Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ айы – Шәғбан

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ айы – Шәғбан

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ нәсихәттәренән: «Рәжәб – ул Аллаһу Тәғәлә айы, Шәғбан – минең айым, унан һуң килгән изге Рамаҙан – өммәтемдең ярлыҡауы, Аллаһу Тәғәләнең Ризалығына ирешеп, ожмахҡа кереү ваҡыты», – тип һөйөндөргән ине. Шуның өсөн дә Шәғбан айы беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле.

 

Аллаһ Илсеһе ﷺ был айҙы шулай тип тә тасуирлай: «Минең башҡа пәйғәмбәрҙәр алдында булған өҫтөнлөгөм шикелле, Шәғбан айы ла башҡа айҙарҙан шулай өҫтөн». Шуның өсөн дә Шәғбан айының бик хөрмәтле икәнлегенә иғтибар итергә кәрәк. Әлбиттә, был хәҙистә Рамаҙандан башҡа айҙар күҙ уңында тотола.

Шәғбан айы – ул мөбәрәк Рамаҙан айына әҙерлек ваҡыты. Аллаһу Тәғәләнең Рәхмәте ямғыр шикелле бәндәләренә яуған Рамаҙан айына күскән ваҡытта Шәғбан иң мөһим аҙым булып тора.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был айға ҡарата кәңәш биреп: «Күңелегеҙҙе таҙалағыҙ», – тигән, йәғни, рухыбыҙҙы паклау бик мөһим икәнлеген күрһәтә. Һәм беҙ быны иҫәпкә алырға тейешбеҙ.

Киләһе хәҙис-шәриф – Пәйғәм-бәребеҙҙең ﷺ һөйөклө ҡатыны Ғәйшәнең хәтирәләренән: «Аллаһ Рәсүле ﷺ Шәғбан айын ураҙа тотоп үткәрә ине». Йәғни, бүтән айҙарға ҡарағанда (Рамаҙандан башҡа) күберәк тотҡан. Айырыуса Шәғбан айының тәүге һәм һуңғы кесаҙнаһында ураҙала булыу хәйерле, был − сөннәттәрҙән.

Ин шәә Аллаһ, ғүмер булһа, Рамаҙан айына ла барып етербеҙ. Изге айҙа ла беҙҙең өсөн әһәмиәтле кистәрҙең береһе – Ҡәҙер кисендә уяу тороп, Аллаһу Тәғәләнән ғәфү һорарбыҙ, доғалар ҡылып, киләһе йылға, артабанғы тормошобоҙға ниндәйҙер өмөт менән бағып, доғала булырбыҙ, ғибәҙәт ҡылырбыҙ, ихласлығыбыҙҙы тағы ла арттырырбыҙ.

Шәғбан айында ла бик әһәмиәтле кис бар, ул да булһа – Бәраәт кисәһе. Был кисте лә уяу үткәреү, ғибәҙәт ҡылыу – иң хәйерле ғәмәлдәрҙән.

Бәраәт кисендә Аллаһу Тәғәлә бәндәһенең ғибәҙәтен ҡабул итә, гонаһтарын кисерә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тасуирлағанса, фәрештәләр был кистә ер йөҙөнә күпләп килә һәм таңға тиклем бәндәләрҙең ғибәҙәтен, доғаларын Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһына еткерә.

Беҙ бер намаҙҙан икенсе намаҙға тиклем әҙәм балаһының гонаһтары ғәфү ителеү мөмкинлеген беләбеҙ. Шулай уҡ бер йома намаҙынан алып икенсе йомаға тиклем, Рамаҙан айынан – икенсе Рамаҙанға тиклем. Ә Бәраәт кисендә кешеләрҙең бер йыллыҡ ғибәҙәтенә йомғаҡ яһала. Кешенең бер йыллыҡ ғәмәл дәфтәрҙәре Аллаһ ҡаршыһында Ләүхел-Мәхфүзгә тапшырыла. Тәҡдирҙең Хужаһы – Аллаһ Үҙе. Бәндәнең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәм тәҡдиренә хөрмәт менән ҡарауы, әлбиттә, мөһим. Һәм был әһәмиәтле ҡарар нәҡ ошо Бәраәт кисәһендә ҡабул ителә, ҡарала, тип иҫбат ителә.

Был кис үткән йылдың гонаһтарына кәффәрәт булып тора. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенә эйәреп, беҙ ҙә Бәраәт кисен уяу үткәреп, үҙебеҙ өсөн ҡәҙерле әһле-ғаиләбеҙ, Ватаныбыҙ, милләтебеҙ өсөн ихлас доғала булайыҡ. Барыбыҙға ла Аллаһу Тәғәләнең Ризалығына ирешеп йәшәргә насип булһын, ин шәә Аллаһ Тәғәлә!

 

Нурмөхәмәт Нуриев

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...