«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм Сәлмән Һөйөндөковтар менән миңә лә танышырға насип булды.

 

«Атайыбыҙ 1965 йылда беҙгә васыятнамә яҙып ҡуйған, – тип һүҙ башланы Сәлмән Фазылйән улы. – Ни өсөн яҙған? Ул һуғыштан инвалид булып ҡайта. Бер яҡтағы алты ҡабырғаһы бөтөнләй юҡ ине. Ҡырҡып алынған тәңгәле өңөлөп тора ине. Беҙгә: «Бына немец атҡан», – тип асып күрһәтә торғайны. Ул ун ике йыл тирәһе һатыусы булып эшләне Ҡашҡар ауылында. Шул ун ике йыл дауамында отпускыға ла сыҡмаған булған. Отпускыға сыҡҡайны, ауырып китте. Дауаханала ятҡанда, ныҡ мөжөрөп киткәйне, шул ваҡытта, йә мәрхүм булып ҡуйырмын, тип уйлағандыр, шуға ла ошо васыятты яҙып ҡалдырырға булғандыр. Аллаһҡа шөкөр, ул һауығып китте, 90-сы йылға тиклем йәшәне, 81 йәшендә мәрхүм булды».

Йылайыр әүлиәһе тураһында беҙ тағы ла тулыраҡ итеп яҙырбыҙ әле. Ә әлегә «Балаларымды дингә өйрәтеп өлгөрмәнем», – тип, үкенеү ҡатыш борсолоуын белдергән, ғәзиздәрен Әхирәт ғазаптарынан ҡурсаларға тырышҡан Фазылйән олатай Һөйөндөковтың васыяты менән таныша торайыҡ.

 

Васыятнамә. 27 апрель, 1965 йыл.

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Һәр ҡайһығыҙ уҡып сығығыҙ, балалар! Етешмәгән ере булһа, төҙәтеп уҡырһығыҙ, ләкин уҡымай ҡалмағыҙ. Уҡығыҙ! Уҡыған ваҡытта ла, мине күҙ алдында әйтеп торған кеүек һанағыҙ. Мин һеҙгә бушты яҙып, баш ауырттырып ултырмайым. Яҙғандарымды һәр ваҡыт һаҡлағыҙ! Мин бит һеҙгә ҡайтанан килеп әйтәсәк түгелмен.

Минең яҙған һүҙҙәр барыһы ла китап, Ҡөрьән һүҙҙәре булыр. Бик ҡиммәтле, кәрәкле һүҙҙәр яҙам. Әгәр ҙә аңлаһағыҙ, файҙаһы күп булыр.

Яҙғандарымды һәр ҡайһығыҙ хәтерегеҙҙә тоторға тырышығыҙ, сөнки мин һеҙгә әллә ни хәтлем дини тәрбиә бирә алманым. Һеҙҙең теләгегеҙсә булды. Уҡырға теләнегеҙ, уҡыттым, ләкин ул уҡыуҙар менән бөтөнләй эш бөтмәй. Уның файҙаһы донъя көтөү өсөн генә. Әхирәт өсөн файҙаһы теймәҫ. Шуның өсөн мин һеҙгә Әхирәттә файҙаһы һәм сауабы алдыбыҙға килә торған ғәмәлдәр тураһында яҙыр инем. Яҙһам да, бөтәһен яҙып бөтөү мөмкин түгел. Шуның өсөн һеҙгә ҡалдырған дини китаптарҙы ҡарағыҙ, ул китаптарҙы уҡыр өсөн ғәрәп хәрефтәрен белеү кәрәк. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә грамоталы, һеҙҙең өсөн ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеү ауыр булмаҫ. Тырышҡан кешеләр әллә нисә тел белә. Әгәр ҙә һеҙ ғәрәп хәрефтәрен танып, уҡырға өйрәнһәгеҙ, иҫке китаптарҙан бик күп үҙегеҙгә кәрәк булған донъя һәм Әхирәт ғилемдәрен өйрәнә алырһығыҙ. Китаптар бик күп. Шулар эсенән үҙегеҙ аңлаған китаптарҙы ҡарап алырһығыҙ. Көсөгөҙ етмәгәндәрен йыйып тотоғоҙ. Ошо түбәндәге китаптарҙы кешегә бирмәгеҙ, өйөгөҙҙә тотоғоҙ: беренсеһе Ҡөрьән Ҡәләми–Шәриф. Икенсеһе «Нурнамә» тигән доғалар йыйынтығы. Уны һәр ваҡыт өйҙә һаҡлағыҙ. Һәр ваҡыт ҡулығыҙға алып уҡып торһағыҙ, бигерәк сауап-лы булыр.

Әгәр ҙә минең әйткән һүҙҙәремде ҡабул итә торған булһағыҙ, донъя һәм Әхирәт рәхәтенә ирешерһегеҙ. Әгәр ҙә минең әйткәндәргә көлөп ҡараһағыҙ: «Ҡарт теләһә ни яҙған», – тип, бик ҡурҡыныс хәлдәр. Һаҡланығыҙ! Өлкән кешеләр менән ҡатнашып, уларҙан һәр саҡ ғилем өйрәнегеҙ. Уларҙы ҡәҙер-хөрмәт итегеҙ, ололағыҙ! Һәр ваҡыт ата-әсәйегеҙҙе хәтергә алып, аят уҡытып тороғоҙ. Ғәриптәргә, мохтаждарға саҙаҡа бирегеҙ, ярҙам итегеҙ. Бөтә изге эштәребеҙҙең әжер-сауаптары Әхирәттә алдыбыҙға киләсәк һәм үҙебеҙгә ярҙам-шәфҡәт буласаҡ.

Балалар һәм туғандарым! Минең һеҙгә иң беренсе иң ҡиммәтле әйтә торған һүҙҙе әйтәм. Ул һүҙҙе һеҙ йәнегеҙ-тәнегеҙ менән ҡабул итеүегеҙҙе үтенәм, сөнки беҙ мөьмин-мосолман, ислам динендә йәшәүсе халыҡтарбыҙ. Беҙ кафырҙарҙан айырылабыҙ. Ул һүҙ – иман кәлимәһе. Уны әйткән кеше мөьмин-мосолман була. Ә инде уны инҡар иткән, ҡаршы булған кешеләр кафыр тип әйтелә. Ошо оло һүҙҙе уҡыуығыҙҙы үтенәм: «Ләә иләһә илләллаһ Мөхәммәдүр-расүлуллаһ». Ошо һүҙҙе әйткән кеше хаҡ мосолман, тип әйтелә. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, хәтерегеҙҙән сығармағыҙ! Уның мәғәнәһе шул: «Ғибәҙәт ҡылырға лайыҡ илаһ юҡ, мәгәр бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыу (тейештер), Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм – Аллаһу Тәғәләнең ҡоло һәм пәйғәмбәре». Һис бер шикһеҙ, Аллаһу Тәғәлә Барҙыр, Берҙер һәм Уның тиңдәше юҡ. Ул Тыуманы һәм Тыуҙырманы. Барлығының әүәле юҡ һәм Барлығының ахыры юҡ. Мәңгебеҙҙән бар булған башҡа нәмәләр юҡ булып бөткән ваҡытта ла, Ул мәңге бар. Һәм, юҡ булмыш нәмәләрҙе тағы ла яратып, Әхирәт йорто буласаҡ. Инде, туғандарым, ошоға шик килтермәгеҙ! Әгәр ҙә шик килтереп, икеләнһәгеҙ, харап булырһығыҙ. Мәңге Аллаһтың ғазабы китмәйәсәк. Шуның өсөн тағын бер мәртәбә әйтәм: бик ныҡ ышаныу кәрәк. Бәндәләренә Аллаһу Тәғәлә изгелеккә бойороу һәм яман булған эштәрҙән ты-йыу өсөн бик күп пәйғәмбәрҙәр ебәргән. Ул пәйғәмбәрҙәрҙең әүәле – атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм. Иң һуңғыһы – беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәсәлләм. Беҙҙең Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән исемле Китап биреп, бөтә булған хикмәттәр – Уның эсендә. Ул әҙәмдәрҙе изге эшкә бойора, яман эштән тыя, нимә эшләргә, нимә эшләмәҫкә өйрәтә. Башҡа китаптарҙы ла ғалимдар шул Ҡөрьәндән алып яҙған. Ҡөрьәнгә ышанмаған бәндәләр кафыр, тип әйтелә. Шуның өсөн, туғандарым, Ҡөрьән – Аллаһу Тәғәләнең һүҙе, тип белегеҙ. Ниндәйҙер шик килтереп, һәләкәткә дусар булмайыҡ!

Аллаһтың барлығына күренеп торған дәлил – ул үҙебеҙҙең йәшәп килгән еребеҙ һәм ай, ҡояш, йондоҙҙар һәм башҡа күренмәгән мәхлүктәр. Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнең барлығын иҫбатлай, сөнки ул мәхлүктәрҙе әҙәм ҡулы менән йәки башҡа берәй заттан яралтыу мөмкин булмаған эш. Аллаһу Тәғәлә барыһын да үҙ Ҡөҙрәте менән яратып, үҙ Көсө менән тотоп, Тәрбиә ҡылып тора. Ер өҫтөндә ниндәй генә мәхлүктәр йәшәһен, барыһы ла ер йөҙөндә яратылған бары тик Мәүләнең ҡөҙрәте менән. Түбәндәге яҙылған ете нәрҫәгә ышанһаҡ – хаҡ мосолман шул була. Беренсеһе – Аллаһу Тәғәләгә ышаныу, икенсеһе – фәрештәләренә, өсөнсөһө – пәйғәмбәрҙәргә бирелгән китаптарға, дүртенсеһе – пәйғәмбәрҙәргә, бишенсеһе – Әхирәт көнөнә, алтынсыһы – тәҡдирҙең изгеһенә (Аллаһу Тәғәлә донъяла алдыбыҙға килә торған бөтә эштәрҙе әүәлдән яратып ҡуйған. Бына шул эш яҡшы булһын, яман булһын – барыһын күреп үтә бәндә. Бына шул хасил булған эштәр барыһы ла Аллаһ ҡушыуы менән, тип ышаныу кәрәк). Етенсеһе – үлгәндән һуң ҡәберҙә тороп яуап биреүгә ышаныу. Бына ошо ете нәрҫәгә ышанған кеше хаҡ мосолман була. Һәр ваҡыт хәтергә алығыҙ, туғандарым, мин һеҙгә был һүҙҙәремде Ҡөрьәндән һәм башҡа дини китаптарҙан алып яҙам. Әгәр ҙә мин быларҙы һеҙгә өйрәтмәһәм йәки әйтмәһәм, миңә лә гонаһы ауыр. Әйтеү – минән, әммә ҡабул итеү һеҙҙән тора. Ошо ете нәрҫәгә ныҡ ышанайыҡ, юғиһә, Аллаһтың ҡаты ғазабына юлығыу ҡурҡынысы бар. Барыһы ла Ҡөрьән менән иҫбат ителә. Ышанмаусылар хаҡында Ҡөрьәндә бите һайын ҡурҡыныс аяттар бар. Туғандарым, барыбыҙ ҙа Әхирәткә юлланасаҡбыҙ, шул көндәрҙә хәсрәт-үкенеү һис файҙа бирмәй. «Был көндөң булырын белгән булһаҡ, донъяла ваҡытта ышанып, ғәмәл ҡылған булыр инек», – тип үкенеүҙәр файҙа бирмәй. Ни булһа ла, ни эшләһәк тә, донъяла китеп ултыра, Әхирәттә теләгән нәмәңде эшләү мөмкин түгел. Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр унда файҙа бирмәй. Яман эштәребеҙгә донъяла ваҡытта үкенеп, Хоҙайҙан ҡурҡып, тәүбә итһәк, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡаясаҡ. «Ләә иләһи илләллаһ Мөхәммәдүр расүлуллаһ» ошо иман кәлимәһен әйтеп, донъянан үткән кешене Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Ожмахына керетәсәк. Шуның өсөн, туғандарым, тағы бер мәртәбә әйтәм: был кәлимәне уҡығыҙ, уҡығыҙ, уҡығыҙ! Сөнки был кәлимәне әйтеп үткән кешене Аллаһу Тәғәлә, Үҙенең рәхмәте менән, һис бер зарар ҡылмай, Йәннәтенә керетеренә өмөт бар. Ғазап тигән ваҡытта ла, гонаһы янып бөткәс, бер ваҡыт Йәннәткә керәсәк. Тамуҡта мәңге ҡалмаясаҡ. Туғандарым, мин һеҙгә шул хәтлем үтенәм: минең әйткән һүҙҙәремде бушҡа ҡуймағыҙ. Ин шәә Аллаһ, файҙаһы булыр, ләкин зыяны булмаҫ, тип өмөт итәм. Донъя йорто – бер көнлөк йорт. Күпме яҡшы, күпме насар йәшәһәк тә, ҡуйып китәсәбеҙ. Барыһы ла вайран булып ҡала. Донъя байлығы һис бер файҙа бирмәй. Әхирәт – мәңге йәшәй торған йортобоҙ, иң ҙур байлыҡ – иман байлығы. Ана шул иман менән донъя көтһәң, шул файҙа бирәсәк. Шуның өсөн, ахыр ҡылыуҙы иман менән үтергә насип булһын, тип һорайыҡ. Туғандарым, мин шул хәтлем ҡайғыламын, һис берегеҙгә ғилем өйрәтә алманым. Алда нимә буласағын белеп булмай. Мәүләнең рәхмәте киң, Аллаһ тәүфиҡ, һиҙиәт бирһен һәр ҡайһыбыҙға!

 

(Дауамы бар)

 

 

Зөлфиә Ханнанова әҙерләне

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...