«Ураҙа һаулығыбыҙҙы, холоҡ-фиғелебеҙҙе нығыта...»
Сәләмәт кеше Рамаҙан айының ураҙаһына бер ниндәй ауырлыҡһыҙ яраҡлаша, ти Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының клиник-бактериология үҙәгенең хеҙмәткәре, юғары категориялы табип-бактериолог Динә Нурмөхәмәт ҡыҙы Асҡарова. «Әс-сәләм» гәзитенә биргән интервьюла ул ураҙа ваҡытында нисек туҡланырға, ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә, сәхәр һәм ифтарға нимә ашарға, тигән һорауҙарға яуап биреп, кәңәштәрен еткерҙе.
– Динә Нурмөхәмәт ҡыҙы, ураҙа тотоуҙың ыңғай тәьҫиренә туҡталып китәйек. Файҙаһы нимәнән ғибәрәт?
– Ураҙа (ғәрәпсә «ас-саум») – «тыйылыу» тигәнде аңлата. Рамаҙан айы мосолманды нәфсеһен тыйып тоторға өйрәтә, ул ваҡытын ғибәҙәттәргә күберәк бүлә, изге эштәр башҡара. Ураҙа тотоу бөтә яҡтан да файҙалы! Тәүге көндәрҙә үк организмыбыҙ токсиндарҙан таҙара башлай. Бер нисә көндән ҡанда эндорфин, шулай уҡ соматотропиндың кимәле күтәрелә, гипофизда барлыҡҡа килгән был гормон һимереүҙе һәм артыҡ тән ауырлығын дауалай, ябығырға ярҙам итә. Шулай уҡ ураҙа ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яйға һала. Эсәгебеҙҙең микробиоценозы нормалләшә. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтә организм рәткә килә. Әгәр ҙә ураҙаны дөрөҫ тотһаҡ, иммунитетыбыҙ ҙа нығына. Ә иммунитеты ныҡ кеше һыҙланмай, аллергияһы ла булмай.
Ураҙа тотҡан кешенең ҡаны таҙара, ҡанындағы шәкәр, глюкоза кимәле төшә. Ҡан баҫымы, холестерин нормаға керә.
– Ураҙа тотоу еңелерәк булһын өсөн, Рамаҙан айына алдан әҙерләнеү мөһимме?
– Шәғбән айында мотлаҡ ураҙа тотоу кәрәк. Сөнки тап ошо айҙа Пәйғәмбәребеҙ ﷺ оҙаҡ итеп ураҙа тотҡан. Икенсенән, ай буйына тотмаһағыҙ ҙа, яйлап аш күләмен кәметергә кәрәк булыр.
– Күп табиптар иртәнге аш (сәхәр) калориялар буйынса туҡлыҡлыраҡ та, ит, май ризыҡтарына байыраҡ та булырға тейеш, тип иҫбатлай. Сәхәргә ниндәй ризыҡтар бара, ниндәй сәй эсеү яҡшыраҡ?
– Сәхәр туҡлыҡлы булһа, яҡшыраҡ, сөнки беҙгә көнө буйына етерлек көс-ҡеүәт тупларға кәрәк. Оҙаҡ эшкәртелә торған ризыҡ ашау яҡшы. Мәҫәлән, оҙак бешә торған ҡарабойҙай, һоло, арпа кеүек ярмаларҙан бутҡа, уға һары май ҡушһаң, тағы ла һәйбәт. Иң мөһиме – бутҡа оҙаҡ эшкәртелә, бындай сәхәрҙән һуң оҙаҡ асыҡмайһың. Аҡһымдарҙан берәр йомортҡа, өй шарттарында әҙерләнгән сыр, балыҡ, тауыҡ ите, бәшмәк тәҡдим итәм. Әлбиттә, быларҙың барыһын да бер көндә ашарға тимәгән, иртәнге менюҙы төрләндереп ризыҡланығыҙ. Майҙарға ла иғтибарлы булығыҙ, улар ҙа беҙҙең өсөн бик кәрәк: үрҙә тәҡдим ителгән һары май, кунжут, сәтләүек, авокадо.
Сәй эсер алдынан зәйтүн майы ҡушылған салат ашарға мөмкин. Организм күберәк һыу һораһа, помидор ашағыҙ, сөнки был йәшелсәлә һыу күп.
Ураҙа ваҡытында йәшел сәйгә, үлән төнәтмәләренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Йәшел сәйҙә антиоксидант бар, шулай уҡ ул полифенолға бай (ә полифенол организмдан токсин, шлактарҙы сығарырға ярҙам итә). Кәнфит урынына финик, күрәгә емешен ашағыҙ. Бал тураһында ла онотмағыҙ, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд тә ﷺ беҙгә бал менән дауаланырға кәңәш иткән бит. Үҙебеҙҙең башҡорт балына бер ни ҙә етмәй, иң файҙалыһы ул! Шулай уҡ ҡара емеш, сөгөлдөр бик файҙалы, улар күҙәнәктәрҙе таҙарта. Кәбеҫтә, фасоль, борсаҡ, кишер, спаржа, көрпәле ризыҡтар тураһында ла онотмағыҙ.
– Ифтарға нимә ашау хәйерлерәк?
– Тәүҙә беҙ һыу һәм финик менән ауыҙ асабыҙ, доғалар уҡыйбыҙ. Шунан аҡшам намаҙы. Намаҙҙан һуң ғына ифтарға ултырырға кәрәк, шулай файҙалыраҡ була. Юғиһә, ашҡаҙанға, бөйөргә, ҡан йөрөшөнә, бөтә организмға көсөргәнеш төшәсәк. Беҙ бит ураҙа ваҡытында тәнебеҙ менән генә түгел, уйҙарыбыҙ, телебеҙ, күҙ-ҡараштарыбыҙ менән дә таҙарынырға, гонаһтарҙан, шул иҫәптән, бирәнлектән, ашамһаҡлыҡтан һаҡланырға тейешбеҙ.
Сәхәр менән сағыштырғанда, киске ашҡа еңелерәк ризыҡ әҙерләргә кәрәк. Ныҡ майлы булмаған һурпа, зәйтүн майы менән туралған салат. Икмәкһеҙ йәшәй алмаһағыҙ, бөтөн бойҙай ононан бешерелгәнен һайлағыҙ. Сәй, компот эсегеҙ, һыуытҡыста туңдырылған емеш-еләктән әҙерләнгән морс та витаминдарға бай һәм һыуһынды яҡшы ҡандыра.
– Социаль селтәрҙә, беҙгә ебәргән фотоларҙа ифтар ашының һабантуйға кеүек әҙерләнгән өҫтәл артында уҙыуын күреп, үҙендәге тыйнаҡ табын өсөн уңайһыҙланып ҡуйыусылар барҙыр, моғайын. Ә ысынында, ундай табындарға эләкһәм, ҡунаҡсыл хужаларҙың күңелен күрәм, тип, барыһынан ауыҙ итеп сыҡһам, иртәгәһенә үҙемде бик насар тоям, хәлем булмай, баш ауырта, ғибәҙәткә хилафлыҡ килә. Һеҙҙең дә шулаймы?
– Был айҙа бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа йыш саҡырабыҙ бит инде. Өҫтәлдә нимә генә юҡ, хужабикәләр ныҡ тырыша, ныҡ әҙерләнә. Әхирәтемә йә күршемә ярайым, тип, ризыҡҡа ташланмағыҙ. Ашҡаҙанығыҙҙы йәлләгеҙ, тулы ашҡаҙан менән йоҡлап булмай. Ундай саҡта йөҙ тапҡыр «Әстәғәфируллаһ»ты уҡырға кәңәш итәм.
Көн дауамында беҙ шундай тырышлыҡ һалып, көс түгәбеҙ, организмыбыҙ таҙара, сәләмәтлегебеҙ нығына, тик ифтар ваҡытында, ризыҡҡа ташланып, бөтә тырышлығыбыҙҙы юҡҡа сығарабыҙ. Ризыҡты ҡабып ҡарар алдынан, уның файҙаһы хаҡында уйлаһаҡ ине. Эйе, баллы, татлы ризыҡ та ашайһы килә, әммә ауыҙ асҡанда, ҡорһаҡты торт-бәлештәр, кәнфит менән тултырып ҡуйыу дөрөҫ түгел.
– Ураҙа тотҡанда ябығыу бурысын ҡуйыу дөрөҫмө? Рамаҙан айында спорт менән шөғөлләнергә яраймы?
– Ураҙа айында ябығыу бурысын ҡуйыу, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Беҙ бит Аллаһу Тәғәлә Ризалығы өсөн ураҙа тотабыҙ. Дөрөҫ ниәтләп, ғәмәлдең сауабын алабыҙ. Ә инде спорт менән шөғөлләнеүгә килгәндә, үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән, сәхәр алдынан еңел күнекмәләр эшләргә була. Ифтарҙан һуң да еңел күнекмәләр яһарға мөмкин. Ҡатмарлы интенсив күнекмәләр кәңәш ителмәй, уларҙың иммунитетты төшөрөүе ихтимал.
– Ураҙа айында витаминдар эсеүҙе дауам итергә яраймы?
– Витаминдарҙы, биологик актив ҡушылмаларҙы, иң яҡшыһы − иртән, сәхәр эскәндә ҡулланыу. Авитаминозды иҫкәртеү өсөн кәрәк был. Әйтәйек, Д витаминын, Омега-3-тө сәхәргә эсһәк, магнийҙы төнгә эсеп ятырға мөмкин. Әммә шәхсән үҙем тәбиғи витаминдар яҡлы. Күп микроэлементтар хазинаһы балға әһәмиәт биреүегеҙҙе кәңәш итер инем.
– Ураҙа айында дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәтен аңланыҡ. Һаулыҡты нығытыу өсөн тағы ла нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
– Бер ай буйына ураҙа тотабыҙ. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең организм ике тапҡыр ғына ашарға өйрәнә. Иммунитетыбыҙ ғына түгел, хатта уй-фекерҙәребеҙ, ҡараштарыбыҙ үҙгәрә, телдәребеҙ йомшара.
Нишләптер, ураҙа айы бөтөү менән беҙ иртәнән алып йоҡларға ятҡансы ашарға тотонабыҙ, туҡтауһыҙ тығынабыҙ. Сама белеп кенә ашаһаҡ, физик күнекмәләр эшләп, йомшаҡ һүҙле булып ҡалырға тырышһаҡ, Аллаһ биргән мөғжизәләргә ҡәнәғәт, риза булып йөрөһәк, һаулығыбыҙҙы нығытырбыҙ, ин шәә Аллаһ Рахман!
Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән бит: «Ашҡаҙандың өстән бер өлөшө – ашау өсөн, өстән бер өлөшө – шыйыҡса өсөн һәм өстән бер өлөшө – һауа өсөн». Шулай тип, ул туҡланыуҙа тыйнаҡлыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала, һәм күп быуаттар үткәс, уның хаҡ икәнен фән дә иҫбатлай. Ә беҙ, киреһенсә, ашҡаҙаныбыҙҙы ҙурайтабыҙ. Иң мөһиме, аш-һыуға иғтибар менән ҡарарға, организм нимә теләй – шуны, сама белеп, тәртипле генә ашарға өйрәнәйек. Ураҙа айында һалынған әҙ ашау ғәҙәтен аҙаҡ та дауам итһәк, организмыбыҙ быға рәхмәт кенә әйтәсәк.