Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!

Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!

Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!

Арабыҙҙа мәүлит һүҙенең мәғәнәһен, уның әһәмиәтен белмәгәндәр бар. Мәүлит – тыуыу тигәнде аңлата. Шуғалыр ҙа һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәдтең ﷺ тыуған көнөн мәүлит кисәһе тип атайҙар. Мәүлит Рәбиғел әүүәл айының 11-се һәм 12-се көндәре араһындағы кискә ҡарай (миләди иҫәп буйынса 571 йылға тура килә). Бәрәкәтле мәүлит байрамын үткәреүгә ниндәй дәлилдәр бар һуң, шуны асыҡлап үтәйек.

Беренсе дәлил: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәүлитен үткәреү – Аллаһ ﷻ тарафынан һайланған Пәйғәмбәргәﷺ шатланыуҙыр, хатта шундай шатлыҡ сәбәпле кафыр ҙа файҙа тапҡан. Һәр дүшәмбе көнө ҡәбәхәт, яуыз Әбү Ләхәбтең Йәһәннәмдәге ғазабы еңеләйтелә, сөнки ул Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тыуыуы хаҡындағы шатлыҡлы хәбәрҙе еткергән Сүвәйбәне ҡоллоҡтан азат иткән (Бохари).

Икенсе дәлил: Аллаһтың Рәсүле ﷺ үҙенең тыуған көнөн үҙе лә ҙурлаған, йәғни үҙенең тыуғаны өсөн рәхмәтен белдергән һәм уны Аллаһ тарафынан бүләк, оло ниғмәт итеп ҡабул иткән. Пәйғәмбәребеҙﷺ тыуған көнөндә, ғәҙәттә, ураҙа тотҡан (Мөслим).

Өсөнсө дәлил: Аллаһу Тәғәлә Үҙе мосолмандарҙы Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтергә һәм сәләм еткерергә саҡыра («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 56-сы аят).

Дүртенсе дәлил: Пәйғәмбәре-беҙ ﷺ заманында шағирҙар Аллаһ Рәсүлеﷺ янына килеп, уға бағышланған мәҙхиәләрен уҡый торған булғандар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙың был эшенән бик ҡәнәғәт булған һәм был ғәмәлдәрен хуплаған (Бәйһаҡи, Тирмиҙи).

Бишенсе дәлил: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йома көнөнөң үҙенсәлектәре тураһында шулай тигән: “Был көндө Әҙәм яратылған”. Бынан шундай нәтижә сығарырға була: әгәр Аллаһ пәйғәмбәрҙәренең ҡайһыһының булһа ла донъяға килгән көнө асыҡ билгеле булһа, пәйғәмбәребеҙ уны ҙурлаған, ололаған. Ә рәсүлдәрҙең иң лайыҡлыһы, пәйғәмбәрҙәребеҙҙең иң яҡшыһы – Мөхәммәд ғәләйһис-саләтү үә сәлләм донъяға килгән көндө ниндәй дәрәжәлә ололарға кәрәк һуң?

Алтынсы дәлил: Мәүлит - ул бар илдәрҙең дә дин ғалимдары һәм мосолмандары хуплаған ғәмәл. Уны ер шарының һәр мөйөшөндә билдәләп үтәләр, ул шәриғәт буйынса ла талап ителә. Хәҙис: «Мосолмандар яҡшы тип иҫәпләгән һәр нәмә – Аллаһ алдында ла яҡшы, мосолмандар насар, лайыҡһыҙ тип иҫәпләгән әйберҙәр – Аллаһ ҡаршында ла насар, лайыҡһыҙ» (Әхмәд).

Етенсе дәлил: дингә индерелгән һәр бер яңылыҡ тыйылған була алмай. Әгәр был шулай булһа, Әбү Бәкер, Ғүмәр һәм Зәйедтәрҙең (Аллаһ уларҙан риза булһын) Изге Ҡөрьән Кәрим текстарын йыйып туплауы, унан һуң был текстарҙы, Ҡөрьәнде яттан уҡыусылар вафатынан һуң юғалтмаҫ өсөн, ҡағыҙ биттәрендә теркәүҙәре тыйылған ғәмәл булып иҫәпләнгән булыр ине. Шулай уҡ, Ғүмәрҙең: «Ниндәй гүзәл яңылыҡ индереү» тип әйтеп, кешеләрҙе Рамаҙан айында тәрәүих намаҙы уҡыу өсөн бергә йыйыуы ла, манараларҙан аҙан әйтеп, кешеләрҙе намаҙға саҡырыу ҙа, Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙе уҡыған ваҡытта дөрөҫ уҡыу өсөн тәжүид ҡағиҙәһен һәм ғәрәп теленең грамматикаһын өйрәнеү ҙә, мәктәп һәм шифаханалар өсөн биналар төҙөү ҙә йәки ондо иләр өсөн иләктән файҙаланыу ҙа тыйылған булыр ине. «Исламға яҡшы традиция ( шәриғәткә ҡаршы булмаған изге ғәҙәт) индерһә, ул кешегә шуның өсөн әжере булыр һәм үҙенән һуң шул яҡшы ғәҙәткә эйәргән һәр кемдең әжере лә ул индереүсе кешегә насип булыр. Шул уҡ ваҡытта эйәреүселәргә булған әжер һис кәмемәҫ» (Мөслим).

Һигеҙенсе дәлил: Мәүлит ваҡытында мосолмандар бер урынға йыйыла. Аллаһты зекер итәләр, бер-береһенә бүләктәр бирешәләр, Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтәләр, уның тормошон, ғәмәлдәрен, мөғжизәләрен, әхлаҡ-әҙәбен бәйән итеп, уға оҡшарға тырышалар.

Туғыҙынсы дәлил: Пәйғәмбәрҙең ﷺ мәүлитен ололау – Аллаһ Рәсүле ﷺ тураһындағы хәтирәләрҙе тергеҙеү булып тора, ә ул исламда рөхсәт ителгән ғәмәл. Мәҫәлән, хаж ҡылырға барған ваҡытта күп йолаларҙы башҡарыу, тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөү, тарихи урындарға сәйәхәт ҡылыу (Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһынан үтеү, таш ырғытыу, Мина үҙәнендә ҡорбан салыу һ.б.). Былар бөтәһе лә бик күптән булып үткән тарихи ваҡиғалар менән бәйле. Мосолмандар хәҙер ҙә элекке замандағы кеүек уларҙы башҡарып, улар тураһындағы хәтерҙе яңырталар.

Беренсе мәртәбә мәүлит шәрифәне һижри иҫәп буйынса 600 йылда Әрбил ҡалаһы әмире Әбү Сәғит күкбүри ибне Ғәли ибне Биктикин (Аллаһтың Рәхмәтендә булһын) үткәргән. Меңдәрсә һарыҡ салып, халыҡҡа күп татлы ризыҡтар таратып, Рәсүл әкрам Мөхәммәдтеңﷺ мәүлитен үткәрә торған булған.

Мәүлит байрамы нимәнән тора һуң?

Беренсенән, Ҡөрьән Кәрим аяттарын уҡыуҙан. Икенсенән, салауат уҡыуҙан һәм Пәйғәмбәребеҙ тарихын бәйән (һөйләү) ҡылыуҙан. Өсөнсөнән, зекер итеүҙән. Шунан инде бергәләп доға ҡылыуҙан, бер-береңә бүләктәр бирешеүҙән.

Әминә Ноғоманова әҙерләне, Сибай ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....