Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Мифтахетдин Аҡмулла, тотҡонлоҡтан ҡотолғас та, ярлыҡау эҙләп, Санкт-Петербургҡа юллана. Юл ыңғайы Ҡазанға һуғылып Шиһабетдин Мәржәни, Ҡәйүм Насыри кеүек күренекле татар ғалимдары менән осраша. Шағир баш ҡалала Санкт-Петербург гвардия ғәскәре гарнизонының ахуны, ғалим-мәғрифәтсе Ғатаулла Баязитов һәм Азия департаменты начальнигы, сит ил эштәре министры Ғәбиҙулла Сыңғыҙханов менән осраша («Аҡмулла», Г.К.Вәлиева) һәм уларға үҙенең ауыр хәлдә ҡалыуы тураһында бәйән итә.

 

Аҡмулланың тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар быны үҙҙәренең яҙмаларында былай тип телгә алған: «Ғ.Сыңғыҙханов үҙ ҡулы менән император Александр II исеменә ғариза яҙа һәм Аҡмулланы «арестанттар ротаһынан» ҡотҡара. Ул, рәхмәт йөҙөнән, уға арнап, «Солтан Ғәбиҙуллаға шикәйәт» тигән шиғырын яҙа...»

Төрмәлә булған сағында бер француз кешеһе менән танышып, француз телен өйрәнә. Шулай уҡ хәҙерге Учалы районының Һөйөндөк ауылы егете Камалетдин Йәғәфәров менән дуҫлаша, тотҡонлоҡтан ҡотолоп ҡайтҡас та, Аҡмулла йыш ҡына уларға килеп, мунса төшөп, ял итеп китер була. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә лә уларҙа бер нисә көн булыуы билдәле. Аҡмулла барып йөрөгән ҡарағастан һалынған өй әле лә һаҡланған. К.Йәғәфәровтың ҡан-ҡәрҙәштәре был турала атайҙарынан ишеткәндәрен Аҡмулла көндәрендә осрашыуҙар ваҡытында һөйләне.

Зәйнулла ишандың Мулдаҡай ауылында йәшәгән ҡыҙы Рәбиға, уның хәләл ефете Әхтәм хәҙрәттәр уны һәр саҡ хөрмәт менән ҡаршы алыр була.

Мифтахетдин һуңғы кәләше Сәғирәне лә Мулдаҡайҙан алыҫ булмаған Һөләймән ауылынан ала. Яҙыусы, журналист Рәүеф Насиров: «Аҡмулла өсөн хәҙерге Учалы районы рухи тыуған иле була», – тип яҙҙы. Уны фажиғәле яҙмышы ла, ғүмеренең һуңғы сәғәттәрендә болоттарға баш эйгән Урал тауҙары буйына, боронғо башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан Мейәс ҡалаһына алып килә.

«Шағирҙың һиҙелерлек хәтирәләр ҡалдырған ауылдарынан хәҙерге Баймаҡ районындағы Муллаҡай ауылын билдәләргә кәрәк. Муллаҡай мәҙрәсәһенең мөдәррисе Ғабдулла Сәйедиҙең әсәһе Аҡмуллаға ҡәрҙәш тура килә. Ғабдулла хәҙрәт, улы Әнүәр Сәйетов хәтирәләре буйынса, 90-сы йылдарҙан алып йәй һайын Аҡмулланы Муллаҡай ауылынан Троицкиға, «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә, оҙатып ҡуя торған булалар. 1895 йылдың йәй башында Муллаҡай янында Рәмиевтар ойошторған һабантуйҙа ҡатнашыуы ла билдәле», – тип яҙҙы әҙәбиәт белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре З.Я.Шәрипова үҙенең «Тере тарих» тигән мәҡәләһендә.

Эҙәрмән Р.Насировтың «Аҡмулланың аҡ юлынан» исемле очеркында Аҡмулланың Троицкиҙа Учалы районы Ишкен ауылында Шәрәфетдин Сиражетдиновтың улы Сабит менән бергә уҡыуҙары һәм уларға ҡунаҡҡа килеүҙәре тураһында яҙа. Тиктормаҫ Мифтахетдиндың Ишкен халҡын, өй ҡыйығына менеп, ҡулдарына ғына таянып, баш түбән йөрөп шаҡ ҡатырғаны тураһында бәйән итә. Ошо өй ҡыйығында тороп, үҙенең шиғырҙарын да һөйләгәне билдәле. Сәсән, олоғайғас әле, Рәсүл ауылында Зәки Ғайнуллиндарҙа, Яңы Байрамғолда Ғәбделлатиф хәҙрәттәрҙә булыуы, Учалы ауылында һабантуйҙа ҡатнашыуы әле лә халыҡ хәтерендә һаҡлана. Ул башлыса үҙенең йәшлек дуҫтарына, һабаҡташтарына, айырыуса З.Рәсүлевтың ҡан-ҡәрҙәштәренә туҡтала. Сәсәндең Ырымбур, Күксәтау, Ҡостанай, Аҡмолла, Себер, Петропавловск, Тау Ҡарағайлы ҡышлағында Мүктаған ҡаҙағында йәшәгәне һәм балалар уҡытҡаны билдәле.

Төрмәләге дүрт йылы, аслыҡта, ауырлыҡта үткән ғүмере эҙһеҙ ҡалмай. Ундағы әсе тормош күп нәмәгә күҙен аса. Ул йылдарҙа яҙған әҫәрҙәренең киләсәккә оло ышаныс, өмөт менән һуғарылғанын күрәһең. Был дәүерҙә шағир «Иҫәнгилде һәм Батыш», «Минең урыным зиндан» исемле шиғырҙарын ижад итә.

Күренекле сәсәндең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүсе ғалимдар, яҙыусылар шул йылдарҙа яҙған шиғырҙарын бер тауыштан, иң сағыуҙары, иң көслөләре, тип баһалай.

Шағирҙың күңеле һәр саҡ кәмһетелгәндәр яғында була. Дошманын аямай, дөрөҫлөк өсөн көрәшкән сәсән, байлыҡ кешенең нәфсеһен аҙҙыра, тип иҫәпләй. Донъя малы артынан ҡыуған «әрәмтамаҡ» байҙарҙы, мулла-монтағайҙы «күңеле ҡара, ауыҙы ала, ирене ялаҡ», тип атай. Шул уҡ ваҡытта үҙенең бар етешһеҙлектәрен, кәмселектәрен йәшермәй, үҙен таҙ эткә, дуңғыҙға тиңләй. «Әфлисун араһында һин бер кишер», – тип үҙен кәмһетә. Әммә үҙен ни тиклем битәрләһә лә, уның абруйы төшмәй. Уны ябай халыҡ ярата, сығыштарын йотлоғоп тыңлай. Учалы районы Мансур ауылында Ғайфулла хәҙрәт Ғәлиулла улы Зәйнулла ишандың шәкерте була (Уның һәм өсөнсө ҡатыны Сәмиғәнең яҙмыштары, күргәндәре үҙе бер китап яҙырлыҡ). Уларҙың 1924 йылда Фәрзәнә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ғәйфулла хәҙрәттең олоғая барған көнөндә тормошона был йәм, сағыу биҙәк биргән тәүге сабый була. Сөнки алда тыуған балалары төрлө сәбәптәр менән үлеп торған була. Фәрзәнә Ғайфулла ҡыҙы, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп, «мулла ҡыҙы» тигән кәмһетеүҙәргә бирешмәй, киләсәктә уҡытыусылыҡҡа уҡып сығып, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанып йәшәй. Уның Роза исемле ҡыҙы менән беҙ бер класта уҡыныҡ. Ул, минең Зәйнулла ишан тураһында мәғлүмәттәр эҙләгәнемде ишетеп, миңә Фәрзәнә апайҙың көндәлеген килтереп тотторҙо. Ғайфулла хәҙрәт «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған йылдарында үҙенең күргән-кисергәндәрен ҡыҙына һөйләп ҡалдырған, ә ҡыҙы атаһының һөйләгәндәрен көндәлек дәфтәренә теркәп барған: «Мифтахетдин Аҡмулла Зәйнулла ишан ойошторған сараларға бик йыш йөрөгән. Улай ҙа түгел, ул биргән дәрестәргә бар күңелен биреп йөрөп ала ла ҡайҙалыр юғалыр була ине. Беҙ аулаҡта, бай малайҙарынан ҡасып, йыш ҡына Аҡмулла тураһында һөйләшеп алабыҙ. Ул тағы ла ҡайҙалыр киткән, күренмәй, ти берәүҙәр. Икенселәр, бай шәреҡтәштәре менән һыйыша алмай бит, тағы берәй этлек ҡылғандарҙыр уға, тип ысҡындыра. Бай, буласаҡ муллалар менән иҫәнләшкәндә лә, ул һәр саҡ: «Аманмысыз, тышы аҡ муллалар?» – тип өндәшә. Бай малайҙары быға бик ғәрләнгәндәр, сөнки тышы аҡ, эсе ҡара муллалар мәғәнәһендә була уның иҫәнләшеүе. Бай малайҙары унан көлөп: «Аҡ мулла килде», – тип мәсхәрәләргә уйлайҙар, әммә был ҡушамат ҡап-ҡара башҡорт сәсәненә бик оҡшай. Яҙған шиғырҙарына ла Аҡмулла тип үҙенә икенсе исем алды», – тип йыш ҡына ҡабатлар була Ғайфулла хәҙрәт.

Тотҡонлоҡтан һуң уның мосафирлыҡ тормошо башлана, ил гиҙеп, башҡорт йәйләүҙәрен, ҡаҙаҡ далаларын ҡыҙырып, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы-ябағаны, етемдәрҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлап, ижад менән дә, уҡытыусылыҡ эше менән дә шөғөлләнеп, халыҡҡа ғилем тарата.

Мәжлестәрҙә ҡатнашып, аҡындар, йыраусылар, сәсәндәр менән сәсәнлектә ярышып, йыр һәм әйтеш байрамдарында, бәйгеләрҙә үҙенең ижадын халыҡҡа ишеттерә.

Ул үҙенең ижадында сабырлыҡҡа, иманға, әҙәплелеккә өндәй. Шиғырҙары менән ябай халыҡтың тормошон еңеләйтеү өсөн көрәшә. Халыҡ хәтерендә уның ике тәгәрмәсле ҡуян арба менән йөрөгәне һаҡланған. Арбаһы артындағы ҡумтаһында һәр саҡ китаптары һәм эш ҡоралдары була. Оҫта ҡуллы Аҡмулла дуҫтарына ултырғыс, өҫтәл эшләп бүләк итә.

Троицкиҙың тарих яҙыусыһы Р.Н.Ғиззәтуллин үҙенең «Аҡмулла һәм Троицк» тигән мәҡәләһендә: «Ҡаҙаҡ балаларын уҡытыу менән бер рәттән, ҙур төҙөлөш эштәре лә алып бара. Ҡостанай өлкәһенең Житикара районында Синташта үҙ ҡулдары менән тәүге мәктәпте төҙөй. Был ҡышлаҡта Аҡһылыу исемле Оросбай ҡыҙы уның талантлы уҡыусыһы була. Ҡыҙ әйтеш байрамдарында, аҡын ирҙәр менән бер рәттән сығыш яһап, һәр саҡ тиерлек еңеүсе була. Ул ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының азатлығы өсөн көрәшкән», – тип яҙҙы.

Заманында Троицк тирә-яҡтан килгән эшҡыуарҙарҙың, сауҙагәрҙәрҙең эшмәкәрлегенән гөрләп тора. Улар тарафынан ҡоролған тирмәләр, сатырҙар, палаткалар алдында донъя кәрәк-яраҡтары тулы була. Һәр саҡ еҙ самауырҙары борҡорап ҡайнап ултыра, аҫылған ҡаҙандарҙа тәмле еҫтәр сығарып аш бешә. Шунда уҡ әйтештәр ҙә ойошторола. Аҡмулла уларҙың үҙәгендә була. Бабажанов Әмирфәиз исемле байҙың ҡымыҙханаһынан кеше өҙөлмәй. Аҡмулланың был ҡымыҙханала йыш булыуы, әйтештәрҙә ҡатнашыуы билдәле. Уның ижадын яратыусылар һәр саҡ шунда ағыла. Дуҫтары менән осрашыу-күрешеүҙәр ижадына илһам уята, үҙенә көс, дәрт бирә. Әлбиттә, әсе телле, тура һүҙле Мифтахетдиндың ялҡынлы сығыштары, һәр саҡ уны күҙәтеп йөрөгән көнсөл дошмандарының һарыуын ҡайната.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һанында)

 

Әҡлимә Сафина,

Учалы районы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...