“Салләллаһу ғәләйкә, йә Мостафа Мөхәммәд!..”

“Салләллаһу ғәләйкә, йә Мостафа Мөхәммәд!..”

“Салләллаһу ғәләйкә, йә Мостафа Мөхәммәд!..”

Мәүлит кисәһенең фазиләттәре тураһында ғалимдарҙың, имамдарҙың фекерҙәре.

 

Хәҙрәти Хәсән әл-Басри әйткәнсә: “Ни ҡәҙәр теләр инем мин Өхөд тауы (Мәҙинә ҡалаһында) ҙурлығындағы алтын булыуын, ул алтынды Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең мәүлитен уҡытырға тотор инем”.

Хәҙрәти Мәғруф әл-Кәрхи әйткәнсә: “Кем дә булһа, Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең мәүлитен уҡытырға ризыҡ әҙерләһә һәм, мәүлитте хөрмәтләп, туғандарын, дуҫ-иштәрен йыйһа, өйөн ут менән яҡтыртһа, яңы кейемен кейеп, хуш еҫле майҙар менән һөртөнһә, Аллаһу Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә ул кешене пәйғәмбәрҙәр менән бер төркөмдә булдырыр һәм уның урыны юғары Ғыллиййиндә булыр”.

Хәҙрәти әш-Шәфиғи әйткән: “Берәр кеше мәүлит уҡытыр өсөн туғандарын йыйһа, мәүлит уҡытырға урын һәм ризыҡ әҙерләһә, яҡшы ғәмәл ҡылһа йәки мәүлит уҡытырға бер сәбәп итеүселәрҙән булһа, Аллаһу Тәғәлә уны ҡиәмәт көнөндә тоғро, хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шәһиттәр һәм изге күңелле кешеләр менән бергә терелтер һәм ул кешенең урыны Нәғим йәннәттәрендә булыр”.

Хәҙрәти Әс-Сәрри әс-Сәҡти әйтә: “Берәр кеше мәүлит уҡыта торған урынға барырға тигән ниәттә булһа, ул кеше нәҡ Йәннәт баҡсаларына барырға маҡсат тотҡан кеше шикелле булыр, сөнки кешенең ул мәжлескә барыу маҡсаты Мөхәммәт салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә ҡарата мөхәббәт хисенәндер”.

Рәсүл әкрам (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм) үҙе былай тигән: “Кем дә кем мине ярата, шул (кеше) Йәннәттә минең менән бергә булыр”.

Имам Йәләлетдин әс-Суйути былай әйткән: “Берәр йортта, мәсеттә йәки берәр мәхәлләлә Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең мәүлите уҡылһа, ул йорттоң, мәсеттең йәки мәхәлләнең тирә-яғын фәрештәләр уратып алалар һәм ошо урындың халҡына улар салауат әйтеп торорҙар, һәм барыһына ла Аллаһу Тәғәлә тарафынан мәрхәмәт һәм Уның ризалығы насип булыр. Ябраил, Микаил, Исрафил һәм Ғазраил фәрештәләр иһә мәүлит уҡыуға сәбәпсе кешегә үҙҙәре салауат әйтерҙәр, һәм ул хәбәр итеүенсә: “Әгәр берәр мосолмандың өйөндә мәүлит уҡылһа, ул өйгә Аллаһу Тәғәлә рәхмәте менән ваба ауырыуы кермәҫ, ут теймәҫ, бәлә-афәттәрҙән, нәфрәт-хөсөттән, яуыз күҙҙәрҙән, ҡараҡтарҙан имен булыр. Әгәр мәүлит уҡыусы кеше вафат булһа, Аллаһу Тәғәлә Мөнкир үә Нәкир һорауҙарына яуап биреүҙе еңеләйтер һәм ул кеше ҡөҙрәтле Аллаһу Тәғәләнең хаҡлыҡ урынында булыр”.

Имам Фәхретдин әр-Рази әйткән: “Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең мәүлите тоҙ, бойҙай йәки башҡа ризыҡ өҫтөнә уҡылһа, шул ризыҡҡа бәрәкәт инер. Инде һыу өҫтөнә мәүлит уҡылғандан һуң ул һыуҙы эсеүсенең ҡәлбенә (йөрәгенә) мең нур һәм шәфҡәт хистәре инер, мең яуызлыҡ һәм ауырыу сығып китер. Бындай йөрәк башҡа йөрәктәр үләсәк көндә үлмәйәсәктер (һүҙ ҡиәмәт көнө тураһында бара)”.

Ибне Хәжәр әл-Әсҡаләни әйтеүенсә: “Мәүлит үткәреү яңылыҡтыр, сөнки Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм вафат булғандан һуң өс быуат бындай байрам үткәрелмәгән. Ләкин был байрам үҙендә бик күп яҡшы, сауаплы фазиләттәр туплаған. Тимәк, әгәр мәүлит байрамын үткәргәндә тыйылған харам эштәрҙән һаҡланһаҡ, был сауаплы ғәмәлдер”.

Ибне Хәжәр әл-Хәйтәми әйткәнсә: “Мәүлит үткәреүҙә һәм Аллаһу Тәғәләне зекер итеүҙә тик яҡшы, хәйерле, сауаплы эштәр генә бар”.

Имам ибне Ғәбидин Хәнәфи әйткәнсә: “Бел, дингә индерелгән яңылыҡтарҙан маҡтауға лайыҡлыларының береһе – Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ мәүлитен үткәреүҙер. Был байрамға кешеләр Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тарихын тыңларға күпләп йыйыла. Ә был Аллаһу Тәғәләгә тағы ла яҡынайыуҙы күрһәткән билдә, сөнки мәүлит уҡыған ерҙә Аллаһҡа күп тапҡырҙар рәхмәт әйтеп Уны ололайҙар”.

Ибне Тәймийә әйтеүенсә: “... Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ данлауға, маҡтауға, йәғни салауат әйтеүгә килгәндә, ҡайһы бер кешеләр мәүлит үткәрә, һәм бының (изге маҡсаттары һәм Пәйғәмбәрҙе данлаған) өсөн уларға оло сауап буласаҡ”.

Ибне Тәймийәнең уҡыусылары: иң тәүҙә ҙурлап, киң ҡоласлылыҡ (масштаблы) һәм ихласлыҡ менән йыл һайын Пәйғәмбәрҙе ﷺ данлап, маҡтап салауат уҡыу өсөн мәүлит үткәргән хәким Мозаффарҙы ыңғай хуплағандар.

Был Аллаһу Тәғәләнең илаһи әмерҙәренә үә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенә итәғәт ҡылыусылар һәм ысын күңелдәренән Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ саф мөхәббәт менән яратыусыларҙың ғибрәтле һүҙҙәре. Хәҙрәти Хәсән әл-Басри, Мәғруф әл-Кәрхи мәшһүр ғалимдар, бәғзеләре иһә әүлиәләрҙән һанала. Имам Фәхретдин әр-Рази һәм Йәләлетдин Әс-Суйути тураһында әйткәндә, былары ғәйәт юғары дәрәжәле Ҡөрьән белгестәре, тәфсир ҡылыусылар.

Пәйғәмбәребеҙҙең мәүлите элек-электән ер йөҙөнөң төрлө мөйөштәрендә үткәрелеп килгән хөрмәтле, оло бер байрамдыр. Был көндө ата-бабаларыбыҙ, бергә йыйылып, Ҡөрьән Кәрим, салауат, доға, мөнәжәт уҡыған.

Беҙҙең көндәрҙә мәүлит байрамы мәсеттәрҙә, ауыл-ҡалаларҙа үткәрелеп килә, ә ҡайһы бер мосолмандар, үҙ йорттарында мәжлес йыйып, йыл дауамында үткәрә. Мәүлит Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тарихын (тормош юлын, әхлағын) һөйләү менән бер рәттән, Аллаһу Тәғәләне ололау, Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ маҡтау, Ҡөрьән аяттары уҡыу, доға ҡылыу, мөнәжәттәр әйтеү менән оҙатыла бара. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә әйтә: “Кем миңә бер тапҡыр салауат әйтһә, Аллаһу Тәғәлә уға мәрхәмәтен, бәрәкәтен ун тапҡыр арттырып бирер”.

Һис шикһеҙ, был байрам мосолмандарға Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡарата булған сикһеҙ мөхәббәтен сағылдырырға мөмкинлек бирә. Мөьминдәр, хәлдәренән килгәнсә, мәүлитте хөрмәтләрҙәр, ололарҙар. Аллаһу Раббыбыҙҙы маҡтап, тәсбих-зекер ҡылып, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеп, уның тормошон иҫкә төшөрөп, Раббыбыҙға доға ҡылып, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ шәфәғәте беҙҙәргә насип булһын инде, тип, йыйыла торған мәүлит мәжлестәребеҙ ҡабул булһа ине! Әмин.

 

Әғләметдин Ғәзизов, Әминә Ноғоманова-Ғәзизова, Сибай ҡалаһы

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...