«Беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне!»

"Беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне!"

«Беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне!»

“”

Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың күренекле мөриттәренең береһе – халыҡ табибы Сәйфулла хәҙрәт Фәйзуллин шәхесе менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙ сираттағы сәфәргә әйҙәне. Бәхеткә күрә, хөрмәтле дин әһелен күреп-белгән кешеләр юлыма осрап ҡына торҙо. Улай ғына ла түгел, уның кинйә ҡыҙы 83 йәшлек Ҡәҙимә инәй менән күрешеп-һөйләшергә насип булды. Күркәм тәрбиә алып үҫкән, биш намаҙын бер ваҡытта ла ҡалдырмаған Ҡәҙимә инәй “Әс-Сәләм” гәзите хеҙмәткәрҙәрен теремеклеге, хәтер һәм һүҙ ҡеүәһе, мөләйем матурлығы менән әсир итте. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы Сәйфулла Фәйзуллин тураһындағы мәҡәләбеҙҙе уның иҫтәлектәренән башлайыҡ.

 

Ҡәҙимә Түрйәнова (Фәйзу-ллина), Белорет районы Абҙаҡ ауылы:

“Атайым Сәйфулла хәҙрәт 1870 йылда Әбйәлил районының Мораҡай ауылында донъяға килгән. Мин уның 24-се балаһы. Тәүге ҡатыны Асия инәйҙән 12 балаһы була. Әсәйем тәүҙә уның Ярулла исемле ҡустыһында кейәүҙә була. Ҡустыһы һуғышта һәләк булғас, үҙ етемемде үҙем көтәм, тип, килененә тәҡдим яһай. Әсәйем тәүҙә ҡаршы килә, икенсе иргә сығып йәшәп ҡарай, әммә яҙмыш барыбер ҡайнағаһы менән ҡауыштыра.

Әсәйемдең атаһы Сәләхетдин олатайым Зәйнулла ишандың бажаһы була (Фатима өләсәйемдең бер туған апаһы Зәйнулла Рәсүлевта кейәүҙә була), шуға ла тығыҙ аралашып йәшәйҙәр. Бер мәл Зәйнулла ишан: “Сәләхетдин, һинең кейәүең бар икән, уны уҡытырға кәрәк. Халыҡҡа унан ҙур файҙа булыр.Үҙебеҙ тәрбиә биреп, уҡытырбыҙ”, – ти. Атайымдың атаһы Фәйзулла олатайым ҡаршы төшөп ҡараһа ла, атайым ҡайныһының һүҙен йыҡмай, Зәйнулла ишанда Мөжәүир, Ғайса хәҙрәттәр менән бергә белем ала. Улар аҙаҡ та аралашып йәшәнеләр. Барыһы ла халыҡ табибы булып танылды. Айырыуса Өскүл муллаһы Ғайса хәҙрәт менән дуҫ булдылар.

Беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне. Бер сәғәт тә кешеһеҙ торманыҡ. Береһе сығыуға береһе инә торғайны. Ниндәй генә ауырыуҙар менән килмәне кешеләр! Көнөнә 4-5 атлы килер ине. Кеше килерен атайым алдан әйтеп ултырҙы. “Эҫелә ныҡ йонсоп килә бисара, еҙ самауырыңды ҡайната һал!” йәки “Һыуыҡта бик өшөп киләләр, аш һалып ебәр!” – тиер ине әсәйемә. Шуныһы ҡыҙыҡ, аш бешеп кенә сығыуға юлдағы кеше лә килеп етә. Һынап бөткәнбеҙ инде: “Үт, балам, үт! Йомошоң үтәлер!” – тиһә, сирлеләр, тимәк, һауыға. “Хәлемдән килгәнсә тәрбиәләп ҡарармын, ай-һай, белмәйем,” – тиһә, тимәк, кешенең ғүмере аҙ ҡалған. Килгән кешеләрҙе урындыҡҡа һалып, бер рәнйеүһеҙ иҙәндә теҙелешеп ятып йоҡлай инек. Беҙ үҙебеҙ ҙә күмәк булдыҡ бит. Атайым менән әсәйем башҡа туғандарҙың балаларын да ҡарашты, улар ҙа беҙҙә йәшәне.

“Кеше килде – дәүләт килде. Кеше китте – дәүләт китте. Кешеләрҙе беҙгә Аллаһ Үҙе ебәрә. Шөкөр итергә кәрәк. Килгән кешегә ҡырын ҡарамағыҙ. Атын ҡаршы алығыҙ, алдына һоло һалығыҙ. Саҡырып ҡунаҡ һыйлауға ҡарағанда, мосафир кешегә йылы һыу ғына эсереп сығарһаң да – сауабы ҙурыраҡ”, – тиер ине.

Атайым өйҙә һирәк торҙо. Уны яҡын-тирәләге райондарға ғына түгел, Силәбе, Верхнеуральск яҡтарына ла, кеше дауаларға тип алып китәләр ине. Ауырыу көслө ул саҡта, айҙар буйы ҡайта алмай, зар-интизар булған саҡтары ла булды. Ауырыуҙан йүнәлһәләр, рәхмәттәрен әйтеп, хат ебәрәләр. Ҡайһы саҡ үҙе менән бергә кәзә-һарыҡ малы биреп ҡайтаралар. Уларын май-ҡаймаҡлы булһындар йә һуйып ашаһындар тип, гел ауылдағы ярлыларға өләшер ине. Байҙар менән аралашырға яратманы, ярлыларҙы ҡыуандырырға тырышты.

Әсәйем менән атайым 65 йыл бергә ғүмер иттеләр. Атайым Сәйфулла хәҙрәт 1962 йылда 92 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул уртаса кәүҙәле, ап-аҡ ҡына йөҙлө, йәшел күҙле кеше ине. Һаҡал-мыйығын, сәстәрен гел матур итеп ҡыҫҡартып торҙо. “Үҙегеҙҙе тәрбиәләп кенә йөрөгөҙ!” – тине гел.

“Ҡәҙимә, шундай замандар килер: туғандарың күрмәҫ, әммә һин күрерһең. Өйҙәр бейек булыр. Кешеләр бай булыр. Фетнәләр күп булыр. Һуңынан дин яйлап күтәрелер, әммә элекке кимәленә етә алмаҫ”, – тине. Миңә белгәндәрен өйрәтергә тырышты, ләкин әсәйем: “Ҡыҙ балаға ундай яуаплылыҡ йөкмәтмә, йә ен ҡағылыр, ана ир балаларыңа өйрәт”, – тип ҡаршы килде. “Ни хәл итәйем, ир балаларымдың күңеленә ундай һәләт һалынмаған бит”, – тип көйәләнде атайым.

Мин һораған кешеләргә тоҙ өшкөрөп бирәм, сабыйҙарҙы өшкөрәм, әммә оло кешеләрҙе дауаларға йөрьәт итмәнем”.

Сәйфулла Ғайсин, Әбйәлил районының имам-мөхтәсибе:

“Минең Ғайса олатайым Сәйфулла хәҙрәттең дуҫы булған. Улар икеһе лә Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Минең йәш саҡ. Армиянан ҡайтҡан дәртле осор. Әстәғфируллаһ, кәйеф-сафа ҡороп йөрөгәнбеҙҙер инде, күрәһең. Атайым бик асыуланды: “Беҙ һиңә шундайын ҙур хәҙрәттең исемен ҡуштыҡ, ә һин...” Был һүҙҙәр миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте. Уның шәхесе менән ҡыҙыҡһына башланым. Бик хикмәтле хәҙрәт булған ул. Бер заман гел бесәне юғала башлаған. Кем урлағанын да белмәгәндәр. Хәҙрәт доға ҡылған. Иртән ихатаға сығып ҡараһа, һәнәк тотҡан кейәү тейешле кеше кәбәнде уратып йөрөй ҙә йөрөй икән... ”

Даян Фәтҡуллин, Әбйәлил районының Мораҡай ауылы имам-хатибы:

“Беҙгә Ғайса хәҙрәт тә, Сәйфулла хәҙрәт тә нәҫел тейешле. Беҙҙең төбәк кешеләре Мөжәүир хәҙрәткә дауаланырға барһа, халыҡ табибы: “Ни эшләп Сәйфулла муллаға барманығыҙ? Үҙегеҙҙә минән дә көслө хәҙрәт бар бит!” – тип әйтеп ҡайтарыр булған. Сәйфулла хәҙрәттең тоҡомдары бик уҡымышлы, белемгә ынтылыусан нәҫел. Быйыл йәй Фәйзуллиндар беҙҙең Мораҡай ауылында Көркәктау итәгендә шәжәрә байрамы үткәреп, нәҫел ептәрен барланы. Сәйфулла хәҙрәт Фәйзуллин йәшәгән йортҡа таҡтаташ беркетте”.

Аҫыл диндарҙарыбыҙҙы беҙ ҙә доғаларыбыҙҙан өҙмәйек, рухтары шат булһын!

 

Зөлфиә Ханнанова яҙып алды

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...