Исламда ғаилә мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәре
«Ғаилә» һәм «ғаилә ҡиммәттәре» тураһында төшөнсә
Өйләнеү, ғаилә ҡороу Аллаһу Тәғәләнең әмере: «Һеҙҙең өсөн һеҙҙән ҡатын яратыуы Аллаһтың ҡөҙрәтелер, сөнки Һауа Әҙәмдең ҡабырғаһынан яратылды, Ул ҡатындар менән арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт бирҙе...» («Әр-Рум» сүрәһе, 21-се аят). Шулай уҡ ғаилә ҡороу Пәйғәмбәрҙең ﷺ сөннәтелер. Ибне Мәжжәһ аша еткерелгән хәҙистәрендә: «Өйләнеү минең сөннәтемдер. Сөннәтемде ҡалдырыусылар минән түгелдер»; «Өйләнегеҙ, күбәйегеҙ, сөнки мин башҡа өммәттәр алдында, һеҙҙең күплегегеҙ менән маҡтанасаҡмын»; «Өйләнгән кеше диндең яртыһын һаҡлап ҡалған булыр. Уның икенсе яртыһын да һаҡлап ҡалыу өсөн Аллаһтан ҡурҡһын», – тиелә.
Ғаилә йәмғиәттең нигеҙе һәм терәге, сөнки йәмғиәт ғаиләләрҙән тора. Мосолман кешеһенең дин тотҡан, тәҡүә булған хәләл ефет менән өйләнешеүе ғаилә нигеҙенең ныҡ булыуына килтерә. Мосолман ир менән ҡатын ғаилә ҡорғас, уларҙың өҫтөндәге бурыстары тағы ла арта: тыуасаҡ балаларына Ислам динен аңлатыу, әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләренә өйрәтеү, хәләл һәм харам эштәрҙән һаҡлау һәм башҡа күп вазифалар йөкмәтелә. Ғаилә нигеҙенең ныҡлы һәм балаларҙың иманлы, әҙәпле булып үҫеүенә ир менән ҡатындың үҙ-ара булған мөнсәбәте бик ҙур роль уйнай.
Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн ғаилә ҡороуҙың иң тәүге ҡиммәте – «беренсенән, нәҫелде дауам итеү һәм уны һаҡлау булһа, икенсенән, Пәйғәмбәребеҙҙең өммәтен арттырыу, өсөнсөнән, үҙе әхирәткә күскәс, донъялыҡта ҡалған балаһының уның өсөн ҡылған изге доғаһына ирешеүе һәм, дүртенсенән, әгәр сабый ваҡытта үлгән балаһы булһа, Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәт һорау мөмкинселеге»1.
Ғаиләнең икенсе ҡиммәте – ғаилә ҡороу кешене шайтандың яуызлығынан, гонаһҡа ҡотортоуынан һаҡлай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә әйткән: « ... никахланып ғаилә ҡороу кешенең әхлаҡлелеген, сафлығын һаҡлай»2.
Ғаилә ҡороуҙың өсөнсө ҡиммәте – ир менән ҡатындың уртаҡ мәшәҡәттәр һәм башҡа күп төрлө йәнгә лә, тәнгә лә рәхәтлек килтергән эштәр аша күңел тыныслығы табыуында. Был турала Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Китабында әйтә (мәғәнәһе): «Һеҙҙе бер йәндән (Әҙәм пәйғәмбәрҙән) халыҡ ҡылыусы − Аллаһ. Тыныслыҡ тапһын өсөн, Ул Әҙәмдең һул ҡабырғаһынан ҡатыны Һауаны бар итте...» («Әл-Әғраф» сүрәһе, 189-сы аят). Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә әйткән: «Аҡыллы кеше үҙенә өс сәғәт бүлергә тейеш: Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу сәғәте, үҙенең эшләгән эштәрен күҙәтеү, баһа биреү сәғәте һәм мөһим донъяуи (ғаилә хәжәттәре, балалар тәрбиәләү һәм башҡа) эштәр менән шөғөлләнеү сәғәте»3.
Ғаилә ҡороуҙың дүртенсе ҡиммәте – ғаилә ир менән ҡатындың йорттағы вазифаларын бүлешергә мөмкинселек бирә. Ир ғаиләһен тәьмин итеүсе, ә ҡатын кеше йорт усағын һаҡлаусы ла, балаларын иманлы һәм әҙәпле итеп тәрбиәләүсе лә булырға те-йеш. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә: «Һеҙҙең һәр берегеҙ шөкөр итеүсе йөрәге, Аллаһты зекер итеүсе теле һәм әхирәт тураһында ҡайғыртырға ярҙам итеүсе ҡатыны булыуы өсөн тырышһын»4, − ти.
Ғаилә ҡороуҙың бишенсе ҡиммәте – ғаилә кешегә тура юл күрһәтә, «ҡатыны һәм балалары өсөн яуаплылыҡ тоторға өйрәтә, уларҙың донъяуи ихтыяждарын тәьмин итер һәм иман менән тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыр өсөн тырышырға саҡыра, ҡатынының, балаларының хоҡуҡтарын хөрмәт итергә һәм уларға ҡарата һәр ваҡыт күркәм мөғәмәләлә булырға мәжбүр итә»5. Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә: «Һәр берегеҙ көтөүсе, һәм һәр берегеҙ үҙ көтөүегеҙ өсөн яуаплы»6, − тигән.
21-се быуат кешеһенең ғаиләләге проблемалары
21-се быуат беҙҙең бабай-әбейҙәребеҙ йәшәгән быуаттан ныҡ айырыла. Бындай айырма, иң беренсе сиратта, динебеҙҙә лә һәм үҙ-ара булған мөнәсәбәттәрҙә лә, шулай үк әхлаҡ-әҙәп һәм башҡа проблемаларҙа ла күренә. 21-се быуат кешеһенең ғаиләләге бөтә проблемаһы үҙенә барып тоташа, йәғни, проблемалар ғаилә ҡиммәттәрен (мөхәббәт, хөрмәт, мәрхәмәтлек, тырышлыҡ һәм башҡа изге, күркәм сифаттар), шул иҫәптән, иман һәм әҙәп орлоғо баланың күңеленә сабый ваҡыттан һалынмағандан килә.
Иблистең маҡсаты − ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен юҡ итеү. Ул, никахты бөтөрөп, ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен юҡҡа сығарыр өсөн, ир, ҡатын һәм бала хоҡуҡтарын, ир менән ҡатындың ислам дине билдәләгән бурыстарын, вазифаларын боҙоп, насар яҡтан күрһәтергә тырыша. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн, иблис дуҫтары иң тәүҙә психикаһы үҫешеп өлгөрмәгән балаларҙан башлай, йәғни, 21-се быуатта, техника үҫешкән заманда, быны эшләүе бик еңел. Смартфон, компьютер, планшет аша интернет киңлектәрендә «йөҙгән» бала ир менән ҡатын араһында ғына булған интим күренештәрҙе, яланғас тәнде, шешәһе менән генә һыра һемереүсе йәштәрҙе һәм башҡа күп төрлө әшәке, ерәнгес эштәрҙе, шулай кәрәк икән, тип ҡабул итә башлай. Сиратта − йәштәр һәм яңы ғаилә ҡорған ир менән ҡатын. Бында ла иблис дуҫтарына шул үк интернет ярҙамға килә. Харам мал менән байыған кешеләрҙең тормошон тағы ла матурлап, биҙәп, йәштәребеҙгә харамды хәләл, ә хәләлде харам тип күрһәтергә тырышып, ир менән ҡатын араһына ҡотҡо һала. Шул сәбәпле күп йәштәр күңел төшөнкөлөгөнә (депрессияға) бирелә һәм эш айырылышыуға барып етә.
21-се быуат кешеһенең ғаиләләге проблемаһы, берен-сенән, Ислам динен тотоп йәшәмәүҙә йәки имандың зәғифлегендә. Күптәр, Аллаһу Тәғәләне тик үҙенә ауыр ваҡытта ғына, ҡайғы-хәсрәт килгәндә генә иҫкә алып, мәсеткә барып хәйер һала һәм сираттағы ауырлыҡ килгәнсегә тиклем, үҙен камил һүрәттә бар иткән, уға төрлө ниғмәттәр насип итеүсе Хужаһын онота.
Икенсенән, ир менән ҡатындың ғаилә тормошона ҡағылған ислам шәриғәтен белмәүҙәре сәбәпле, ғаиләлә проблемалар килеп сыға. Һәр кем донъяны үҙенсә тарта, ғаиләлә хужа булғыһы килә. Ҡатын кеше иренә тиңләшергә тырыша, ә шәриғәт ир менән ҡатындың ғаиләлә алып барасаҡ вазифаларын бик яҡшы һәм асыҡ итеп аңлатҡан.
Өсөнсөнән, ир менән ҡатындың, ғаилә тормошон (йорт эсендәге һәм тышындағы эштәр, аҡса-мал табыу, балалар тәрбиәләү, ата-әсә, туғандар менән мөнәсәт һ.б.) алып барғанда, бер-береһе менән кәңәшләшмәүе, бер һүҙле булмауы, бер-береһенә юл ҡуйышып, килешеп йәшәмәүе.
Дүртенсенән, ир менән ҡатындың бер-береһенә һәм балаларына насар үрнәк күрһәтеүе лә ғаиләләге төп проблемаларҙың береһе. Мәҫәлән, балалар менән бергә араҡы мәжлестәрендә ултырыу йәки шундай мәжлестәрҙе үткәреү, балалар алдында әрләшеү, һуғышыу, һүгенеү, алдашыу, урлашыу һ.б.
Бишенсенән, балаларҙы йәлләп, эшкә өйрәтеп үҫтермәү ғаиләлә генә түгел, ә тотош йәмғиәттә проблема тыуҙыра. Балаларҙың бер ниндәй ҙә шөғөлө булмағас, уларҙың насар юлға баҫып йәки насар төркөмгә ҡушылып китеү ҡурҡынысы бик юғары.
Алтынсынан, ир менән ҡатындың бер-береһен кисерә һәм хөрмәт итә белмәүе. Ир кешенең ҡатынына иғтибарһыҙ булыуы.
Етенсенән, ғаиләлә үҙ-ара аралашыуҙың һирәк күренеш булыуы. Хатта ябай ғына «Мин һине яратам» тигән һүҙҙе ир ҡатынына, ҡатын иренә, шулай уҡ балаларға йыш әйтмәү. Ә был ябай ғына һүҙ кешенең күңелендә мәрхәмәтлек, йомшаҡлыҡ тыуҙыра, бер-береһенә мөхәббәтте, хөрмәтте, ихтирамды арттыра.
Һигеҙенсенән, туғандар менән аралашмау, ҡатышмау, бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөмәү йәки туғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырмау.
Туғыҙынсынан, ғаиләлә аҡса етмәү ҙә проблема тыуҙыра.
Унынсынан, ир йәки ҡатындың ата-әсәһенең ғаилә эштәренә ҡыҫылыуы.
Әгәр ир менән ҡатын һәр береһе үҙенең ғаиләлә тотҡан вазифаһын шәриғәт өйрәткәнсә белһә, проблемалар ҙа, ғаилә тарҡалыуҙар ҙа һирәк күренеш булыр ине.
_______________________________________
1 Әл-Ғазали. Ихйәь ғүлүмүд-дин. – Т. 2, 41-се бит.
2 Әл-Бохари.
3 Ибне Хиббән.
4 Әхмәд.
5 Әл-Ғазали. Ихйәь ғүлүмүд-дин. – Т. 2, 53-сө бит.
6 Әл-Бохари; Мөслим.