«Һау бул, изгелектәр айы, ҡәҙерле ай Рамаҙан!..»

«Һау бул, изгелектәр айы, ҡәҙерле ай Рамаҙан!..»

«Һау бул, изгелектәр айы, ҡәҙерле ай Рамаҙан!..»

Изге Рамаҙан айында республикабыҙҙың барса ҡала-райондарында ла дәррәү ифтар мәжлестәре үткәрелде. Улар иман юлында булырға теләгән ҡәрҙәштәребеҙҙе берләштерҙе, зиһендәребеҙҙе ғилем менән байытты, ҡәлептәребеҙҙе нурландырҙы. Бөгөн ошондай сараларҙың береһе – баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған ифтар мәжлесе тураһында бәйән итмәксебеҙ.

 

Рамаҙан Оморҙаҡов (Өфө ҡалаһы):

Өфөлә йәшәйем, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәрем сикләнгән. Инвалид коляскаһында ултырһам да, Аллаһу Тәғәлә миңә 1446 һижри йылдың Рамаҙанында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң «Апшерон» исемле әзербайжан аш-һыуҙары тәҡдим итеүсе ресторанында ифтар мәжлесендә ҡатнашырға насип итте. Был матур сараны Дағстан Республикаһының мосолмандары диниә назараты (мөфтиәте) һәм ошо уҡ төбәктең Башҡортостандағы милли үҙәге ойошторҙо. Рамаҙан айын хөрмәт итеп, шундай әһәмиәтле бәрәкәтле сараны ойоштороусыларға, мине саҡырған кешеләргә тағы ла үҙемдең шәхси рәхмәтемде белдерәм.

Инеп барған ерҙә үк беҙҙе байрамса матур кейенгән – «Әс-сәләм» гәзите активистары ҡаршы алып һөйөндөрҙө. Шул урында уҡ башҡорт, урыҫ, татар телендә сыҡҡан баҫманы, билдәле шәйех Әхмәт Абдулаевтың «Тәҡүәлеләр әҙәбе» китабын алыу мөмкинлеге булды. Һәр ҡунаҡҡа сәләм биреп, урынына оҙаттылар.

Ифтар кисәһе заманса ойошторолған ине. Мәжлестә ҡатнашҡан ғалимдар, бөгөнгө көндә әһәмиәтле мәсьәләләргә туҡтап, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләп үтте. Айырыуса, күркәм кисәне ойоштороусы Дағстан Республикаһы мөфтиәтенең Башҡортостандағы вәкиле Мөхәммәт хажи Мансуровтың сығышы күңелемә хуш килде, уның ихлас сәләмләү һүҙҙәре ул кисәлә булған һәр кемдең йөрәгенә барып еткәндер, тип уйлайым.

Дағстан Мөфтиәтенең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Израил Мөхәмәтбасыров үҙенең сығышында Зәйнулла ишан Рәсүлев мираҫының бөтә илебеҙ бәрәкәте – Рәсәй халыҡтарының дуҫлығы нигеҙендә һаҡланып килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дағстан гуманитар институтының профессоры, теолог Мурадула Дадаевтың ихлас сығышы береһен дә тыныс ҡалдырманы. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормошонан миҫалдар килтереп, гүзәл динебеҙҙең тәрбиәүи темаһына йәнле, ҡыҙыҡлы телмәр тотто. Оло ғалимдарҙың вәғәз-нәсихәтен тыңлап, рухи яҡтан байып, нығынып ҡайттым, тип әйтә алам.

Был мәжлестә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бөтә яугирҙәрҙең илдәренә, ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп күмәкләп (250-нән ашыу кеше йыйылғайны) доға ҡылынды. Рамаҙан айында ифтар ваҡытында ҡылынған доға мотлаҡ ҡабул була, тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ. Бөтә доғаларыбыҙ ҙа ҡабул булһын, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын! Һәр ваҡыт изге ниәттә булайыҡ. Донъябыҙҙың тыныс булыуын, сәскә атыуын һорап, Аллаһҡа ялбарып, хәлдән килгәнсә изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә ынтылайыҡ, тырышайыҡ!

Башҡортостанда диндең үҫеше яғынан ҡарағанда ла һәм Рәсәйҙең берҙәмлеген күрһәтеү яғынан да был ифтар ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайым. Рәсәй дәүләтселеге өсөн дә бындай саралар халыҡты берләштереү күҙлегенән ҙур роль уйнай. Балаларҙы туған телдә һөйләштереү ҙә, оло Рәсәйҙең күп төрлөлөгөн күрһәтеү ҙә, уны һаҡлау ҙа бик мөһим. Сөнки Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтте: «Беҙ һеҙҙе, бер-береһе менән танышып аралашһын өсөн, төрлө халыҡтар, ҡәбиләләр, милләттәр итеп яраттыҡ». Ошо аяттың сағылышын был ифтарҙа асыҡтан-асыҡ күрҙек, унан рухи көс алып ҡайттыҡ. Әлхәмдүлилләһ, шундай саралар мөмкин тиклем йышыраҡ ойошторолһон ине.

 

Сәрүәр Иҙелбаева (Баймаҡ ҡалаһы):

Өфө ҡалаһына республика мосолмандарының ифтар мәжлесендә ҡатнашып ҡайтыуыма арыуыҡ ваҡыт үтеп бара, әммә мин һаман шул тулҡында йөҙәм. Әлеге көндә лә шул йылылыҡ менән йөрөп ятыла. Сит ерҙән, Дағстан Республикаһынан Башҡор-тостанға Ислам динен үҫтереүгә ебәрелгән, һәм баш ҡаланың «Апшерон» ресторанында бер нисә йөҙләгән кешене йыйып, күркәм мәжлес ойошторған Мансуровтар ғаиләһе – йәш ғалим Мөхәммәт хажи, хәләле Фатима – үҙ маҡсатына ирешкән, тип әйтке килә. Ун өс телдә сыҡҡан «Әс-Сәләм» гәзите аша башҡорттарға үҙ телен һаҡларға, ғаиләлә иманлы, инсафлы балалар үҫтереүҙе, ғаиләне нисек һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп алған йәш ғаиләнең шул тиклем тәҡүәле булыуҙары һоҡландырҙы. Рәсәй, Башкортостан, Дағстан, Чечен мөфтиәттәренән килгән дин әһелдәренең дә бай йөкмәткеле сығыштарында ғаиләлә тик әсә телендә аралашырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Көслө рухлы ғалимдарҙың сығыштары һәр күҙәнәккә үтеп инмәле булды, хатта тәндәр зымбырҙап китте.

Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ тарихы менән таныштырыу барышында, бар милләт вәкилдәре лә бер Аллаһтың балалары икәнен ҡайтанан әйтеп үттеләр.

Беҙҙең башҡорттарҙың алдынғы ҡарашлы дин әһеле Зәйнулла ишандың хеҙмәтен юғары баһалауҙарын ғорурланып тыңлап ултырҙыҡ. Рәсәй президенты В. В. Путиндың Ислам диненә ҡарата ыңғай ҡарашта булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Эйе, халыҡ-ара дуҫлыҡты, тыуған илгә һөйөүҙе, ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу, үҫтереүҙә, йәш быуынды әхлаҡлы итеп тәрбиәләүҙә тик дини тәрбиә ярҙамға киләсәген күҙаллап, ыңғай ҡарашта булыуҙары ҡыуандыра. Ысынлап та, киләсәк быуын өсөн башҡорт телен һаҡлап ҡалыу – беҙҙең бурыс!

Ошондай тәрбиәүи дини сараларҙа балаларҙың булыуы һөйөндөрҙө. Көслө дини мәғлүмәтле алып барыусының балаларға төрлө һорауҙар биреп, яуаптарын ишетеп, уларҙың «Я люблю тебя, мама» тигән һөйләмде үҙ телдәрендә әйтеүҙе үтенде, әммә ләкин күптәрҙең башҡорт телендә нисек яңғырауын әйтә алмауҙарына борсолдо.

Шулай ук тәрбиәүи ифтар мәжлесендә тәҡүәле дин әһелдәренең, алып барыусының сығышын, аяттар, нәшидтәр тыңлау беҙҙе бер башҡа үҫтерҙе. Әлхәмдулилләһи шөкөр! Шундай мәртәбәле байрамға мине үҙҙәре менән алып барып ҡайтыусы Баймаҡ районынның тәҡүәле ғаиләләренең береһе Рәмилә менән Фирғәт Бәхтиевтарға оло рәхмәтемде еткерәм. Район халҡына ислам диненең бөйөклөгөн, иманлы булыуҙың кәрәклеген бермә-бер, эскерһеҙ еткергән был ғаиләгә Аллаһу Тәғәләбеҙ сикһеҙ сауаптарын яуҙырһын!

 

Светлана Ғәлиуллина репортажы

 

 

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әйтегеҙ әле, зинһар: ҡатынына «атайың менән әсәйеңдән алып китәм дә, улар менән аралашмаясаҡһың» тигән шарт ҡуйған ир кешегә уның хаҡ түгеллеген һәм был осраҡта ундай шарттың ҡуйылмаҫҡа тейешлеген нисек аңлатырға? Ирегеҙҙең һеҙгә, атай-әсәйең менән аралашма, тип шарт ҡуйыуы дөрөҫ...


Яулыҡ ябыныу − күркәм ғәҙәт

Беҙ бәләкәйҙән ишетеп үҫкән «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке − сепрәк» тигән мәҡәл кейемде нисек һайларға кәрәк икәнлеген өйрәтә. Кейем-һалым ҡиәфәтеңә килешле лә, уңайлы ла, өҫ-башыңды ҡапларға ла тейеш. Ә инде мосолман ҡатын-ҡыҙы матур кейенеп кенә ҡалмай, башын да ҡапларға тейеш икәнлеген һәр кем...


Аллаһу Тәғәләнең Ҡөҙрәте менән килгән бәхет

Йырлаған һайын гел генә хискә бирелеп, йә булмаһа, үткәндәр иҫкә төшөп, һағыштарға күмелеп китеп йырлайым. Ошо мәлдә ауыр саҡтар иҫкә төшөп, күҙҙәремә йәштәр тулып, йөрәгем һыҡтап ала.   Балаларымдың береһен етәкләп, икенсеһен күтәреп, яңғыҙ аҡҡош кеүек ике яр ситендә тороп ҡалған ваҡыттар,...