«Күңелемдә минең – ҡояш...»
«Күңелемдә минең – ҡояш...»
2024 ЙЫЛ – БАШҠОРТОСТАНДА ҺАУЛЫҠ МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛӘНГӘН КЕШЕЛӘР ТУРАҺЫНДА ХӘСТӘРЛЕК ЙЫЛЫ
Ул йырлы күңел менән тыуған. Хәрәкәттәре еңел һәм килешле, тилбер бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Фортепианола ғына түгел, баянда ла уйнай. Музыка ҡоралдарын ул күңеле менән тоя. 10 йыл элек Алина өсөн донъя ҡараңғылыҡҡа сума. Һәм ул тормошта ҡабаттан йәшәргә өйрәнә башлай. Күңелен музыка дәрестәре менән баҫа. Уй-фекерҙәрен шиғри юлдарға һала.
«Баянды ҡулыма алып, дәрескә китеп барам, – тип башланы һүҙен Алина Сурағолова. – Быға тиклем күргән ағастарҙы бөтөнләй күрмәй башланым. Бәй, һуҡырайҙым шикелле, тием. Шулай ҙа әллә ни ҡайғырып ултырманым, нисектер еңел ҡабул иттем. Иң ҡурҡҡаным – нисек бөтә нимәгә тиҙ генә өйрәнергә? Мин бит бәләкәй саҡтан бөтә эште үҙем башҡарырға күнеккәнмен. Хәҙер күрмәгәс, тием, нисек үтекләргә, нисек кейенергә, ашарға бешереү, тышта йөрөү, ҡайҙан аҡ таяҡ табырға тигән уйҙар башымда йүгереп үтте. Әллә нисәмә йыл өйрәнеп ултырырға ваҡытым юҡ та инде. Үҫешергә, йәштәштәремдән артта ҡалмаҫҡа кәрәк, тип, миндә эҙләү моторы ҡабынды. Сөнки Берҙәм дәүләт имтиханы яҡыная ине».
Күрмәгән осраҡта махсус аҡ таяҡ мотлаҡ. Алина бер аҙ баҙап, аптырап ҡалғанда Салауат Низаметдиновтың ҙур ярҙамын тоя. Тап билдәле композитор уҡыусыһы күңелендә ижади осҡон ҡабыҙа. Абруйлы остазын гел һағынып иҫкә ала Алина: «Ул ваҡытта мәктәбебеҙгә Салауат Низаметдинов уҡытырға килде. Башҡа кешегә һөйләй алмаған һүҙемде, серҙәремде уға ғына һөйләй ала инем. Ул ярты һүҙҙән аңлап, һиҙеп тора ине. Беҙҙең өсөн ҙур өлгө булып торҙо. Миңә генә түгел, башҡаларға ла. Аҡ таяғын бирҙе лә: «Мин барыбер машинала күберәк йөрөйөм, мә һиңә, тот та, бар тышҡа сыҡ, ултырма!» – тип сығарып ебәрҙе».
Билдәле композитор Салауат Низаметдинов ул ваҡытта аҡ таяғы менән бергә уҡыусыһына, әйтерһең дә, ижад һәләтен дә бүлеп биргән. Йылдар үткәс, Алина остазына шиғыр юлдары бағышланы.
Алинаның әсәһе Мәликә Әминеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡын кешеһенең һуҡырайыуы ҡыҙының ваҡытынан алдараҡ, 28-се аҙнала тыуыуына бәйле. Ике айҙан ашыу махсус ҡоролмала ятҡан ҡыҙыҡай. Табиптар Алинаны дауаханан оҙатҡанда: «Мандып китә алмаҫ, йәшәһә лә физик яҡтан ғына түгел, аҡыл кимәле лә зәғиф буласаҡ», – тигән аяуһыҙ хөкөм сығара.
«Әсәйемде табиптар ҡурҡытып ҡайтарғандар, – ти Алина. – Шуға әсәйем Мәскәүҙән почта аша төрлө махсус китаптар алып, тыумыштан уҡ минең менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Шуға мин ныҡ иртә уҡырға өйрәндем, 4 йәштә китап уҡып ултыра инем. Ғаиләлә уҡыуға, ғөмүмән, үҫешкә ныҡ иғтибар бүленә торғайны. Бөтә эштәргә өйрәнеп үҫтем. Уй, һин күрмәйһең, картуфты әрсемә, ҡараһын ҡалдыраһың, йәки баҙға төшһәң, ҡолайһың, тип әйтеүсе булманы».
Кескәй сағында Алина яҡындан булһа ла күрә әле. Үҫә төшкәс, сая ҡыҙсыҡ, малайҙарҙан ҡалышмай, атыш-баҫтырыш уйнай, ҡышын сәкән һуға, саңғыла йүгерә, йәйен футбол тибә. Шуға ла бала сағында, уны мәрәкәләп, Айҙар тип тә йөрөтәләр. Мәктәпкә барыуға ҡыҙҙың күреү һәләте тағы ла насарая, әммә егеттәрсә характеры уға юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Саҡмағош районы Яңы Балтас урта мәктәбендә башланғыс класты тик «бишле»гә тамамлай ул. «Уҡытыусыларымдан уңдым, – ти Алина. – Башланғыс класта уҡытыусым Илһөйәр Хәбиб ҡыҙы Исламова көн дә дәрескә шәхсән минең өсөн таблицалар эшләп алып килә ине, дәреслектәрҙәге текстарҙы ҙурайтып баҫтырып бирә торғайны. Уның үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, иғтибарһыҙ ҡалдырмауы миңә тик «бишле»гә уҡып сығырға булышлыҡ итте. Тик мин аңлай инем, былай башҡа дауам итә алмаясағын. Бишенсе класс – темптар икенсе. Шәп кенә бер аҙна эсендә документтарҙы йыйып, 2008 йылдың октябрь айында мин коррекцион мәктәптең беренсе дәресенә инеп киттем. Унда әүҙем тормош башланды».
Коррекцион мәктәптә Алина баян буйынса дәрестәр ала, еңел атлетика менән етди шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша.
«Спорт, музыка булһынмы, уҡыйым тигән кешегә бөтә мөмкинлектәр бар беҙҙең мәктәптә. Ана шуларҙы Алина дөрөҫ ҡулланды. Ул бигерәк ныҡышмал, тырыш, сәмсел уҡыусы булды. Иң тәүге шиғырҙарын да ошонда яҙҙы. Йәш кенә ҡыҙ бала булыуына ҡарамаҫтан, донъяға тәрән ҡарашы, философик уйланыуҙары ярылып ята ине, – тип хәтерләй һәләтле уҡыусыһын Өфөнөң 28-се һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн коррекцион мәктәп-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Вилданова. – Бына уның мәктәп йылдарында яҙған шиғыры:
Маңлай күҙҙәре күрерме,
Күңел күҙең булмаһа?
Күҙ нурҙарың ҡайтыр микән,
Яҙмыш уны урлаһа?
Яҙмышыма һис үпкәм юҡ,
Асыуым юҡ тормошҡа.
Хыялдарым менән гелән
Ынтыламын ҡояшҡа.
Күрмәһәм дә яҡтылыҡты,
Йәшәүемдән йәм табам.
Моңло күңел ижад итә,
Ә мин шунан дәрт алам.
Һәр көн һайын уянам да
Сәләмләйем ҡояшты.
Күңелемдә минең – ҡояш,
Шуға донъям яп-яҡты».
Алина мәктәпте тамамлағандан һуң, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус китаптарҙың әҙ булыуына борсолоп, киләсәктә үҙе үк уҡыу ҡулланмалары яҙырға хыяллана. Филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев та студенты тураһында ғорурланып һөйләне: «Алина «Тулҡын» әҙәби түңәрәгенә йөрөнө. Мәҡәләләре, шиғырҙары республика баҫмаларында сыға башланы. Шулай ул үҙен ижадсы итеп танытты, тәүге китабын сығарҙы. Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова менән берлектә беҙ уның тыуған яғы Саҡмағош районына барып шул китаптың презентацияһын үткәреп ҡайттыҡ. Был Алина өсөн генә түгел, бөтә факультет өсөн мөһим ваҡиға булды».
Алина бер ваҡытта ла рәхәт кенә юлды һайламай. «Спорт – барлыҡ уңышымдың нигеҙе!» – ти Алина Сурағолова. Бер үк ваҡытта юғары уҡыу йортоноң ике факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлау уға еңел бирелмәгәндер. Саңғы буйынса республика чемпионатында алтын миҙалдарға лайыҡ булыуы ла күптәрҙе хайран ҡалдыра.
Алина үҙен тәржемә, журналистика өлкәһендә лә һынай. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Зәки Арыҫлан улы Әлибаев уҡыусыһының ғилми эшенә юғары баһа ҡуя: «Теманы һайлаған ваҡытта ла ул рәхәт кенәһен һайламаны. Зөһрә апай Ҡотлогилдинаның ижадын өйрәнде. Бөтә шиғриәте, ижады, публицистикаһы менән танышып сыҡты. Һәр бер бүлекте яҙғанда Зөһрә апай менән кәңәшләшеп эшләне».
Тырыш студент насар күреүселәр өсөн «Башҡорт яҙмаһы тарихы практикумы»н төҙөй. Был хеҙмәтен мәғариф министрлығы, ғилми етәкселек, ғалимдар алдында яҡлай. Үҙе уҡыған мәктәптә педагогик практика үтеп, уҡыу ҡулланмаһының кәрәклеген иҫбатлай.
Алина үҙенең класташы Рөстәмгә кейәүгә сыға. Бөгөн улар ҡыҙ һәм малай үҫтерәләр. Йәш атай менән әсәйҙең тормошҡа ҡараштары ла, уй-хыялдары ла бер иш. Алған һөнәрҙәре буйынса эшләү, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш үҫтереү – тәү маҡсаттары. Тормош иптәше Рөстәм дә күреү һәләтенән мәхрүм, һөнәре буйынса – программист. Һуҡырҙар өсөн кеҫә телефондарына, компьютерға ҡулайлаштырылған махсус программалар ҡуйыу кеүек төрлө социаль проекттарҙа ҡатнашалар. Сурағоловтар ихтыяр көсө, тырышлығы менән һоҡландыра. Әйтерһең дә, Аллаһ уларҙы яҡтылыҡ, нур өләшер, изгелектәр ҡылыр өсөн яратҡан. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булһа ла, улар һәр минуттың ҡәҙерен белеп, йәшәүҙән йәм таба.