Тарих биттәрен йәнә барлап...
Тарих биттәрен йәнә барлап...
Хәлле йәшәүенең сәбәбе, Мөжәүир хәҙрәттең тырыш, эшһөйәр һәм уҡымышлы булыуында, ә ул сифаттар, әлбиттә, уның ата-бабалары – указлы муллалар, ҙур старшиналарҙан күсә килгән. Йәғни, хәҙрәт – башҡорт тархандары тоҡомонан, халҡыбыҙҙың элитаһынан булған. Шуға ла белемгә ынтылышы ла, мәҙрәсәлә белем алыуы, тәрбиәһе лә бөтөнләй икенсе булған. Аҡһөйәк тип әйтәйекме, шундай ҙур тамырҙан сыҡҡан ул! Ошо фекеремде дәлилләүсе байтаҡ документтарҙы таба алдым.
Мөжәүир Сиражетдиновтың тыуған ауылы Бәхтигәрәй (Манһыр) ауылы, 19-сы быуат башында уның ата-бабалары бында Кинйәбулат тигән ауылдан күсеп килеп ултырған. Бер ҡартатаһының исеме – Ибниәмин Әжебаев (ҡыҫҡартып Ибикән тип әйткәндәр). Крайҙы өйрәнеүселәр яҙмаларында был йәһәттән дә яңылышлыҡ булды – Ибикән исеме арҡаһында. Йылайыр районы Суртанүҙәк ауылында Ибикәновтар йәшәй, исем оҡшашлығы булыуына ғына таянып хәҙрәттең ата-бабаларын шулар менән бәйләп яҙып сығыусылар ҙа булды заманында. Әйтергә кәрәк, Йылайыр Ибикәновтары – Түңгәүер ырыуынан, улар Ишембәт ауылынан сығып, Балапанға күсеп, аҙаҡ инде тағы ла күсенеп, Суртанүҙәк ауылына нигеҙ һалғандар. Ә Мөжәүир хәҙрәт иһә – Бөрйән ырыуы вәкиле! Мөжәүир Сиражетдиновтың ата-бабаларының килеп сығышын Себер юлы кешеһе булған Һары Мәргән исемле 17-се быуаттағы атаҡлы башҡорт яуҙарының етәксеһенә бәйләргә тырышып, хата фекер яҙыусылар ҙа булды. Ә ысынында, Себер юлы башҡорто Һары Мәргәнде Нуғай юлы Бөрйән ырыуы башҡорттары менән бәйләүсе тарихи факттар бөтөнләй юҡ. Шул уҡ крайҙы өйрәнеүселәрҙең яңылыш фекере буйынса, хәҙрәттең туғандары араһына 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, 3-сө Башкорт полкы командиры Фәйзулла Аҡтаев та индерелгән. Был шәхестең биографияһын, тормош юлын, хәрби хеҙмәтен яҡшы өйрәнгән белгес булараҡ әйтә алам – уларҙы тығыҙ бәйләгән туғанлык ептәре юҡ, улар ни бары данлы ырыуҙаштар ғына. Ә бына тарихта даны киң таралған Буранбай сәсән Ҡотдосовтың Мөжәүир хәҙрәткә туғанлығы булыуын күрһәтеүсе документаль дәлилдәр бар.
Һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтергә кәрәк – тарих фәнененең үҙ закондары бар, теләгән бер кеше тарих яҙа алмай, сөнки ошо йәһәттән хәбәрҙар булмаған кешеләр, шул иҫәптән, ҡайһы бер әҙиптәр, крайҙы өйрәнеүселәр уларҙы белеп, аңлап бөтмәй, халыҡтан ишеткән имеш-мимеш хәбәргә генә таянып һығымта яһарға ашыға, әлбиттә, был ҙур хаталаларға килтерә. Краеведтар, яҙыусылар киләсәктә бындай темаларға тотонғанда, документтарға, тарихи факттарға, тарихи хеҙмәттәргә генә таянып, мотлаҡ рәүештә тарихсылар менән кәңәш тотоп эш итһендәр ине.
Ауылдың тарихына әйләнеп ҡайтайыҡ. Ни өсөн был ауыл элек Бәхтигәрәй тип аталған? Ауылдың тарихын тәү башлап ғилми етәксем, оло тарихсы-ғалим, профессор Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров өйрәнде, ул үҙенең «Башҡортостан ауылдары тарихы» хеҙмәтендә Манһыр ауылының элекке исеме – Бәхтигәрәй тип яҙып сыҡты. Был ысынында шулай. Ауылға нигеҙ һалыусы Бәхтигәрәй Ҡасимов исемле кеше 1816 йылда Кинйәбулат исемле ауылдан күсеп сығып, ошо ауылды нигеҙләгән. Әлбиттә, кинйәбулаттар был яңы ауыл урынында, бөрйәндәрҙең боронғо аҫаба ерҙәрендә, 1816 йылдан күп йылдар элек йәйләүгә сығып, утар ҡороп йәшәгән. Ә.Әсфәндиәров күрһәтеүенсә, 1812 йылдан бында йорттар һалып, төпләнә башлағандар. Архив документтары буйынса 1816 йылда яңы ауыл властар тарафынан рәсми рәүештә танылыу тапҡан. Был турала Бәхтигәрәй Ҡасимовтың оло йәше лә һөйләй – 1816 йылда уға 79 йәш тулған булған, ә 1820 йылда ул ошо ауылда вафат була. Ошонан һуң был ауыл Бәхтигәрәйҙән 15 йәшкә кесерәк булған, шулай уҡ халыҡ араһында абруй-билдәлелек ҡаҙанған Мансур Бикбулатов исемле кеше хөрмәтенә Мансур тип атала башлай. Мансур – Бөрйән волосының атаҡлы старшинаһы Бикбулат Әлекәшевтың улы, Мөжәүир хәҙрәттең алыҫ туғаны булып сыға. Баймаҡ халҡының урындағы һөйләшенә ярашлы с хәрефе һ-ға әйләнеп, ябай кешеләр уны яратып Манһыр ауылы тип йөрөтә башлай. Шуны ла әйтергә кәрәк, Манһыр ауылы тигән атама рәсми рәүештә билдәле түгел, 19-20 быуаттарҙағы барлыҡ рәсми документтарҙа ла был ауыл Бәхтигәрәй ауылы тип законлы атамаһы менән күрһәтелгән.
Документтарҙы өйрәнеп, Мөжәүир хәҙрәттең шәжәрәһен төҙөгәнмен. Боронғо замандан, Бөрйән бейҙән алып. Әлбиттә, бик боронғо осорҙағы ҡайһы бер ерҙәрен тулыһынса ялғап булманы. Ошо шәжәрәлә иң билдәле кешеләрҙән – Бөрйән волосының старшинаһы Әлекәш Һөйөндөков – дин әһеле, күп яуҙарҙа ҡатнашып, 1755 йылғы ихтилалда һәләк булған. Уның улы Кинйәбулат Әлекәшев Кинйәбулат ауылына (элек Әлекәш ауылы, аҙаҡ Кинйәбулат исемле булған, ә хәҙер ул Буранбай тип атала) нигеҙ һалған, уның улы Әжебай, Әжебайҙең улы – Ибниәмин, унан инде Сиражетдин – уның улы Уйылдан. Уйылдандың улы – Мөжәүир хәҙрәт.
Хәҙрәттең 8 балаһы булған: улдары – Ғабделварис, Һаҙый, Хәмиҙун, Мөхәммәт; ҡыҙҙары – Сәүҙә, Шәфиға, Мәүлиҙә, Мәҡсүҙә. Балалары һәм ейәндәре араһында хеҙмәт алдынғылары ла, диндарҙар ҙа бар. Улдары Мөхәммәт һәм Ғәбделварис СССР осоронда намыҫлы хеҙмәттәре өсөн маҡтаулы исемдәр, ордендар менән бүләкләнде.
1930-сы йылдарҙа башҡорт халҡының күп кенә күренекле кешеләре репрессия арҡаһында юҡҡа сыҡты. Бинахаҡҡа ғәйепләнеүсе хәрбиҙәр, сәйәсмәндәр, сәхнә оҫталары, яҙыусылар, дин әһелдәре һ.б. араһында Мөжәүир хәҙрәттең исеме лә бар. Халыҡта йөрөгән фекер буйынса, хәҙрәт 1939 йылда ук тиҙҙән Германия менән һуғыш башланасаҡ, тип әйтер булған, ошаҡсылар уның был һүҙен властарга еткереп, шул арҡала ул репрессияга дусар ителгән, тиҙәр. Архив документынан күренеүенсә, мулла, урта белемле Мөжәүир Сиражетдинов 1939 йылдың 28 июнендә ҡулға алына, уға УК 58-10 статьяһы буйынса ғәйеп тағыла, һәм 10 йылға иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм сығарыла. 1961 йылдың 28 июнендә аҡланған.
Минең ҡулыма хәҙрәттең туған-таныштары аша «Кассационная жалоба» тигән документтың күсермәһе килеп эләкте. Ул 1940 йылдың 18 апрелендә РСФСР-ҙың Уголовная коллегияһына Йылайыр төрмәһе тотҡоно Мөжәүир Сиражетдинов исеменән яҙылған ялыу. УК-тың 58-10 статьяһына ярашлы Мөжәүир хәҙрәтте совет власына ҡаршы ҡотҡо таратыусы, контрреволюцион эшмәкәрлек алып барыусы, тип ултыртҡандар. Мөжәүир хәҙрәттең исеменән яҙылған жалобаны (ялыуҙы) адвокаты, йәки яҡлаусыһы яҙғандыр, тип уйлайым. Документ аҫтында хәҙрәттең ҡултамғаһы бар. Был, әлбиттә, бик мөһим документ. Ҡыҫкаса әйткәндә, Мөжәүир хәҙрәт был яҙмала түбәндәгеләрҙе аңлатып үтә: үҙенең Совет власына дошман булмауы, алтын йыуыу эшендә старатель булып эшләүе тураһында яҙған, мин дошман түгел, миңә ҡарата яҙылған ялған доностар сәбәпле ошонда эләктем, тип анлаткан. Документта ул үҙен ғәйепләүселәр иҫәбендә бер нисә исемде атай (бында әйтеп тормайым, улар араһында Манһыр ауылыныҡылар ҙа бар). Һәм ошо жалобаһында ул судта уға ҡаршы сығыш яһаусыларҙың ҡайһы берҙәренең бөтөнләй таныш түгел икәнлеген, булмаған хәл-ваҡиғаларҙы уға бәйләп яҙғандарын телгә алған. Шулай уҡ хат яҙыусылар араһында ҡайһы берәүҙәрҙең үҙҙәренең енәйәтсе булыу мөмкинлеге тураһында дәлилдәр килтергән. Хәҙрәт төрмәлә 10 йыл ултырмай, туғандары әйтеүенсә, Мөжәүир Уйылдан улы 1943 йылда иреккә сығып, ауылына ҡайта. Тимәк, барлығы 4 йыл ғүмерен төрмәлә ултырып уҙғарған. Халыҡ һөйләүенсә, ул төрмәлә ултырғанда шундағы ауырыуҙарға ярҙам күрһәтә, дауалай, өшкөрә. Шул һауыҡҡан кешеләрҙең туғандары хәҙрәтте тотҡонлоҡтан тиҙерәк азат итеү юлдарын хәстәрләгәндәр, тигән фекер ҙә әйтәләр. Минең уйымса, хәҙрәттең Кассационная жалобаһы ҡаралып, яңынан тикшереү үткәреп, иреккә сығарыуға булышлыҡ иткәндер.
Мөжәүир хәҙрәттең төрмәгә ултырыуына сәбәпсе булған кешеләрҙең ҡапыл ғына вафат булыуҙарын да хәтерләй халыҡ. Ундайҙар күберәк хәҙрәткә ҡарата артыҡ ныҡ ҡатылыҡ күрһәткән милиционерҙар араһында булған. Яманлап, яла, донос яҙыусыларҙың береһе, Мөжәүир хәҙрәт төрмәнән ҡайтҡас, ғәфү үтенергә, тип арбаһын егеп, юлға сыҡҡан. Аты арбаһы-ние менән кешеләрҙең йорт-ҡаралтыларына менә лә китә икән. Кешеләр: «Хәҙрәт, ғәфү ит уны, зинһар, туҡтат!» – тигәс кенә атты туҡтатҡан, тип иҫкә ала халыҡ. Әлбиттә, был турала тарихи факттар юҡ. Кемдер ышана, кемдер ышанмай. Әммә бындай тарихты халыҡ юҡ ерҙән генә уйлап сығармағандарҙыр тигән фекерҙәмен.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һанында)