Рәжәб айының изгелектәре

Рәжәб айының изгелектәре

13 февралдә Рәжәб айы башланды. Һижри календары буйынса етенсе ай. Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм күк көмбәҙендә Рәжәб айын күреү менән Аллаһу Тәғәләгә ошондай доға ҡылған: «Аллаһүммә бәәрик ләнәә фии Рәджәб үә Шә`бән үә бәлли`нә Рамадан» (Йә Раббым! Рәжәб һәм Шәғбән айҙарының беҙҙең өсөн бәхетле үтеүен һәм Рамаҙанға имен-аман барып етеүебеҙҙе насип ит (йәғни Рамаҙандың әжерен һәм бәхетен татыр өсөн ғүмеребеҙҙе ошо изге айға саҡлы оҙайт). Ошо доғаны Рәжәб һәм Шәғбән айҙарында йышыраҡ әйтергә кәңәш ителә.

«Рәжәб» һүҙе «арруджуб»тан (ҙурлау, данлау) алынған.Тап ошо ваҡытта бар мосолмандарға мәғлүм Әл-Исра(яңы ергә күсеү) һәм Әл-Миғраж(күккә күтәрелеү) ваҡиғалары булған.

Шулай уҡ был айҙы Рәсүлебеҙҙеңҡартаталарының береһе Музар Рәжәбе тип тә йөрөтәләр. Ғәрәптәрҙең ҡайһы бер ҡәүемдәре борон, һуғыш башлауға һылтанып, изге айҙы башҡа ваҡытҡа күсерһә, Музар ҡәүеме бер ҡасан да был аҙымға бармаған, Рәжәбте ныҡ хөрмәт иткән.

Рәжәб айы динебеҙҙә изге, тыйылған айҙарҙың береһе. Был турала Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөрьән аша еткергән: «Ысынлап та, Аллаһтың ай һаны Күктәр менән Ерҙе яратҡан көнөндәге китабында – ун ике ай. Шуларҙың дүртеһе: Мөхәррәм, Рәжәб, Зөлҡағиҙә һәм Зөлхизә – хәрәм айҙар. Был – хаҡ дин. Шул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ!» («Әт-Тәүбә» сүрәһе, 36-сы аят). Әл-Бохари һәм Мөслим еткергән хәҙистә лә: « Йыл 12 айҙан хасил, дүртәүһе – тыйыу осоро, шуларҙың өсәүһе – аллыартлы килгән Зөлҡағиҙә, Зөлхизә, Мөхәррәм һәм Йомадиәл менән Шәғбән араһындағы Музар Рәжәбе», – тип әйтелгән. («Сәхих әлБохари», № 6893; «Сәхих Мөслим», №3179).

Ни өсөн был айҙар тыйыу осоро тип атала? Сөнки:

1. Һуғыш башлау, яуға сығыу тыйыла. Әммә, кемдер илеңә тәү башлап һөжүм итһә, дошманыңа ҡаршы тороу рөхсәт ителә.

2. Ошо дүрт айҙа ҡылынған гөнаһ башҡа ваҡыттағынан ауырыраҡ һанала. Шуның өсөн дә Раббыбыҙ беҙҙе : «Шул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ!» («ӘтТәүбә» сүрәһе,36-сы аят), тип иҫкәрткән бит. Аллаһ тарафынан тыйылған ғәмәлдәрҙе ҡылыу һәр ваҡыт насар, әммә ошо осорҙағы гөнаһтарҙың биҙмәне ауырая! Әммә шуның менән бергә Рәжәб айында күрһәткән ихласлығыбыҙ, яҡшы эштәребеҙ өсөн дә сауап арттырып ҡайтарыласаҡ. Белеүебеҙсә, ураҙа тотоу – ғибәҙәттең иң мөһим терәктәренең береһе , сөнки, башҡа төрҙәренән айырмалы рәүештә, ул – йәшерен. Ураҙа тураһында кеше үҙе һәм Аллаһу Тәғәлә генә белә. Имам Әбү Дауыт еткергән хәҙистә: «... тыйылған айҙарҙа ураҙа тот һәм ауыҙ ас, тыйылған айҙарҙа ураҙа тот һәм ауыҙ ас, тыйылған айҙарҙа ураҙа тот һәм ауыҙ ас...» («Әбү Дауыт Сүнән», № 2073) – тиелгән.

Үрҙәге хәҙистән һығымта яһағанда, беҙҙең өсөн ошо айҙарҙа йышыраҡ ураҙа тотоу, кешеләргә күберәк ярҙам итеү, яҡшылыҡ күрһәтеү хәйерлерәк. Форсат булһа, тотош ай буйына ураҙа тоторға мөмкин, килеп сыҡмаһа, бер нисә көн дә сауаплы. Изге Рамаҙан айына рухи һәм физик яҡтан әҙерлек тә булыр ураҙа. Әйтеп үтеүебеҙсә, Рәжәб айында бөйөк мөғжизәләрҙең береһе: Әл-Исра, йәғни ПәйғәмбәребеҙҙеңМәккәнең Әл-Хәрәм мәсетенән Әл-Ҡудсиҙың (Иерусалимдың) Әл-Аҡса мәсетенә сәйәхәте, шунан һуң күктең бер йән эйәһе белмәгән урынына Миғраж ҡылыуы. Миғраж кисе быйыл 9 мартта, ҡояш байығас, башлана. 10 мартта ураҙа тотоу, мохтаждарға, етемдәргә хәйер-саҙаҡа таратыу – изге ғәмәл.

Рәжәб айының тәүге 10 көнөндә 100-әр тапҡыр «Сүбхәнәл хәййиль ҡәййүм», икенсе 10 көнөндә «Сүбхәнәл әхәди ссамәд», аҙаҡыһында иһә «СүбхәнәЛЛаһи рраүф» тип зекер итеү матур һәм сауаплы ғәмәл. Ошо айҙа ла изгелеккә һәм ғилемгә, Ҡөрьән һүҙенә ынтылып, холҡобоҙға күркәм сифаттар өҫтәп, иманыбыҙҙы арттырып, әйләнә-тирәбеҙҙе, илебеҙҙе мәрхәмәткә һәм тыныслыҡҡа сорнаһаҡ ине, ин шәә Аллаһ Рахман.

АНСАР РАМАЗАНОВ

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...