Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының тәртибен белеү йә белгәнде иҫкә төшөрөү мөһим.

 

Йома намаҙы кемдәргә фарыз, шуларға ғәйет намаҙы − вәжиб (үтәлергә тейешле). Йома намаҙына бик оҡшаған был намаҙ, айырмаһы хөтбәлә генә, вәғәз был көндө сөннәт ғәмәл, һәм ул намаҙҙан һуң башҡарыла.

 

Байрамалдынансөннәтғәмәлдәр

Ғәйет намаҙына юлланған саҡта, финик емеше (сөннәт буйынса таҡ һан булһа, тағы ла һәйбәт) йә берәй шәрбәтле ризыҡ ашарға кәңәш ителә. Әнәс ибне Малиҡ еткергән хәҙистә шулай тиелә: «Аллаһ Илсеһе ﷺ, ғәйет намаҙына сығыр алдынан, таҡ һанлы финик емеше ашаған» (әл-Бохари).

Шулай уҡ ғөсөлләнеп, еҫле майҙар һөртөп, тәһәрәтләнгәндә сиүәк ҡулланып, таҙа кейемдәр кейеп барыу сөннәт. Ғәйет намаҙы башланғансы, фытыр зәкәтен (фытыр саҙаҡаһын) биреп өлгөрөргә кәрәк. Фытыр-саҙаҡа – Рамаҙан айы аҙағында, йәки Ураҙа байрамы башланғансы, фәҡирҙәргә, мохтаждарға бирелә торған вәжиб саҙаҡа. Мөмкин булһа, мәсеткә юлланғанда, тәкбирҙәр уҡып барыу хәйерле, мәҫәлән: «Аллаhу әкбәр, Аллаhу әкбәр, ләә иләәһә илләллаһу, үәллаһу әкбәр, Аллаhу әкбәр үә лилләһил хәмд».

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был иртәлә, ҡояш сыҡҡандан һуң, байрам намаҙы башланғансы, мәсеттә йә өйҙә, йә башҡа ерҙәрҙә сөннәт намаҙҙарын уҡыу ҡәрәхәт (уҡырға ярамай).

 

Байрам намаҙын үткәреү тәртибе

Иң башта, байрам намаҙы алдынан, ниәт ҡылына: «Аллаһ Ризалығы өсөн Ғийдүл-фитрҙың (Ураҙа ғәйетенең) вәжип намаҙын уҡырға ниәт иттем». Имам артынан намаҙ уҡыусылар тағы ла – «имам артынан ойорға», – тип өҫтәй ниәтенә.

Имам, тәүге тәкбирҙе әйтеп, байрам намаҙын башлай. Шунан имам да, йәмәғәт тә намаҙ башында уҡыла торған истифтах доғаһын уҡый: «Сүбхәәнәкәл-лааhүммә үә бихәмдик, үә тәбәәракәсмүк, үә тәғәәләә жәддүк, үә ләә иләәһә ғайрук». Шунан һуң, ҡулдарҙы ҡолаҡтар тәңгәленә күтәреп, имам артынан бөтәһе лә өс тапҡыр тәкбир әйтә. Һәр бер тәкбирҙе әйтеү был намаҙҙа – вәжип, уларҙы әйткән һайын ҡулдарҙы күтәреү – сөннәт ғәмәлдәр. Өс тапҡыр тәкбир әйткәндән һуң, имам һәр намаҙҙағыса «Истиғәҙә» доғаһын һәм «Бисмилла»ны («Әғүүҙү билләәһи минә шшәйтани рраджим, Бисмилләәһи ррахмани ррахим») эстән генә әйтеп, «Әл-Фәтиха» сүрәһен һәм уның артынса тағы берәй ҡыҫҡа сүрәне йәки Ҡөрьәндән үҙе теләгән өс аятты ҡысҡырып уҡый. Беренсе рәҡәғәттә «Әл-Әғлә» сүрәһе уҡылһа, тағы ла яҡшы, был − сөннәт. Аҙаҡ рөҡуғҡа эйелеп (был ваҡытта инде тәкбир әйткәндә ҡулдарыбыҙҙы күтәрмәйбеҙ), ике тапҡыр сәждәгә китеп, икенсе рәҡәғәткә тороп баҫабыҙ.

Икенсе рәҡәғәттә шулай уҡ имам, шым ғына «Бисмилла»ны уҡығас, яңғыратып, «Әл-Фәтиха» һәм «Әл-Ғәшийә» сүрәләрен уҡый. Шунан инде имам, рөкуғҡа китер алдынан, шул уҡ ҡыҫҡа арауыҡтар менән тағы ла өс тапҡыр тәкбир әйтә. Бөтә өс тәкбир мәлендә лә ҡулдарҙы күтәрәбеҙ. Шунан һуң имам, ғәҙәттәгесә рөкуғҡа китер өсөн, дүртенсе тапҡыр тәкбир әйтә. Артабан ғәҙәттәгесә рөҡуғ һәм сәждәләр ҡылына, «Әт-тәхиәт» һәм салауаттар уҡыла һәм, ике сәләм бирелеп, намаҙ тамамлана. Шунан һуң имамдың байрам хөтбәһен тыңлайбыҙ. (Ибне Әбидин, «Раддүл-Мөхтәр», «Мәраки Сәғәҙәт»)

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын, рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, йөрәктәребеҙгә йән йылыһы, һөйөнөс, изгелек һәм мөхәббәт нуры өҫтәһен!

 

Мөхәммәт Ғәзимов

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...