Ҡорбан салыу өсөн дөрөҫ ниәт, хәләл мал кәрәк!

Ҡорбан салыу өсөн дөрөҫ ниәт, хәләл мал кәрәк!

Йылына ике тапҡыр ғына килә торған ғәйетебеҙ ул – Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары – барыбыҙ өсөн ҙур ғибәҙәт. Ҡорбан байрамын халҡыбыҙ элек-электән яратып ҡаршыланы, хатта Совет осоронда, йәшерен рәүештә булһа ла, билдәләне. Беҙ ошо көндәрҙең әһәмиәтен тәрбиәүи хикмәт менән йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ, йәғни, йәштәр байрамдың икеһен дә ҙурлап, ололап, белеп үҫергә тейешле.

 

Салған ҡорбанлыҡтан бешергән аш, ит ризыҡтары менән генә уларҙы һоҡландырып, һөйөү уята алмайбыҙ. Был көнгә заманса ҡарарға – балаларға бүләктәр әҙерләргә, уларҙың күңелен күрергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, алдан уҡ улар көткән затлы, ҡәҙерле бүләктәр алып ҡуйыу. Был байрамды һағынып көтөрлөк булһын, яҡшы хәтирә булып күңелдәрендә уйылып ҡалһын. Хәҙер беҙҙең заманға ярашлы төрлө саралар, уйындар уҙғаралар, хатта мәсеттәрҙә лә үтә улар.

Ҡорбан байрамы тәрбиәүи көскә эйә. Бер заман беҙ ҙә Аллаһ ҡаршыһына ҡайтҡан саҡта был йәш быуын үҫеп, ир ҡорона кергәс, ғаилә ҡорғас, үҙҙәре балалар тәрбиәләй башлағас, матур йолаларыбыҙҙы, ғибәҙәт ысулдарын үтәһә, үҙенең доғаһында беҙҙе иҫкә алыр булһа, тимәк, атай-әсәй, олатай, өләсәй вазифаларын үтәгәндәрҙән булырбыҙ, ин шәә Аллаһ!

Был көндөң тарихы атабыҙ Әҙәм ғәләйһи ссәләмдең балаларынан башланып китә. Шулай уҡ был изге ғәмәлде Ибраһим һәм уның улы Исмәғил үтәгән, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ ла был ғибәҙәтте беҙгә өйрәтеп ҡалдырҙы. Әле лә, Аллаһу Тәғәләнең Ризалығын өмөт итеп, беҙ уны үтәйбеҙ, Раббыбыҙ ҡушҡанса, Уның ҡаршыһында хәләл малыбыҙҙы – һарыҡ, үгеҙ, тана, шулай уҡ дөйәне ҡорбанға салабыҙ.

Аллаһу Тәғәлә беҙ яратып уҡыған «Әл-Кәүҫәр» сүрәһендә: Фәсалли ли раббикә үәнхәр (Ҡорбан салығыҙ һәм намаҙ уҡығыҙ)», – ти. Бәлки, кемдеңдер һәр даим намаҙға йөрөргә мөмкинлеге юҡтыр, кемдер йома намаҙына йөрөүҙе ғәҙәткә алып өлгөрмәгәндер, әммә йылына бер килә торған Ҡорбан байрамын бәлиғәт йәшенә еткән һәр мосолман, намаҙ уҡырға етерлек доғалар белмәһә лә, тәһәрәтләнеп, таҙа кейемдәрен кейеп, Ҡорбан байрамы көндө иртән-иртүк йәмәғәт менән ғәйет намаҙына барып ҡайтырға тейешле. Вәғәз тыңлағас, әҙерләп ҡуйылған ҡорбанлыҡты салып, Аллаһу Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтен иң тәүҙә ниәте менән, күңеле менән белдереп, Раббыһының Ризалығына ирешә. Ә инде салынған ҡорбанлыҡты бешереп, табын йыйып, ғаиләһен, күрше-күләнен һыйлаһа, ҡунаҡ итһә, был байрамдың күркәмлеген – иң яҡшы мөнәсәбәт – эргәңдәгеләрҙе ихлас хәстәрләү, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлек, йомартлыҡ күрһә-теүселәрҙән булыр. Былар барыһы ла халҡыбыҙға хас булған дин нигеҙенең иң матур сағылышы.

Салған ҡорбанлыҡтың бер тамсы ҡаны ла, ите лә, бер бөртөк йөнө лә – бер нәмәһе лә Аллаһу Тәғәләгә ирешмәй. Һеҙҙең күңелдән сыҡҡан ихласлыҡ етә, ти Аллаһ. Бирелгән ғүмер – иң ҡәҙерлеһе, шуға шөкөр итеп, Аллаһу Тәғәләне маҡтап йәшәү – тормошобоҙҙоң мәғәнәһе. Раббыбыҙ беҙҙе шөкөр итер өсөн, ғибәҙәт итер өсөн яратҡан бит, ошо тойғолар йөрәгебеҙ аша үтергә тейешле.

Ҡорбан салыу ҙур хикмәткә эйә. Был ғибәҙәт Аллаһҡа яҡынайта. Күҙ алдына килтергәнсә, беҙҙең үлсәм берәмектәре менән түгел, был ғәмәлде үтәп, йөрәгебеҙ, күңелебеҙ менән яҡынаябыҙ!

Ҡорбан кешенең эштәре яйға һалыныуға, яҡшы яҡҡа үҙгәреүгә сәбәпсе була. Кемдеңдер тормошонда ниндәйҙер көтөлмәгән мәшәҡәттәр килеп сыҡҡан ваҡытта, мәҫәлән, эш таба алмаған кеше нәфел ҡорбанлыҡ салһа, Аллаһ уға еңеллек бирә, юлдарын аса. Бәлә-ҡазаға тарыған кеше иң әүәл ҡорбан салырға ашыҡһын!

Шулай уҡ Аллаһ ул кешене һаранлыҡ сиренән һаҡлай. Шуға ҡорбан салырға тырышырға кәрәк. Йортобоҙға, тормошобоҙға бәрәкәт ҡуна. Ошо ғибәҙәтте даими үтәгән кеше бының менән, һис шикһеҙ, килешер.

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә ҡорбан салған кешене иң ҙур гонаһтан – ҡан ҡойоуҙан, йән ҡыйыуҙан һаҡлай. Аллаһтың Сикһеҙ Рәхимлеге менән һиңә ҡарата яуыз, мәкерле уйлы бәндәнең ниәте тормошҡа ашмаҫ, бик теләһә лә, һине йәберләй, йәнеңде ҡыя алмаҫ. Үҙеңде лә, уйламаған ерҙә яңылышлыҡ ҡылып, кешенең һаулығына, ғүмеренә зыян итеүҙән һаҡлай, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсый Ғаләмдәр Хужаһы! Хәүеф-хәтәр аҙым һайын аяҡ аҫтында ғына бит! Ҙур мегаполиста йәшәп, төрлө транспортта йә руль артында йөрөп, яңылышлыҡ менән төрлө бәләгә дусар булыуыбыҙ бар. Ҡорбан салған кеше һәм уның ғаиләһе Аллаһу Тәғәләнең һағы аҫтында! Һәр эшебеҙҙә Аллаһҡа тәүәккәл итәбеҙ һәм Уның иң яҡшы Һаҡлаусы икәнен беләбеҙ, шөкөр итәбеҙ.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеүенсә, салған ҡорбанлыҡтар беҙгә Сират күперен үткәндә лә ярҙам итә.

Ҡорбан салыуҙы ғаилә бюджетынан сарыф иткән аҡса, ит ашау, ҡунаҡ булыу тип кенә ҡарарға ярамай. Уны ихлас күңелдән Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында вәжиб дәрәжәһендә үтәлә торған бер бурыс итеп билгеләне беҙгә Раббыбыҙ. Һәм быны йылына бер тапҡыр килә торған Ҡорбан байрамының өс көнө эсендә үтәп ҡылырға тырышайыҡ, мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем!

Аллаһҡа шөкөрана ҡылабыҙ, беҙҙең республикала Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдары ял көндәре тип иғлан ителгән − был ҙур ниғмәт. Шуның өсөн ғаиләбеҙ, дуҫ-иштәребеҙ менән бергәләп үткәреү өсөн форсат күп. Изге байрамға тиклем ҡорбанлыҡтар тураһында алданыраҡ хәстәрлек күреү, һайлап ҡуйыу, ауыл ерендә мал тотҡан туғанығыҙ йәшәһә, унан белешеү, аҡсаһын да алдан күсереп ҡуйыу – яҡшы эш. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, саҡырыуҙы ихлас күңелдән ҡабул итергә кәрәк. Мөмкинлек булһа, үҙегеҙ саҡырығыҙ. Бигерәк тә яҡындарығыҙҙы бер мәжлескә йыйыу тормошоғоҙға тағы ла бәрәкәт өҫтәр, бәлки, артабанғы ғүмерегеҙҙең бәхетле үтеүенә сәбәп булыр.

Ҡорбан салыу өсөн, мулла саҡырып, мотлаҡ уҡытырға, хәйер өләшергә кәрәк икән, тип уйламағыҙ. Юҡ, әлбиттә. Ҡорбан салыу өсөн дөрөҫ ниәт, мосолман булыу, хәләл мал кәрәк. Бына ошо хәләл аҡсаға һатып алған малды ир кеше, ғаилә башлығы, бисмилләһ, тип Аллаһҡа рәхмәт әйтеп, сала икән, был ҡорбанлыҡ дөрөҫ була. Инде ғаиләгә бер ҡорбанлыҡ ҡына салына икән, бында бөтә ағзаларына бешереп ашатыу хәйерле. Бындай изгелек ҡылырға мөмкинлек бар икән, ғәмәлгә ашырығыҙ. Аллаһ, һеҙҙең ниәтегеҙгә ҡарап, еңеллек, ризыҡ, бәрәкәт бирә!

 

Нурмөхәмәт хәҙрәт Нуриев

Өфө районы Булгаков ауылының йәмиғ мәсете имам-хатибы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...