Ураҙаны боҙмай торған ғәмәлдәр

Ураҙаны боҙмай торған ғәмәлдәр

Ниһайәт, 2 апрель көнө йыл дауамында түҙемһеҙлек менән көтөп алынған мөбәрәк Рамаҙанды ҡаршылайбыҙ. Изге айға имен-аман етеүебеҙҙе һорап, бер туҡтауһыҙ доға ҡылдыҡ.

Раббыбыҙға мең шөкөр, Аллаһтың Рәхмәте яуып, бөтә Ғаләмдәрҙе сафландырған көндәр ҙә килеп етте! Әлхәмдүлилләһ, ислам дине таяуҙарының береһе – ураҙаның үҙенсәлектәре, ошо айҙа рөхсәт ителгән ғәмәлдәр хаҡында мәғлүмәт-белемебеҙ йылдың-йылы арта бара. Ә бына уны боҙа торған йәки уға хилафлыҡ килтергән сәбәптәрҙе барлағанда, ҡай саҡта яңылышып китәбеҙ, икеләнгән осраҡтар ҙа булғылай. Шуның өсөн бөгөн иғтибарығыҙҙы ошо һорауҙарға йүнәлтмәксебеҙ.

Ураҙаны боҙмай торған ғәмәлдәр:

- Онотоп, ризыҡтан ауыҙ итеү, эсемлек йотоу, йә булмаһа, енси яҡынлыҡҡа инеү. Ураҙа иҫкә төшөү менән быларҙы, һис шикһеҙ, туҡтатырға кәрәк. Шулай уҡ, эргәлә ураҙалы икәнлеген онотоп ебәргән танышығыҙ булһа, уға шунда уҡ был турала әйтегеҙ, иҫенә төшөрөгөҙ. Әгәр ҙә ул ауырыу, хәлһеҙ, ныҡ йонсоу булһа, йә оло кеше икән, ул саҡта әйтеп тормағыҙ.

- Тыйылғанға (харамға) ҡарап, йә шәһүәтле уйҙар арҡаһында тәһәрәт боҙолоп, ғөсөлгә ихтыяж тыуыу.

- Хушбуй, еҫле май, һөрмә ҡулланғанда, уларҙың еҫе тамаҡҡа тиклем барып еткән осраҡта ла, ураҙа боҙолмай.

- Хиджама эшләгәндә.

- Кешене яманлау йәки ғәйбәт һөйләү ҙә ураҙаны боҙмай, әммә был осраҡта ураҙаның әжере кәмей.

- Әгәр кеше, ураҙаһын боҙорға ниәтләнеп, был уйынан кире ҡайтһа.

- Ҡайҙа булыуына ҡарап, кешенең эсенә ирекһеҙҙән төтөн, туҙан, он саңы (тирмәндә икәнһегеҙ, ти) йәки ваҡ себен, серәкәй кеүек бөжәк эләккәндә.

- Ғөсөлһөҙ булыу ( көн оҙоно ураҙа тотҡан хәлдә лә).

- Йылғала һыу ингәндә, ҡолаҡҡа һыу эләкһә.

- Мамыҡ таяҡсаһы менән ҡолаҡ таҙартыу, был әллә нисәмә тапҡыр ҡабатланһа ла, ураҙа боҙолмай.

- Танауҙан, йотҡолоҡ өҫтөнән тамаҡ төбөнә ағып төшкән ҡаҡырыҡты йотоу ҙа ураҙаны боҙмай.

- Көтмәгәндә тамаҡтан килеп сыҡҡан ҡоҫҡолоҡ массаһын яңылыш йотоп ебәреү (бөтә ауыҙҙы тултырған осраҡта ла).

- Үҙеңде, махсус рәүештә, ауыҙҙы тултырмаҫлыҡ итеп ҡоҫтороу һәм бүлендекте йотоп ебәреү (ауыҙ тулһа, ураҙа боҙола).

- Теш араһына эләгеп ҡалған ризыҡты (борсаҡтан ҙур булмаһа) йотоу

- Ауыҙға кунжут орлоғондай ғына ваҡ ҡына нәмә килеп эләгеп, яңылыш йотолһа, һәм уның тәмен тойоп өлгөрмәһәгеҙ, ураҙағыҙ боҙолмай!

Ҡайһы бер ураҙалар өсөн кистән үк айырым ниәт ҡылыу шарт булып тормай, уларға түбәндәгеләр инә:

  1. Рамаҙан айындағы ураҙа;
  2. ваҡыты алдан билдәләнгән нәҙер ураҙаһы;
  3. нәфел ураҙалары инә. Ул ураҙаларға ниәт, киске намаҙ мәленән алып, иртәгәһен ҡояш төшлөккә еткәнсегә (өйлә намаҙына ярты сәғәт ҡалғанға) тиклем әйтелә.

Аллаһ бүләге

Хуш киләһең изге Аллаһ айы,
Бәрәкәтле ҡунаҡ – Рамаҙан.
Мәрхәмәтле Аллаһ бүләге һин,
Шундай танһыҡ һинең ураҙаң!
Ураҙалар бөтә мосолманға
Әйтерһең дә ләйсән ямғыры.
Күңел юшҡындарын таҙартырға
Әл дә һин бар, рәхмәт яуғыры!

ФАТИМА БЕЙЕШЕВА

Рамаҙан айында ниәт әйткәндә, был тап «Рамаҙан айының» ураҙаһы тип ҡабатлап тороу кәрәкмәй. Сөнки былай ҙа билдәле нәмәне асыҡлап тороуға ихтыяж юҡ, кеше хатта мосафир йәки ауырыу булған хәлдә лә. Был изге айҙа кеше (сирле һәм мосафирҙан башҡа) бүтән төрлө ураҙа тоторға ниәт ҡылһа ла, ул Рамаҙан айының фарыз ураҙаһы булып иҫәпләнә.

Ниәтте кистән (төндән) үк аныҡлап ҡуйыу түбәндәге ғәмәлдәр өсөн шарт булып тора:

  1. Уҙған Рамаҙан айҙарының ураҙаһын ҡаза итеп тотҡанда;
  2. Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында боҙолған сөннәт-ураҙаларға ҡаза ҡылғанда;
  3. Кәффәрәт ураҙаһы алдынан;
  4. Ваҡыты тәғәйенләнмәгән нәҙер ураҙа алдынан («Мәҫәлән, Аллаһ миңә шифа биреп, аяҡҡа баҫһам, ураҙа тотасаҡмын» кеүек нәҙер әйткәндә).

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙе изге Рамаҙан айы менән тәбрик итәбеҙ. Бәрәкәтле көндәр, ғибәҙәтле, доғалы төндәр насип итһен Раббыбыҙ!

«Хәшийәту Тәхтәүи» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...