Данлы уҙаман Уйылдан
Изгелектәре – халыҡ хәтерендә
(Дауамы)
Ҡустымды өшкөргәндән һуң һәр иртә һайын бабай әсәйемдән:
– Йә, балдыҙ, бөгөн төшөңдә нимәләр күрҙең? – тип һораған. Әсәйем төш һөйләгәндә, бабай иғтибар менән тыңлап ултырған. Әсә менән баланың йәне, организмы бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән шул. Баланың ауырыуы ни кимәлдә икәнен әсәйемдең төштәренә ҡарап билдәләгән ул.
Борон-борондан ололар йәш балаларҙы яман күҙҙәрҙән, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡларға тырышҡандар. Ҡырҡ көнө тулмайынса, баланы сит кешеләргә күрһәтмәгәндәр, ишектән килеп кереү менән, өҫ кейемде һалмайынса, сәңгелдәк янына барыу тыйылған. Елпенеп сәңгелдәк янына барырға ярамағанлыҡ тураһында әсәйемдең әсәһе Аҫылбикә өләсәйем һөйләгән бер ваҡиға иҫкә төштө.
Ғәбдин олатайым ҡырға эшкә киткән. Өләсәйем йәш бала менән өйҙә ҡалған. Күрше ҡатын:
– Еңгә, һинә иптәшкә йоҡларға киләйем әле. – тип бик үтенгәс, өләсәйем рөхсәт иткән. Ҡатын юрғандарын күтәреп килеп ингән дә сәңгелдәк янына елпетеп бәреп тә ебәргән. Бала төндә тыныс йоҡлаған һымаҡ булған. Өләсәйем балам йоҡлай әле, тип һыйырҙарын һауырға сыҡҡан. Эшен бөтөрөп килеп кергән дә:
– Әсәйем һыйырҙарын һауып инһен әле, тип иламай ғына ята ул, балаҡайым, – тип барып ҡараһа, ни күрә: улын шыҡырайтып быума өйәнәге тотоп ята икән. Өләсәйем илай-илай имеҙергә тырышһа ла, балаһы ауыҙын да аса алмаған. Шул ваҡыт олатайым ҡайтып ингән. Баланы сәңгелдәге-ние менән тотоп алған да атҡа атланып, сабып сығып киткән. Урманға барып еткәс, сәңгелдәкте ағасҡа элеп ҡуйған да үҙе эш менән мәшғүл булып йөрөй икән. Шул рәүешле бер ни тиклем урманда йөрөгәндән һуң. сәңгелдәген, кейемен ҡалдырып, сыр яланғас балаһын ҡуйынына ҡыҫтырып икенсе юлдан ҡайтып кергән. Өйгә ҡайтҡас, улы имеп туя алмай икән. Шулай итеп, бала шәбәйеп киткән, башҡа бер ваҡытта ла ул ауырыу менән ауырымаған.
Атайымдың тотоноп ҡына атлап йөрөгән Хөснә исемле бәләкәй генә һеңлеһе булған. Өмөгөлсөм өләсәйем, йәш балаһын күтәреп, йыйылышҡа барған. Өйгә ҡайтып кергәс, күп ваҡыт та үтмәгән. Хөснәне ныҡ итеп быума өйәнәге тотҡан. Бала шунда уҡ йән биргән. Атайым бер әбейҙең быума менән ауырыуын, Хөснә һеңлеһенә унан ғына ауырыу һирпелеүен әсенеп һөйләй торгайны.
«Ҡыҙыл эңерҙә балаларҙы урамға сығармағыҙ. Сыҡһалар ҙа, яланбаш йөрөмәһендәр, баштарына кейһендәр. Сабып килгән атҡа, көтөүҙән ҡайтып килгән малдарға, хатта өйгә килеп ингән кешегә лә сабый бала ҡаршы йүгермәһен», – тип әйтерҙәр ине ололар.
Ислам медицинаһы буйынса китаптарҙа эпилепсия тураһында бына нимәләр яҙылған: «Эпилепсия (падучая) бывает двух видов: вызванная злыми духами и вызванная физическими причинами (химический и физиологический дисбаланс). Современные врачи чаще имеют дело со вторым видом, объясняют причины его возникновения и предлагают соответствующие методы лечения.
Что касается эпилепсии, вызванной злыми духами, то наиболее прогрессивные и разумно мыслящие из современных врачей признают ее существование. И они подтверждают, что лечение такого вида эпилепсии проводят праведные люди с развитым уровнем сознания, которые могут нейтрализовать негативное воздействие потусторонних сил. Гиппократ, описывая методы лечения эпилепсии, сказал: «Эти методы эффективны при лечении эпилепсии, возникшей по химическим и физическим причинам. Что касается эпилепсии, вызванной злыми силами, описанные методы бессильны ее вылечить». Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң, Уйылдан бабайҙың ниндәй көс-ҡеүәткә, ҡөҙрәткә эйә булыуы аңлашыла ла инде.
Атайым, гайморит менән ауырығанда ла, Уйылдан бабайға дауаланырға барғанын хәтерләйем. Ул үләндәрҙе яҡшы белә ине. Ата-йымды аҫҡарһаҡ үләне менән дауаланы. Атайым бесән ваҡытында аҫҡарһаҡты йолҡоп алыр ҙа тамырын еҫкәр ҙә йөрөр ине.
Кешеләр, әйберҙәрен юғалтһа ла, Уйылдан бабайҙан ярҙам һоранылар. Ул химик ҡәләм менән ҡағыҙға доға яҙып бирер ҙә берәй мөйөшкә ҡыҫтырып ҡуйырға ҡушыр ине. Үҙе йылмайып:
– Был доғалар урлашҡан кешенең күңеленә шом, ҡурҡыу тойғоһо һала. Күреп тор, әйберенде ишек алдына йәки баҡсаңа ырғытып китер ул кеше, – тип әйтер ине. Шулай була торғайны ла.
Ун йылдар самаһы электер иптәшем менән Учалы баҙарынан китеп бара инек, әллә ҡайҙан һөрәнләп, бер ҡатын беҙҙе туҡтатты. Ул миңә:
– Килен, һин Ғәлиәкбәрҙән бит. Ямаш тигән ауылдағы Уйылдан мулла тереме әле? – тип һораны.
– Уның үлгәненә ни заман инде, – тинем аптырап.
– Улыбыҙ бик ҡаты ауырып киткәс, таныштарыбыҙ Бөрйән районындағы Ямаш ауылында йәшәгән Уйылдан муллаға барырға кәңәш иттеләр. Ғәлиәкбәрҙә һинең атайың менән әсәйеңә фатирға төштөк. Рәхмәт төшкөрө, атайың беҙгә юл күрһәтте, балабыҙҙы күтәрешеп алып барышты. Уйылдан бабайға ҙур рәхмәтлебеҙ, балабыҙҙы ихлас күңелдән дауаланы. «Тағы ла бер килеп китерһегеҙ әле, үҙем тере булмаһам, ҡәберемде булһа ла уратып сығырһығыҙ», – тигәйне. Шөкөр, улыбыҙ башҡаса ауырыманы, Ямашҡа ла барырға тура килмәне, – тип һөйләне ҡатын.
2005 йылда уҡыусылар менән Өфөгә олимпиадаға барғайным. Мәғариф министрлығында эшләгән бер ҡатын (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемен онотҡанмын) туғандарына аҡса ебәрергә булып, мине килеп эҙләп тапты.
– Учалы районы Ишмәкәй ауылынанмын, – тип үҙен таныштырҙы. Минең Бөрйән яғынан икәнемде белгәс:
– Һеҙҙең күрше ауылда мулла бабай йәшәй ине, тереме әле? – тип, һорап ҡуйҙы.
– Юҡ, бабай күптән баҡыйлыҡҡа күскән шул. Ә һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һораным.
– Минең атайым шул тиклем йүткерә торғайны, врачтарға йөрөп ҡараны – шәбәйә алманы. Әллә ҡайһыһы һеҙҙең яҡта шундай көслө мулла бар, тип өйрәтеп ебәргән. Бабай, атайымды өшкөрөп тәрбиәләгәндән һуң, башҡа бер ваҡытта ла йүткермәйәсәге тураһында әйткән. Атайым эстән генә хәйерем етмәҫме икән, тип көйөп ултырғанын да белгән бабай:
– Хәйерең өсөн ҡайғырып ултырма. Бөгөн ҡайтам тип, юлға сыҡма, транспорт булмаҫ, барыбер кире әйләнеп килерһең, – тигән. Ысынлап та, атайым ҡабаланып ҡайтырға сыҡһа ла, юлы уңмаған, кире әйләнеп килгән. Уйылдан бабайҙан өшкөрөп тәрбиәләнгәндән һуң, атайым башҡаса йүткереп ауырыманы, – тип һөйләгәйне.
Уйылдан бабайҙың вафатынын һуң: «Эх, әүлиә бабайыбыҙ тере булһа, балам был ауырыуҙан ҡотолор ине», – тип, ата-әсәләрҙең йөрәк әрнеүе менән әйтелгән һүҙҙәрен ишетергә тура килә ине. Эргәбеҙҙә тере тарих, үҙе ябай ҙа, үҙе бөйөк тә аҡыл эйәһе, әүлиә йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше үлгәс кенә, ниндәй оло шәхестәребеҙҙе юғалтҡаныбыҙҙы аңлайбыҙ шул. Беҙ – «Аллаһ юҡ. Юрий Гагарин Ерҙе әйләндереп ҡарап сыҡты, бер Аллаһты ла күрмәне. «Бисмиллаһ» – башлайым, «Аллаһу әкбәр» тамамлайым тигән һүҙ була», – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, атеизм рухы менән һуғарылып, быуаттарҙан-быуаттарға тапшырыла торған күп рухи ҡиммәттәрҙе юғалтҡан, донъяуи ғилемдең нимә икәнен дә белмәй үҫкән быуын балалары. Үрге Нөгөш бәләкәй генә, төпкөл генә ауыл булһа ла, күп кенә тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булған. Балалар уҡытып йөрөгәнемдә ниңә шуларҙы әүлиә бабайҙан һорашып яҙып алманым икән, тип үкенәм хәҙер. Бик һуң шул.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең 7-се һанында)