Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.

 

Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә ирешә.

Беренсенән, ул йәмғиәттә берҙәмлекте нығытыуға сәбәпсе була, сөнки был дини йола үҙ-ара ярҙам ҡулы һуҙыуҙы ла күҙ уңында тота. Ҡорбан салдырған инсан үтәлгән ғибәҙәте өсөн дә, мохтажлыҡта көн иткән ҡәрҙәштәренә ярҙам иткәне өсөн дә ҙур сауапҡа ирешә.

Икенсенән, был йола Раббыбыҙға рухи яҡтан яҡынайта. Кеше бит ҡай саҡ беҙгә был тормошта бирелгән бар ниғмәттең ысын хужаһы – Аллаһу Тәғәлә булыуын онотоп китә. Был үҙ сиратында тәкәбберлеккә алып килә. Ҡорбан салдырған кеше бар ниғмәттәр өсөн Раббыһына рәхмәтен белдереп, Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирешә.

Өсөнсөнән, ҡорбан салыу донъяға ҡарата заһитлыҡты көсәйтә, йәғни, йөрәген Аллаһу Тәғәләнән башҡа бөтә нәмәнән бушатырға тырышҡан бәндә мал-мөлкәткә йәбешеп ятмай.

Дүртенсенән, ҡорбан салдырыу беҙгә Ибраһим һәм Исмәғил ғәләйһис- сәләмдәрҙең Аллаһ алдындағы күндәмлеген иҫебеҙгә төшөрә.

Бишенсенән, ҡорбан салдырыу гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүенә сәбәпсе була. Ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе етешһеҙлектәрҙән арындыра. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең һөйөклө ҡыҙына: «Йә, Фатима, ҡорбанлығыңдың эргәһендә тор. Салған саҡта ергә тамған тәүге ҡаны менән һинең гонаһтарың кисерелер», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит.

Аллаһ ризалығын өмөт итеп салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булып, барыбыҙға ла Аллаһу Тәғәләнең киң рәхмәтенә ирешергә насип булһын!

 

Зөлфиә Ханнанова әҙерләне

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...