәйех. Уның тураһында атайым миңә күп әйберҙәр һөйләй торғайны. Кәрәмәттәре лә күп булған уның. Һәр иртәнге намаҙҙа ул үҙе алдында Изге Ҡәғбәне күрер булған. Бер тапҡыр шәйех тауҙарҙа үткәрелгән ниндәйҙер бер сарала ҡатнашырға тейеш булған, әммә был турала онотоп киткән. Кәрәмәттәре ярҙамында әллә нисә саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан сараға ваҡытында барып өлгәшкән. Атайым Баязит Хәйруллиндың мөрите ине. Ул мөршиденең вафатынан һуң, уның әһәмиәтен тағы ла нығыраҡ аңланыҡ, тип, һөйләр ине: “Уның тураһында тағы ла нығыраҡ белдек, сөнки уның үлем хәбәрен белеүселәр хатта сит илдәрҙән килеп зыярат иттеләр. Баязит хәҙрәт йәйәү килеш хаж да ҡылған икән. Уны дәфен итеү урынына оҙатҡанда ла халыҡ күп ине – ике аҙым атлау менән носилканы күтәреүселәр алышына торҙо, сөнки халыҡ уның кемлеген төшөнә ине, оҙатышырға, әжер алырға теләк шундай көслө ине.”

Тыуған Башҡортостанына һирәк кенә ҡайта алған Баязит хәҙрәтте яҡташтары оло хөрмәт менән ҡаршы алған. Барыһы ла уны күреп ҡалырға тырышҡан, өйҙәренә саҡырып Ҡөрьән уҡытҡан. Ул туҡтаған йорт эргәһендә өшкөрөлөп ҡалыр өсөн бик күп халыҡ йыйылыр булған. Үрҙә әйткәнемсә, тыуған ерендәге мәсеткә бөйөк шәйехтең исеме бирелеүе бик тә тулҡынландырғыс ваҡиға, ҡыуаныслы ваҡиға. Һис шикһеҙ, нур балҡытып торған Яңы күл ауылында шәйех Баязит Хәйруллиндың изге доғаларын, фатихаһын алып ҡалған яҡташтары йәшәй бөгөн. Аллаһтың һөйөклө ҡолдары – әүлиәләрҙе ихтирам иткән халыҡҡа Раббыбыҙ ҙа һөйөү күҙе менән ҡарар, ИншәАллаһ.

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...


Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең...


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...