Фазиләтле Рәжәп айы

Фазиләтле Рәжәп айы

Фазиләтле Рәжәп айы

Мөбәрәк айҙың исеме ғәрәп телендәге «әр-руджүб» һүҙенән алынған һәм «ҙурлау, данлау» тигәнде аңлата. Был тап ошо ваҡытта Аллаһтың ﷻ  Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте ﷺ Әл-Исра һәм Әл-Миғраж кеүек хикмәтле ваҡиғалар менән ололауы-на бәйле. Рәжәб шулай уҡ һуғышты тыйған дүрт айҙың (мәшһүр әл-хурумдың) береһе.

 

Изге Ҡөрьәндең бер аятында шулай тиелә (мәғәнәһе): «Ысынлап та, Аллаһтың ай һаны Күктәр менән Ерҙе яратҡан көнөндәге китабында – ун ике ай. Шуларҙың дүртеһе: Мөхәррәм, Рәжәп, Зөлҡағиҙә һәм Зөлхизә – хәрәм айҙар. Был – хаҡ дин. Шул айҙарҙа үҙ-үҙегеҙгә золом ҡылмағыҙ!» (“Әт-Тәүбә” сүрәһе, 36-сы аят).

Башҡа хәрәм айҙарҙағы кеүек үк, Рәжәп айында ла ураҙа тотоу сөннәт һәм матур ғибәҙәттәрҙән һанала. Имам әл-Хатиб әш-Ширбини үҙенең «Мүғни әл-Мохтаж» китабында былай тип яҙа: «Имам Мөслим риүәйәт иткән: «Рамаҙан айынан һуң ураҙа тотоу өсөн иң яҡшыһы – Мөхәррәм айы», – тигән хәҙискә ярашлы, Рамаҙандан тыш ураҙа тотоу өсөн иң ҡулайлыһы – хәрәм айҙар, шулар араһынан иң маҡтаулыһы – Мөхәррәм (һижрәт йылъяҙмаһында тәүге ай), шунан инде Рәжәп, унан һуң Зөлҡағиҙә һәм Зөлхизә».

Рәжәп – изге Рамаҙан айының яҡынайыуына ишара. Рәжәптең тәүге көнөндә күк көмбәҙендә яңы айҙы күреү менән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тулҡынланып: «Йә Аллаһ ﷻ ! Рәжәп һәм Шәғбән айҙарында фәтихаңды бир һәм Рамаҙан айына барып етергә насип ит», – тиер булған (әт-Табәрани).

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә барыбыҙға ла Рәжәп айында ураҙа тотоп, ғибәҙәт ҡылыуҙа күп көс, ихласлыҡ һалып, мохтаждарға хәйер-саҙаҡа биреп, бәрәкәтле осорҙо файҙалы һәм сауаплы үткәрергә насип итһен, ярҙамын бирһен, йөрәктәребеҙҙе паҡландырһын. Илаһи әмин!

 

Ғәҙел Ибраһимов

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...