«Мөбәрәк инсандың доғаһы юғалмай...»

Ғинуарҙың оҙайлы ял көндәренең береһендә гәзитебеҙ редакцияһы ағзаларына Нуриман яҡтарына барып ҡайтыу бәхете тейҙе. Бәрәкәтле йома иртәһен йәмләгән осрашыу Яңыкүл ауылында Ғафуан Хәйруллиндың йортонда үтте. Ҡунаҡсыл хужа үҙенең яҡын туғаны, Нәкшбәндиә тәрикәтенең бөйөк шәйехе Зәйнулла Рәсүлевтың мөрите, Баязит хәҙрәт Хәйруллин хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәрен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ:
«Үткәнен онотҡан кешенең киләсәге юҡ», – тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Мин ошоғаса ырыунәҫелемдең шәжәрәһе менән артыҡ ҡыҙыҡһынманым. Бер ваҡыт иртән телефон шылтырай. Яуап бирҙем, элемтәнең теге осонда мине ҡатынҡыҙ тауышы сәләмләне лә һораша башланы: ысынлап та мин Ғафуан Хәйруллинмы, нәҫел ағасымда Баязит тигән туғаным бармы, кем булып сыға ул миңә... Мин шунда уҡ был ханымдың Ҡасим ҡартатайымдың бер туған ағаһы Баязит бабайым менән ҡыҙыҡһынғанын аңлап ҡалдым. Ул дини темаларға әүҙем яҙышҡан журналист Исламия Латыпова булып сыҡты. Тартынып тороу ҡайҙа, бабайым хаҡында нимә беләм, түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ҡартатайым уның тураһында гел яратып һөйләне, ағаһы тураһында һорашҡаныбыҙҙы һәр ваҡыт хупланы. Һөйләшеүебеҙҙе журналист йыраҡ Дағстандың баш ҡалаһы Махачкала янындағы Тарки ҡасабаһында асылған яңы мәсеткә Баязит Хәйруллиндың исеме бирелеүе хаҡында ҡыуаныслы хәбәр менән йомғаҡлап ҡуйҙы. Эйе, бабайымдың һуңғы көндәре Ҡафтауҙа үткән. Башҡорт халҡының күренекле улдары – олатайым һәм уның остазы, бөйөк Зәйнулла ишан Рәсүлевты ҙурлап, йыраҡ республикала ғүмер һөргән диндәштәребеҙ яңы һалынған дәү мәсеттәренә уларҙың исемен бирә.
Бабайымды Ҡафтау илендә ҡандай ҙурлағандар! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙ уның турала бик әҙ беләбеҙ икән, тип сәмләнеп, ғаиләмдең тарихы менән етди ҡыҙыҡһынып, өйрәнергә булып киттем! Өйҙә булған фотоһүрәттәрҙе, ҡағыҙ-документтарҙы барланым, туған-тыумасанан да, телефон ашамы, күрешкәндәме, һораша башланым, ишеткәнемде яҙып барҙым. Һуңғы тапҡыр йәнтөйәгенә 1948 йылда аяҡ баҫҡан Баязит бабайымды иҫләгән кешеләр бар әле, Раббыға шөкөр, һәр береһенең тәьҫорат-иҫтәлеген яҙып өлгөрҙөм, тиһәң дә була. Бер нисә тапҡыр Өфөләге Дәүләт архивына ла барып ҡайттым, унан алған мәғлүмәттәр ҙә ғаилә тарихына асыҡлыҡ индереп, шәжәрәбеҙҙе байытып ебәрҙе. Баязит Хәйруллин – Көҙәй ырыуы башҡорто, тыуған ауылы Яңыкүл шул Көҙәй кантонының үҙәге булған. Атаһы яғынан ҡарт олатаһы Иштуған Моратов указлы мөхтәсиб бурысын атҡарған. Баязиттың атаһы Хәйрулла Мөхәмәтсадиҡ улының ғаиләһендә өс ул һәм бер ҡыҙ үҫкән. Иң өлкәне Баязит, шунан Бибиғәйшә, 1895 йылда Ҡасим ҡартатайым тыуған, Хәйрулланың төпсөгө – Таһир бабайым- 1899 йылғы.
Өлкән ағаһын Ҡасим ҡартатайым йыш телгә алды. Баязит бабайым ун йәшендә өйҙән сығып китергә уйлай, бер үҙе генә батырсылыҡ итмәй, оло юлға таң менән яҡын дуҫын эйәртеп сыға ул. Ҡасаҡтар йыраҡ китеп өлгөрмәй, малайҙарҙың юғалғанын аңғарып өлгөргән өлкәндәр быларҙың эҙенә төшә һәм Яңыкүлдән егерме саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Мең тауы янында ҡыуып етә. Дуҫ малайға атаһы бындай шуҡлыҡҡа башҡа баҙнат итмәҫлек итеп кәрәген бирә лә, сыйылдатып алып ҡайтып китә. Баязит иһә, тыныс һәм етди тауыш менән атаһынан, бер сыҡҡас, кирегә әйләнеп ҡайтмауын, Аллаһҡа тапшырып, оло юлға ебәреүен үтенә. Үҙенең һүҙендә ныҡ тора үҫмер, Хәйрулла ҡартатайға ла, ай-һай, еңел булмағандыр, уйлаһаң, уйылып китерлек бит, ун йәшлек баланы, йөрәгеңдән айырып, билдәһеҙлеккә нисек ебәрмәк кәрәк! Юл сатында күпме торғандарҙыр, шулай ҙа оло ҡартатайым өлкән улын, фатихаһын биреп, оҙатҡан. Шунан һуң оҙаҡ йылдар Баязит бабайым тураһында ләм-мим, бер нәмә лә ишетелмәгән, туғандарына ул ҡош телендәй сәләм дә ебәрә алмаған.
Революциянан һуң Төнъяҡ Осетияла имам булып эшләгәнен яҡындары аҙаҡ ҡына, килеп төшкән хатынан белеп ҡала, шунан һуң бабайым тыуған еренә һирәк-һаяҡ ҡайтҡылай башлай. Яңыкүленән үҫмер сағында сығып киткән Баязит Хәйрулла улы ауылына сәс-һаҡалы салланған, ярты быуат ғүмерен артмаҡлаған олпат, белемле ир булып ҡайта. Шул саҡта туғандарына йәш сағында Троицк ҡалаһына барып сығыуын, Зәйнулла ишанда күсер булып эшләүен, аҙаҡ Ырымбур ҡалаһында мәҙрәсәлә ғилем алыуын бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. Туған-тыумасаһы һағынып, уның йышыраҡ ҡайтып йөрөүен теләһә лә, Баязит хәҙрәт атайсалына һирәк аяҡ баҫа. Осрашыуҙың бер минутын да заяға үткәрмәй, яҡындарын һәм яҡташтарын һөйөндөрөп, кешеләрҙе дауалай, өшкөрә, өйҙәнөйгә йөрөп Ҡөрьән уҡый. Ошо ваҡытта ауылдағы тормош та тынып ҡалғандай, Яңыкүл һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә ғүмер иткән бар кешенең уйында – Баязит хәҙрәтте күреү, уның менән аралашыу, аяттар уҡығанын тыңлау була. Хатта ҡырҙағы эштәргә лә әһәмиәт бирелмәй, бер аҙға онотолоп тора. Бар халыҡтың күңелендә – хәҙрәт, уға хөрмәт-илтифат күрһәтеү. Бына ауылдашым Салауат Хәсән улы Насиров та шул көндәрҙе ап-асыҡ хәтерләй: «Ябай кешеләр аңлай алмаҫлыҡ зиһенгә эйә булыуын бар халыҡ һиҙҙе. Ватан һуғышынан һуң тройкала ҡайтҡаны иҫемдә. 1948 йылдың йәйе. Хажи ҡайтыуын белгәс, бөтә ауыл, атайым, әсәйем дә ҡапҡа алдына сығып, эргәнән үткәндә баш эйеп ҡала. Ул туҡтаған йорт янындағы сиратты күрһәгеҙ! Шығырым тулы халыҡ. Ауырыуҙан йонсоғандар ярҙам һорап килеп етә торғайны».
1948 йылда хәҙрәт менән осрашҡан туғандарым Баязит бабайҙың, һәр береһенә ваҡытын бүлеп, өйҙәрендә Ҡөрьән уҡыуын һөйләне. Шуныһы ғәжәп, был хәл дин тыйылған заманда булған! Был уның иҫ китмәле ҡыйыу һәм сая булыуына ишара. Кешеләрҙе аяттар шифаһы менән дауалап, изге күңелле хәҙрәт бабайыбыҙ шулай уҡ күп яҡташтарына изге Көрьән-Кәрим китабын бүләк иткән. Шәйехтең бәрәкәтле, бисмиллалы ҡулдары менән тапшырылған изге китап Салауат ағай Насировта ла һаҡлана. Күрәһең, Хәйрулла бабайыбыҙ бик баҫалҡы кеше булған. Барыһы ла уның хәҙрәт икәнлеген, дауалау көсөнә эйә булыуы хаҡында хәбәрҙар ине. Әммә уның иҫ китмәле көслө шәхес икәнлеген, һәләт-зирәклеген тейешле кимәлдә баһалай алмағанбыҙ.
Уның менән осрашҡан яҡындарым һәм ауылдаштарым бөгөнгәсә хәҙрәткә күрһәтелгән тәрән ихтирамға һоҡланыу ғына түгел, аптырай, ғәжәп күрә! Совет заманында рухи донъяға ҡағылырға ҡурҡҡандар бит. Шуғалыр ҙа бабайымдан ошо турала ентекләп һорашыусы табылмаған. Уның ике ҡатыны булыуын беләбеҙ, тәүгеһенән дүрт бала, икенсеһенән – икәү. 1950 йылда Баязит хәҙрәт мәрхүм була. Ҡасим ҡартатайым 1972 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Һуңғы көнөнә саҡлы ул беҙҙең Баязит бабайҙың балалары менән таныша алмағаныбыҙға, шул сәбәпле аралашмай йәшәүебеҙгә борсолдо, өҙгөләнде. Уның Таһир ҡустыһына ғына тәтей был бәхет. Фронтҡа китеп барғанда, Баязит ағаһының Мәскәүҙәге ҡыҙы менән вокзал перронында аралашып өлгөрә ул. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙрәттең Дағстандағы тормошон һәм хеҙмәтен бөгөн Татарстанда йәшәгән Зөбәржәт апайҙан һораша алабыҙ. Ул бабайыбыҙҙың яҡын ғына балдыҙы, тимәк, беҙгә ҡоҙаса. Ҡыҙым уға ҡунаҡҡа барып килде лә инде, апай күп ҡыҙыҡлы материалдар ебәрҙе беҙгә. Бөгөн миндә Баязит шәйехтең ижәзәһенең күсермәһе лә бар.
Яҡын туғаныбыҙҙың исемен ҙурлап, уны мәңгеләштереп, мәсет асыуҙары күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек, ҡыуаныс өҫтәне! Был шатлыҡты ябай һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Хәйруллиндарҙың күңелендә ҡанат үҫтерҙе был яңылыҡ, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Бәхетебеҙҙе, татыу ғаиләбеҙҙе ишәйтеп, 2018 йылдың яҙында тыуған ейәнебеҙгә изге күңелле бабайының исемен ҡуштыҡ, оҙаҡламай уға ике йәш тула. Яҡын киләсәктә Баязит бабайымдың исемен йөрөткән мәсеткә инеп, аҙаҡ уның зыяратына барып ҡайтыу ниәтем. Зөбәржәт ҡоҙасабыҙ һөйләүе буйынса, Дағстандың арҙаҡлы шағиры Рәсүл Ғамзатовтың да, Баязит шәйехтең дә ҡәберҙәре бер урындараҡ икән.
Аралар алыҫлығы хис-тойғоға, изге эш-ғәмәлгә кәртә була алмай, күрәһең. Минең ғаиләм дә, үҙем дә һәр ваҡыт Баязит бабайымдың ярҙамын, ихлас доғаларының шифалы тәьҫирен тойоп йәшәнек, тип ҡыйыу рәүештә әйтә алам. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хәҙрәттең күп туғандары, шул иҫәптән, Ҡасим ҡартатайым һәм Таһир олатайым да фронтҡа китә. Шул осорҙа тыуған ауылына ҡайтҡан шәйех яҡындары өсөн көйгән ҡыҙ-ҡырҡынды, бала сағаны: борсолмағыҙ, барыһы өсөн доға ҡылғанмын, ғаиләбеҙҙән барыһы ла яу яланынан иҫән-имен ҡайтыр, тип тынысландырған. Бабайымдың бәрәкәте миңә лә ныҡ ярҙам иткәндер, сөнки уҡыуымдан, эшемдән, ғаиләмдән дә уңдым, Әлхәмдүлилләһ! Туғандарым да даланлы. Мөбәрәк инсандың доғаһы юғалмай, тигәндәре раҫтыр!»
СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА ЯҘЫП АЛДЫ