Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән айының биҙәге – Бәраәт кисәһе

Шәғбән – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ айы, шуның өсөн күп тапҡырҙар салауат әйтеү, истиғфар ҡылыу, «Әл-Ихлас» сүрәһен уҡыу тәҡдим ителә. Шәғбән айының 14-се кисенән 15-се көнөнә ҡаршы кисе Бәраәт кисе тип атала.

 

Быйыл ул 2-3 февралгә тура килә. Был көндә ғәмәл дәфәтеребеҙ алмашына. Шуға ла Бәраәт кисәһендә Аллаһтан ярҙам һорарға, доғала булырға кәрәк, сөнки был көндө насар ғәмәлдәребеҙ, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙың юйылыуына өмөт итергә мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ был төндө ғибәҙәттә үткәрергә ҡушҡан. Шулай уҡ көндөҙөн ураҙа тотоу хәйерле, сөнки хәҙистә әйтелгәнсә, Аллаһу Тәғәлә ул кисте ҡояш сыҡҡанға ҡәҙәр үҙенең рәхмәтен ебәрер: «Тәүбә һәм истиғфар итеүсе булһа, уны ғәфү итәм. Ризыҡ һораусы булһа, уға ризыҡ бирәм. Ауырыуға дусар булһа, уға һаулыҡ-сәләмәтлек бирәм. Ундай кешеләребеҙ бармы?» – тип һорар. Билдәле ислам ғалимы Субки рахимуллаһ: «Дөрөҫлөктә, Бәраәт кисәһендә бер йыл, йома кисендә бер аҙна, ә Ҡәҙер кисендә ғүмер буйы ҡылған гонаһтар ғәфү ителә», – тигән.

Бәраәт кисәһендә кемдәр ғәфү ҡылынмаҫ? Бер риүәйәт буйынса, был мөбәрәк кисәлә Ябраил фәрештә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ эргәһенә килеп: «Йә Аллаһтың Рәсүле, эй һөйөклө Пәйғәмбәр, Аллаһ был кисәлә шаҡтай кешене кисерер, шаҡтайын ғәфү итмәйенсә лә ҡалдырыр. Ғәфү ителмәүселәр – мөьминдәр менән талашыусылар, мосолмандарҙы кәмһетеүселәр, туғанлыҡ ептәрен өҙөүселәр, тәкәбберҙәр, ата-әсәһен рәнйетеүселәр, тормоштарын сәрхүшлектә үткәреүселәр», – тигән.

Бәраәт кисәһендә өҫтәмә тәһәжүд намаҙын уҡырға, гонаһтарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, тәүбә ҡылырға, Ҡөрьәндән «Йәсин», «Мүлк» сүрәләрен уҡырға, салауаттар, зекерҙәр әйтергә, күпләп изге ғәмәлдәр ҡылырға тырышырға кәрәк.

 

 

Бәраәт доғаһы

Аллаһүммә ин күнтә кәтәбтә исмии шәҡиййән фии диүәәнил-әшҡийәә-и фәмхүһү үәктүб фии диүәәнис-сүғәдәә-и. Үә ин күнтә кәтәбтә исмии сәғыыйдән фии дүәәнис-сүғәдәә-и фәҫбүтһү фәиннәкә ҡүлтә фии китәәбикәл-кәриим. Йәмхуллаһү мәә йәшәә-ү үә йүҫбитү үә ғиндәһү үммүл китәәб.

 

Мәғәнәһе:

«Йә Аллаһым, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны һөртөп юҡ итһәң ине һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙһаң ине. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да һөртөлмәй торған ит. Дөрөҫлөктә, Һин Ҡөрьәндә: «Аллаһу Тәғәлә, нимәне теләһә, шуны Ләүхүл-Мәхфүздән һөртөр, юҡ итер, теләгәнен иһә беркетер, һөртөлмәҫлек итер», – тип әйтәһең».

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...