ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Юлға сыҡҡанда өйҙәгеләр өсөн ҡыла торған доға

«Әстәүдиғүкүмүл-лааһәл-ләҙии ләә тәдыығү үәдәә иғүһ».

Мәғәнәһе: «Һеҙҙе Уға тапшырылған нәмә юғалмай торған Аллаһҡа тапшырҙым» (Әхмәт, Ибне Мәджә).

 

 

Өйҙәгеләрҙең сәфәргә сығыусыға ҡыла торған доғаһы

«Әстәүдиғүл-лааһә диинәкә үә әмәәнәтәкә үә хаүәәтиимә ғәмәлик».

Мәғәнәһе: «Динеңде, аманатыңды йәнә ғәмәлеңдең ахырын Аллаһҡа тапшырамын!» (Әхмәт, әт-Тирмизи).

«Зәүүәдәкәл-лааһүт-тәҡүәә үә ғафәра ҙәнбәкә үә йәссәра ләкәл-хайра хәйҫү мәә күнт».

Мәғәнәһе: «Аллаһ Һиңә тәҡүәлекте насип итеп, гонаһтарыңды кисерһен. Ҡайһы ерҙә булһаң да, Һиңә яҡшылыҡты еңеләйтһен!» (әт-Тирмизи).

 

Сәфәрҙәге кешенең таң атҡанда әйтә торған доғаһы

«Сәмииғә (йәки сәммәғә) сәәмиғүн бихәмдил-ләәһи үә хүсни бәләә иһи ғәләйнәә! Раббәнәә, саахибнәә үә әфдыл ғәләйнәә! Ғәә иҙән бил-ләәһи минән-нәәр».

Мәғәнәһе: «Ошо һүҙҙәрҙе ишетеүсе беҙҙең Аллаһты маҡтап ятҡаныбыҙҙы йәнә Уның һынауы күркәм икәнен башҡаларға еткерһен (ошоға шаһит булһын)! Раббыбыҙ, беҙҙе ташлама, беҙгә фазылыңды күрһәт. Тамуҡ утынан Аллаһҡа һыйынамын» (Мөслим).

 

«Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...