Ҡартатайым Хәлиулла Рәхимов

Ҡартатайым Хәлиулла Рәхимов

 

Ҡартатайым Хәлил Мөхәмәтрәхим улы Мөхәмәтрәхимов – башҡорттоң остаздарынан мөҙәрис Хәлиулла бине Мөхәмәтрәхим бине Ибраһим әл-Бөрйәни (1863-1927). Бәләкәй саҡтан уның тураһында ишетеп үҫтем, үҫә килә, уның тормошо менән ныҡлап ҡыҙыҡһына төштөм.

 

Мин ҡартатайым тураһында тәүге тапҡыр атайым Рәхимов Иршат Варис улынан ишеттем. 1989 йылдың аҙаҡтарында “Башҡортостан” гәзитендә Миңлеғәле Нәҙерғоловтың ҡартатайым тураһында мәҡәләһе донъя күргәйне. Атайым шул мәҡәләне миңә уҡытты. Унда Хәлил әл-Бөрйәниҙең тормошо, эшмәкәрлеге һаман өйрәнелеп бөтмәүе тураһында яҙылғайны.

Мин Миңлеғәле Нәҙерғоловтың эшләгән урынына хат яҙып ебәрҙем, ҡартатайым тормошо менән ҡыҙыҡһыныуым, уны өйрәнеүҙә үҙ өлөшөмдө индергем килеүе тураһында яҙҙым. Тиҙҙән Миңлеғәле Нәҙерғоловтан яуап хаты алдым. Күп тә үтмәй ул беҙҙең ауылыбыҙға килде. Таулыҡай, Ҡаратал ауылында йәшәүсе байтаҡ туғандарыбыҙ менән танышты, уларҙан ҡартатайым тураһында бик күп материал алып ҡайтты. Ошонан һуң үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙҙе өйрәнеү теләге тыуҙы. Үҙ нәҫелеңдә ошондай кешеләр булыуы ниндәй ғорурлыҡ!

Ҡартатайымдың яҙып ҡалдырған “Тәржемәи хәле” ҡулъяҙмаһы һаҡланғайны. Был ҡулъяҙманың төп нөсхәһе 1905-1906 йылдарҙа яҙылған, тип фаразлайҙар, сөнки һүрәтләнгән ваҡиғалар ошо йылдарға ҡарай. Ҡулъяҙманы 1927 йылда Хәлил хәҙрәттең улы Әхмәт күсереп ала. Тәржемәи хәлде иҫке төрки теленән башҡортсаға Рауил Үтәбай-Кәрими ауҙара. Уға таянып, ағайым Азамат Сәлихов менән нәҫел тарихын өйрәндек. Ағайым күп йылдар Баймаҡ лицей-интернатында директор булып эшләне, әлеге көндә Алкино ҡасабаһында йәшәй.

Ҡартатайым Хәлил хәҙрәт 1863 йылда Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуа, ул ваҡытта ауыл Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Беренсе Бөрйән улусына ҡараған. Хәлилдең атаһы Мөхәмәтрәхим, уның атаһы Ибраһим, уның атаһы Ишкилде. Атаһы бик уҡымышлы кеше була, ләкин бер йәшлек улын ҡалдырып, мәрхүм булып ҡуя. Хәлил ҡартатайыбыҙ олатаһы тәрбиәһендә үҫә. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, гел уҡыуға, белемгә ынтыла, отҡор, зирәк була.

Ҡулъяҙмала бөйөк Зәйнулла ишан, Һибәтулла хәҙрәт, Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһенең баш имамы Ғабдулла хәҙрәт, Таулыҡай ауылы мәҙрәсәһе имамы мулла Әхмәтша хәҙрәт исемдәре иҫкә алып үтелә. Хәлил ҡартатай имсе-табип, дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов, Дума депутаты Шаһишәриф Мәтинов, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабичтар менән аралашҡан.

Ғабдулла ишандың мәҙрәсәһендә ике ҡыш осоронда барыһы алты ай белем алған ул. Мәҙрәсәлә Хәсән ауылы кешеһе Сәфәрғәле улы Ғабдулла хәлфәнән «Тәғлим-мөтәғәллим» («Уҡытыусы-уҡыусы») кеүек вағыраҡ күләмле ғәрәп китаптары алып уҡыған.

«Беҙҙең оло ихтирамлы хәлфәбеҙ Иҙрис ауылының өйәҙ ахуны Мәхмүт хәҙрәттең улы Фазулла хәлфә булды. Бер көн Фазулла хәлфә ҡаршыма килеп, уҡығандарымды өндәшмәй генә тыңлағандан һуң: «Һиңә элек асылмаған бик юғары, бөйөк белем хасил булдымы? Бик белеп уҡыйһың», – тине. Ошонан һуң миңә ҡайһы берәүҙәр «Кәшшаф» тип ҡушамат (ләҡәп) бирҙеләр («Кәшшаф» берәр яңы нәмә асыусы, элек беленмәгән нәмәне тикшереп табыусы, ғалим). Хатта ҡайһы бер уҡый ҙа белмәгән шәкерттәр «Кәшшаф ағай» тип өндәшәләр ине.

Был мәҙрәсәлә уҡығанымда бик ныҡ фәҡир хәлендә булдым, шәкерттәр минең менән йәнәш ултырып ашап-эсеүгә ҡаршылар ине. Яңғыҙ үҙемә бер ҡара тимер сәйнүкте мейескә ултыртып, көнөнә ике тапҡыр ғына туҡланыр инем. Ҡайһы бер шәкерттәрҙең көнө буйына ашап-эсеп, көн үткәреп йөрөүҙәрен күреп, ғәжәпкә ҡала торғайным. Ләкин, ошо шарттарҙа йәшәүемә ҡарамаҫтан, күңелемдә дини юлға өндәүсе, миңә доға ҡылыусы көс бар һымаҡ ине».

1885 йылда Хәлил ҡартатай Муллаҡай ауылынан Ғабдулла Сәйеди хәҙрәттән фатиха алып, Троицкиҙа Зәйнулла ишандың «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. 1894 йылда тыуған ауылы Түбәнге Таулыҡайға ҡайта. Хәлил ҡайтып етмәҫтән алда уҡ уны имам-хатип итеп һайлап ҡуйғандар һәм уға һәр яҡлап ауылдаштары ярҙам ҡулы һуҙа. Хәлил ҡартатайым хәстәрлеге менән 1906 йылда Үрге Таулыҡайҙа йәдит мәктәбе асыла. Иман йортона «Иманистә» тигән исем бирәләр. Мәҙрәсәнең хәлфәһе булып мулла Вәлиулла Шоңҡаров эшләй, Хәжирә абыстай ҡыҙҙар уҡытҡан. Дини уҡыуҙар менән бер рәттән донъяуи фәндәр ҙә уҡытылған. Мөғәллим булып Ырымбур, Ҡазанда уҡыған Ғәбит Сирғәлин, Хәлфетдин, Ғилмәҙи хәлфәләр эшләгән. Ә Хәлил хәҙрәт үҙе шәкерттәрҙе бағымсылыҡ серҙәренә, сәсәнлек оҫталығына өйрәткән. Мәҙрәсәгә тирә-яҡ ауыл балалары, хатта ҡаҙаҡ балалары ла уҡырға килә. Шәкерттәрҙең һаны 200-250-гә барып еткән.

Хәлил хәҙрәт тураһында хәтирәләр һөйләгәндә, уның ғәҙәти булмаған һәләттәре тураһында ла әйтергә кәрәктер. Уның йәшәгән өйө төҙөлөп ятҡан мәсеткә ҡаршы була. Төҙөүселәр өрлөк бүрәнәһен быса башлағас, улар янына килеп шаяра: «Егеттәр, үлсәп бысығыҙ, етмәй тормаһын», – тип, өйөнә инеп китә. Өрлөктө бысып, урынына һалабыҙ, тиһәләр, ҡыҫҡа булып сыға. Шул ваҡыт хәҙрәт килеп сыға ла: «Өрлөктөң ике башынан тартыңҡырап һалығыҙ, ағас һуҙыла ул», – ти. Төҙөүселәр, аптырап торалар ҙа, тағы өрлөктө урынына һалалар. Бүрәнә үҙ урынына теүәл генә барып ята. Ғәҙәти булмаған һәләттәрен ул табибсылыҡ өлкәһендә лә уңышлы ҡуллана. Ен-зәхмәт ҡағылыу, сихыр, күҙ тейеү, ҡуянсыҡ һымаҡ ауырыуҙар менән йонсоған кешеләр уға килер булған. Ошондай һәләттәргә атайымдың атаһы Ғәбделварис та эйә ине.

Рауил Үтәбай-Кәрими тағы ошондай мәғлүмәттәр яҙа: «Хәлиулла хәҙрәт матбуғат сәхифәһендә ҡәләм дә тибрәткән. Ул йылдарҙағы матбаға-журналдарҙа уның мәҡә-ләләре лә күҙгә салына. Улай ғына ла түгел, Ырымбур ҡалаһында Мөхәмәтвәли Хөсәйеновтың мат-баға-типографияһында «Әүлиәләр-ҙе аҙғындар хурлауынан яҡлау» тип исемләнгән 112 битлек китап та нәшер иткән. Китаптың нисәнсе йылда һәм күпме тираж менән баҫылғанлығы мәғлүм түгел. Әммә ҡайным Мөхлис мулла Үтәбаев мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хеҙмәт дәһшәтле 1914 йылда донъя күргән, барыһы 700 нөсхәлә, Таулыҡай, Буранбай, Ямаш (хәҙерге 1-се Этҡол) ауылдарында һатылған. Хеҙмәттең теле иҫке төркисә. Йөкмәткеһе суфыйсылыҡ тәғлимәте менән һуғарылған. Китапта Хәлиулла хәҙрәт ижад иткән шиғри юлдар ҙа күҙгә ташлана. Мәҫәлән, 26-сы биттә:

Хаҡ яндырған сыраҡты, хасид өрөп һүндермәҫ.

Хаҡтың халис ҡолдары хаҡдин йөҙөн дүндермәҫ.

Хаҡ берәүҙе аҙҙырһа, тоғро юлдан яҙҙырһа,

Жаһәләткә тулдырһа, аны һис кем күндермәҫ.

Хаҡтың халис ҡолдары, дилдә үҫер гөлдәре,

Һайрашыр былбылдары хасил илә һулдырмаҫ, –

кеүек юлдарын уҡыйбыҙ.

Әйтергә кәрәк, был китап Рәсәйҙең бер генә китапханаһында ла юҡ. Уны миңә Ғәбделмәтин ағай: «Кейәү, был китапты һиңә бүләк итәм, һиндә ул һаҡланырға тейеш, игелеген күрерһең», – тип, һибә ҡылды».

Ҡартатайым менән ғорурланам. Хәҙрәт белемен йәлләмәй халыҡҡа хеҙмәт иткән. Хәлиулла остаз-мөҙәрис 1927 йылдың май айында ревматизм ауырыуынан донъя ҡуя. Хәйбулла районының Түш ауылында ҡулыма килеп кергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, уны дәфен ҡылыуҙа Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ тарафтарының төрлө төбәктәренән күп кеше ҡатнаша – бына шулай халыҡ остазын хөрмәтләп, һуңғы юлға, әхирәт сәфәренә оҙата. Етемһерәп ҡалған ғаиләһе Совет власы органдары тарафынан кәмһетелеүҙәргә дусар ителә, ғаиләһе ауылдан һөрөлә. Мәсетен емерәләр, бер ат ҡына ҡалдырылып, мөлкәте тартып алына. Әхмәт исемле улы 1937 йылда ҡулға алына.

Таулыҡай ауылындағы мәктәптә уның таҡтаташы асылды. Хәлил хәҙрәт кисеүе бар. Таулыҡай ауылындағы шишмә уның исеме менән йөрөтөлә. Күренекле дин әһеле, мәғрифәтсенең исеме республика кимәлендә лә мәңгеләштерелһен ине.

 

Айгөл Игелекова

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...


Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.   Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...