«Үҙебеҙҙе Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өлгөһөндә тәрбиәләйек!..»
Ижади коллективыбыҙ өсөн Рамаҙан һәм Рәбиғел әүүәл айҙары − иҫтәлекле осрашыуҙар, күркәм саралар мәле, дуҫлыҡ һәм татыу хеҙмәттәшлек нығытыуға көс һалынған бәрәкәтле осор. Ураҙа ваҡытында гәзит уҡыусыларын оло ифтарҙа сәләмләһәк, ярты йыл уҙғас, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ тыуған көнөнә бағышлап үткәрелгән Мәүлит кисәһендә осрашабыҙ.
Быйылғы сарабыҙ Аллаһ Рәсүленең ﷺ донъяға килгән Рәбиғел әүүәл айының 12-се көнөнә тап килде – 3 сентябрҙә үтте. Әзербайжан аштары йорто – «Апшерон» ресторанында өс йөҙгә яҡын кеше йыйылды. Шуныһы һөйөнөслө, бәрәкәтле мәжлестә өфөләрҙән тыш республикабыҙҙың төрлө тарафынан килеп еткән ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр береһен ҡәҙерләп, зәм-зәм һыуын эсереп, теләктәр әйттереп ҡаршы алып, байрамса биҙәлгән залға оҙаттылар.
Һоҡланғыс мәжлес Ҡөрьән Кәримдән аят уҡыуҙан һәм Рәсәй мөфтөйҙәре советының тулы хоҡуҡлы вәкиле Әйүп Бибарсовтың сығышынан башланды, Башҡортостан мосолмандарының диниә назараты исеменән ул барыһын да байрам менән ҡотланы.

Мәүлит байрамы – һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ иҫкә алыу, ул көндө шатлыҡ белдереү өсөн үткәрелә торған мосолман сараһы. Саҡырылған ҡунаҡ Йософ Әсхәбәлиев менән баш ҡалабыҙҙың «Мәҙинә» мәсетендә дин нигеҙҙәрен өйрәнгән ҡыҙҙарҙың (етәкселәре – Эльвира Ахунова) Пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнөнә арнап башҡарған мөнәжәттәре, барыһының күңеленә хуш килеп, байрамдың бер биҙәге булды.
Шулай уҡ күркәм мәжлестең ҡунаҡтары булып Башҡортостан мөфтөйөнөң урынбаҫарҙары Джәмил Хәлирахманов һәм Морат Лоҡманов, Өфө ҡалаһы һәм районы мәсеттәренең имам-хатиптары, төрлө төбәктәрҙән килгән хәҙрәттәр ҡатнашты.
Дини байрамды ғалим, Дағстан Мөфтиәтенең Башҡортостандағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Абдулла Ахалов ғәжәп үҙенсәлекле итеп алып барҙы. Залдағы халыҡҡа төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, матур бүләктәр уйнатты.
Мәүлит кисәһенә саҡырылған ҡунаҡтар араһында Дағстан Республикаһы Мөфтиәтенең хеҙмәткәре Шамил Усманов, Дағстан Мөфтиәтенең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Израил Мөхәмәтбасыров, тарихсы-ғалим Мораҙулла Дадаевтар ҙа бар ине. Дин әһелдәренең сығыштары бик фәһемле булды.

Тарихсы Мораҙулла Дадаев алтынсы тапҡыр Өфөгә килгән икән. «Рамаҙан һәм Рәбиғел әүүәл айында осрашып тороуыбыҙ – Аллаһтың оло ниғмәте. Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ һөйөүселәрҙән булыуыбыҙға күп итеп шөкөр итергә тейешбеҙ!» – тип башланы һүҙен ғалим. Был юлы ул халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Зәйнулла Рәсүлевтың егерменсе быуат башында Дағстан мөфтөйө Сәйфулла Башларов менән осрашып, лаҡ милләтенән булған дин әһеленең ишандың мөрите булып китеүен, ғилем алыуын, остазлыҡҡа ижәзә (рөхсәт) алыуын бәйән итте. Ошо ваҡиғаларҙың барыһы ла Сәйфулла Башларовтың үҙенең мөрите Хәсән Хилмигә яҙған хатында һүрәтләнгән. Шул ҡиммәтле хаттың ҡайһы бер өҙөктәре менән таныштырып, Мораҙулла Дадаев сығышын бөйөк шәхес Зәйнулла Рәсүлевтың уҡыусыһына васыят итеп әйткән һүҙҙәре менән тамамланы: «Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә таянып, ғаҡидәңде нығытып йәшәргә васыят итәм. Ҡөрьән уҡыусыны, ғилем эйәһен, мөриттәрҙе ихтирам ит. Йөрәгең таҙа, нәфсең ғәфү ҡылыусы, ҡулың йомарт, йөҙөң яҡты, күңелең киң булһын. Башҡаларҙың хатаһын ғәфү ит, кеселәргә нәсихәт бир, бер кем менән дә бәхәсләшмә, ҡомһоҙланма. Һәр нәмәлә Аллаһҡа таян. Көнсөл кешене тыңлап, йөрәгеңде ғазаплама. Тәҡүәлеләрҙән генә өлгө ал».
Шамил Усманов: «Ғибәҙәт һәм ғүбүдийәт бер-береһенән нимәһе менән айырыла? Ғибәҙәтте кеше, ғәҙәттә, ожмахҡа ирешәм, йәһәннәм утынан ҡасам, тигән ниәттән сығып ҡыла. Быны эшләмәһәм, Аллаһ мине язалай, тип уйлай. Ғүбүдийәт инде бөтөнләй башҡа кимәл: әҙәм балаһы үрҙә һаналған бөтәһен дә ҡыла, әммә барыһы ла Аллаһты яратып, ихласлыҡ менән эшләнә. Йәннәт тураһында ла хыялланмай ул, Йәһәннәм утына эләгәм инде, тигән ҡурҡыу ҙа биләмәй уның йөрәген. Ожмах менән тамуҡты барлыҡҡа килтермәһә лә, Аллаһ беҙҙең шөкөр итеп, ихлас ғибәҙәт ҡылыуыбыҙға лайыҡ, тигән яҡтылыҡ яғында ул. Ошо яҡшы һәм яҡты кимәлгә етеү өсөн йөрәгебеҙгә даими тәрбиә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙгә кәңәш итте: «Гелән хаҡлыҡ ҡына һөйләгән тел һора». Ә телебеҙ – йөрәгебеҙ сағылышы, Шуға ла һәр һүҙебеҙ, һәр ғәмәлебеҙ йөрәгебеҙгә, уның торошона бәйле. Ҡайсаҡта беҙ тормошобоҙҙо яйға һалырға, эшебеҙҙе планлаштырырға тырышабыҙ. Шуның менән Аллаһҡа тәүәккәл итеп йәшәүҙең мәғәнәһен, йәмен онотоп ебәрәбеҙ түгелме? Динебеҙгә таянып йәшәгән кеше – иң бәхетлеһе. Тәүәккәл иткән ҡолона Аллаһу Тәғәлә киң Рәхмәтен, иң яҡшы нәсихәтен бирә».

Израил Мөхәмәтбасыров: «Рәсүлебеҙҙең ﷺ Сөннәтен тергеҙергә кәрәк. Шул ниғмәттең береһе: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бөтәһе менән үҙен ябай тотҡан, үҙен өҫтөн ҡуймаған. Аллаһ Хәбибенән ﷺ, тотам да ҡалмай, эйәреп йөрөгән Әнәс ибне Малиҡ, йылдар үткәс, ошо ун йыл эсендә мин уның кемгәлер ризаһыҙлыҡ белдереп, үпкәләп йөрөгәнен бер ҡасан да күрмәнем, тип әйтеп ҡалдырған. Бер ваҡыт сәфәрҙә Аллаһ Рәсүле ﷺ усаҡ өсөн ҡоро-һары йыйырға сыға, быны күреп ҡалған сәхәбәләре уға, ҡуйығыҙсы, үҙебеҙ эшләйбеҙ, тип туҡтатырға уйлай. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ быға: «Аллаһ тәкәббер кешене һөймәй», – тип яуап бирә. Күркәм өлгө күрһәтеп, ул беҙгә бер-беребеҙҙе яратып йәшәргә, Ватаныбыҙҙы һөйөргә өйрәтте. «Аллаһ исеме менән ант итәм, – ти ул. – Ысынлап та, һин (Мәккәгә ҡарап) – Аллаһ Яратҡан ер. Һине ташларға мәжбүр итмәһәләр, һис шикһеҙ, һиндә генә ҡалыр инем». Шулай итеп, ул йәнтөйәгенә ҡарата ысын һөйөүҙең гүзәл өлгөһөн күрһәтә. Беҙ ҙә шулай яратырға тейешбеҙ! Һәм инде һижрәт ҡылып, Мәҙинә ҡалаһына аяҡ баҫыр алдынан, шундай доға ҡыла ул: «Мәҙинә ҡалаһын да Мәккәләй, хатта унан да нығыраҡ итеп яраттырһаң ине, Раббым!» Ошо рәүешле Башҡортостанға йә башҡа ерҙәргә күсеп килгән һәр кеше Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ был Сөннәтенә таянып, әле йәшәгән ерен ныҡ итеп яратырға бурыслы».
Матур байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле булып «Әс-Сәләм» гәзитенә яҙылыусылар араһында ғөмрәгә юллама уйнатыу булғандыр. Яуаплы эште үҙ өҫтөнә баҫмабыҙҙы таратыу бүлеге етәксеһе Шамил хажи Әлиев алды һәм еңеүсене иғлан итте. Изге ерҙәргә кесе хаж ҡылыу бәхетенә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәйлә Ғафур ҡыҙы Ғәлина эйә булды.
«Әс-Сәләм» гәзитенең мөхәррире Зөлфиә Ханнанова барлыҡ ҡунаҡтарға һәм мәүлит кисәһен үткәрергә ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙен еткерҙе, баҫмабыҙҙың әүҙем авторҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
«Беҙ һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өлгөһөндә үҙебеҙҙә изгелеклек, мәрхәмәтлек, сабырлыҡ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Рәбиғел әүүәл айының бәрәкәтле көндәрендә, мәүлит кисәһендә илебеҙгә тыныслыҡ, именлек һорайбыҙ», – тип доға ҡылды кисәлә ҡатнашыусылар.