“Әс-сәләм” дуҫтарын йыйҙы

“Әс-сәләм” дуҫтарын йыйҙы

Изге Рамаҙан айында иң матур ваҡиғаларҙың береһе − Өфөлә үткән мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн “Әссәләм” дуҫтарын йыя” исемле ифтар мәжлесе булғандыр. Ул көндө баш ҡала үҙәгендәге “Хәләл” кафеға 200-ҙән ашыу төрлө йәштәге яулыҡлы апайҙар, ҡыҙҙар, инәйҙәр йыйылды. Сараны ойоштороусылар уларҙы ихлас йылмайып ҡаршы алды.

Мәжлес изге Ҡөрьән аяттарын уҡыуҙан, салауат һәм тәүбә доғалары әйтеүҙән башланып китте. Артабан алып барыусылар мөғәллимә Ләйсән Бәхтиева менән Зөбәржәт Утарбаева 1994 йылда сыға башлаған һәм бөгөнгө көндә 13 телдә баҫылған һәм әлеге ваҡытта уны 200 меңдән ашыу кеше алдырып уҡыған “Ас-салам” Бөтә Рәсәй дини-мәғрифәт гәзите хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. 2020 йылдан башҡорт телендә сыға башлаған “Әс-сәләм” гәзитенең йөкмәткеһе, рубрикалары менән уның мөхәррире Зөлфиә Ханнанова таныштырып үтте.

− Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар телдәрендә сыҡҡан гәзиттәрҙе алдыралар һәм яратып уҡыйҙар, һәм хатта тажик телендә алдырыусылар ҙа бар, – тине гәзитте халыҡ араһында иң актив таратыусы Әлфиә Тимербулатова. Ул гәзиткә яҙылыуҙың төрлө ысулдары менән таныштырҙы һәм, иң мөһиме, уға йыл буйы яҙылыу мөмкинлеге барлығын әйтте. Бының өсөн гәзиттә күрһәтелгән телефондарҙың береһенә шылтыратыу ҙа етә − киләһе айҙан уҡ гәзитте һиңә килтереп бирәсәктәр.

“Мин Аллаһҡа ышанам, рухи яҡтан үҙемде үҫтерәм, дингә бирелеү кешене сикләй, тип уйлайым”, − тиеүселәр бар. БДУ профессоры Гүзәл Вилданованың тап ошо хаҡта, йәғни фән менән диндең бер йүнәлештә булып, бер-беренә тығыҙ бәйләнеүе тураһындағы йәнле сығышын мөслимәләр йотлоғоп тыңланы. . Медицина күҙлегенән ураҙаның физик сәләмәтлеккә йоғонтоһо тураһында табип Әлфиә Алтынбаеваның сығышы ла фәһемле булды.

Мәжлестә Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Нәсимә Тимерова етәкселегендәге “Ауаз” төркөмө һәм шулай уҡ Шамонино ауылы ағинәйҙәре башҡарыуындағы мөнәжәттәр нур өҫтөнә нур өҫтәне. ...Һәм бына күңелдең иң төпкө ҡылдарын зыңлатып, моңло аҙан тауышы яңғыраны. Ифтар − ураҙа тотоусының Аллаһу Тәғәләгә иң яҡын мәле, улар араһында хатта пәрҙә лә булмаҫ, тиелә хәҙистә. Шуға ла тап ошо мәлдә доғалар ҡабул була, тиелә. Ауыҙ асып, намаҙ уҡып алғас, хуш еҫле ҡорбан ашы, былау һәм башҡа ризыҡтар менән һыйланды ҡунаҡтар.

Мәжлес аҙағында, барса маҡтауҙарҙы Бөйөк Раббыбыҙға йүнәлтеп, Уға шөкөр әйтелде. Зөлфиә хажиәнең тулҡынландырғыс тауышынан йөҙҙәрсә ҡул өҫкә күтәрелде, Аллаһҡа ялбарып өндәшелгән һәр һүҙ һәр ҡатындың үҙ йөрәгенән сыҡҡан уртаҡ доға булып яңғыраны. Көслө доғанан тәьҫирләнеп, күңелдәре иреп, күҙҙәре йәшләнгән ҡунаҡтар сараны ойоштороусыларға үҙҙәренең ихлас рәхмәттәрен белдереп, тәьҫораттары менән бүлеште:

Рәмзиә Кәримова (телевидение журналисы):

− Тәүге тапҡыр шул тиклем күмәк кеше йыйылған ифтарҙа булдым! 200-ҙән ашыу гүзәл заттарыбыҙ менән ауыҙ астыҡ. Иҫ киткес күркәм мәжлес булды: доғалар, дини тәғлимәттәр, мөнәжәттәр тыңланыҡ, тәмле ризыҡтар менән һыйландыҡ! Ошо ифтарҙы ойошторған «ӘССӘЛӘМ» дин-мәғрифәт гәзитенә, уның мөхәрриренә, хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.

Тамара Юлдашева (шағирә, журналист):

− Бындай масштаблы проектты быға тиклем күргәнем юҡ ине: ике йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Һәр береһе үҙенең күңелен байытып, ошондай матур донъя барлығын аңлап-күреп, ҡайһы берәүҙәр шунда ултырғанда намаҙ уҡырға өйрәнергә барырға һүҙ ҡуйыштылар. Тимәк, бындай сараның йоғонтоһо бар. Берберебеҙҙе күреп, аралашып, шундай изгелекле, яҡты хистәр менән ҡайттыҡ.

Айгөл Атанова (Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары):

− Иптәшем бишенсе йыл ураҙала, уға эйәреп ниәтләндем дә, беренсегә тота башланым. Күптән түгел намаҙға баҫтым, тәжүид өйрәнәм. Гүзәл Булат ҡыҙы мине «Әс-сәләм» гәзите үткәргән ифтарға саҡырғас, тәүҙә аптырап ҡалдым, сөнки мин тулыһынса диндә түгелмен бит әле. Әммә был минең өсөн ниндәйҙер билдә булды. Һәм саранан ҡәнәғәт ҡалдым. Ныҡ ҡыҙыҡлы булды. Гәзиттең күп телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә сығыуы ныҡ ҡыуандырҙы. Диндәге ҡатынҡыҙҙарҙың айырым тормошо булыуын күреп ҡайтым. Был байрам миңә гүзәл динебеҙҙең яңы биттәрен асты.

Динә Асҡарова (Республика клиник дауаханаһы табибы):

Әлхәмдүлилләһ, сирек быуаттан ашыу ураҙаламын. Элегерәк ҡыҙыҡ өсөн ураҙа алдынан ҡан тамырынан анализ тапшыра торғайным. Рамаҙан айы үтеү менән яңынан анализ бирәм. Бөтә күрһәткестәр ҙә күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрә торғайны. Ысынлап та, ураҙа тотоуҙың ыңғай тәьҫирен шундуҡ һиҙәм: ашҡаҙан ял итеп ҡала, ҡан баҫымы яҡшыра, тимәк, ҡан йөрөшө лә шулай яйға һалына, йөрәк тыныслана, мейе, бауыр, бөйөр, бөтә күҙәнәктәр вирустарҙан, бактерияларҙан, токсиндарҙан таҙарына.

Ҡояш байығансы, аш-һыуҙы түгел, дини ғәмәлдәр тураһында ғына уйланаһың. Ата-бабаларыбыҙ, ғәҙәттә, һыу һәм тоҙ менән ураҙаны ебәргән. Бөгөнгө мәжлестә лә алдыбыҙға финик, һыу ҡуйылғайны − дөрөҫ итеп ауыҙ астыҡ, хатта ураҙаның ыңғай тәьҫире тураһында хеҙмәттәшем матур сығыш яһаны. Күңелгә ятты бөгөнгө байрам!

Ләйлә Нуретдинова (күп балалы әсә):

− Мине был сарала бөтәһенән элгәре башҡалабыҙҙағы Цюрупа урамындағы «Хәләл» кафеһының егәрле ҡыҙҙары һоҡландырҙы. Үҙҙәре күмәк тә түгел, артыҡ сәбәләнмәй, ярһымай ғына ни арала шунсама кешене (ике зал туп-тулы!) хеҙмәтләндереп өлгөргәндәрҙер, шуға аптырайым! Бөтә нәмә тәмле, мәжлес иҫ китмәле бәрәкәтле булды. Ойоштороусыларға бөтә мөслимәләр исеменән рәхмәт.

– Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа, рәхмәттең олоһон Дағстан мөфтиәтенең Башҡортостандағы вәкиле, хөрмәтле аҡһаҡал Пахрудин хажи Басировҡа әйтәбеҙ. Сөнки был сараны ойоштороу тап уның кәңәше, дәртләндереүе, йүнәлеш биреүе, ярҙамы менән башланып китте, − тине Ләйсән Бәхтиева. − Иң мөһиме, бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ ошо мәжлестән илһам алып, ҡалған ураҙаға тағы ла көс-ҡеүәт алып, имандары нығып, нурланып ҡайтҡандарҙыр, тип ышанам. Тағы ла шул ҡыуандырҙы: беҙ бөгөн ысынлап та берҙәм команда булдыҡ, һәр береһе үҙенә беркетелгән эшен еренә еткереп үтәне, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Аллаһ насип итһә, бындай сара һуңғыһы булмаҫ, тип уйлайым, сөнки беҙҙең бөгөнгө мәжлес, киләсәктә тағы ла ошондай сараларҙы үткәрә алырлыҡ көсөбөҙ бар икән, тигән ышанысты нығытты.

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА, СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА РЕПОРТАЖЫ

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....


Мейе һелкенеүҙе Ҡөрьән аяттары менән дауалау

Ҡөрьән аяттары – шифалы, бөтә ауырыуҙарҙан дауа. Аллаһтың һүҙе, Изге Китабы менән дауалау борондан билдәле. Мәҫәлән, башҡорт халҡы элек-электән шифалы аяттар менән өшкөргән, имләгән, бүҫер ҡыуған, быуын ултыртҡан һәм башҡа сирҙәрҙән дауалаған, хәлдәрен шәбәйткән. Мәҫәлән, Миәкә яҡтарында...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған: «Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә...