Һағынырбыҙ һине, изге ай!

Һағынырбыҙ һине, изге ай!

Һағынырбыҙ һине, изге ай!

2024 йылдың 25 мартында, изге Рамаҙан айында, баш ҡалабыҙ Өфөлә «Әс-Сәләм» гәзите үҙенең дуҫтарын йыйҙы.

 

Ифтар мәжлесендә Дағстан Республикаһынан килгән арҙаҡлы дин ғалимдары Абдулла Ацаев, Әхмәд Абдурәшидов, Ғәли Мухумаев, Израил Мөхәммәдбасиров, Ғәлиәсхәб Разаҡовтарҙың ҡат-нашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Улар «Әс-Сәләм» гәзитен әҙерләп сығарыусылар һәм таратыусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе: «Дингә өндәүсе баҫмала эшләүегеҙ – Аллаһу Тәғәләнең бүләге ул. Был баҫманы уҡып, бер генә кеше иман юлына баҫһа ла, һеҙгә мең-мең сауап яҙыла», – тине ислам фәндәре докторы Абдулла Ацаев.

Гәзит эшендә әүҙем ҡатнашҡан дин ҡәрҙәштәребеҙгә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ә иң ҙур бәхет философия фәндәре докторы, ғалимә Гүзәл Вилдановаға йылмайҙы. Дәғүәт юлында ҙур тырышлыҡ һалған ҡәрҙәшебеҙ тиҙҙән кесе хажға юлланасаҡ.

 

Әҡлимә Сафина, Учалы районы:

− Беҙ алты кеше килдек Учалының төрлө ауылдарынан, хәҙрәттәребеҙ ҙә бар. Шул тиклем матур ойошторғандар кисәне. Балалар ҙа ҡатнашты, ололар ҙа, йәштәр ҙә. Уйында ҡатнашып, бүләктәр ҙә оттоҡ. Бик ҡыуанып ҡайттыҡ. Республикабыҙҙың бөтөн райондарынан кешеләр булды. Үҙ-ара аралаштыҡ. Ныҡ күңел булды. Бөгөн, етмәһә, Зәйнулла ишаныбыҙҙың тыуған көнө. Шуға беҙ, уның яҡташтары, айырыуса тулҡынланыу кисерәбеҙ. Оло әүлиәбеҙҙең рухы шат булһын!

 

Морат Мусин, Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе:

− Мин бындай кисәлә беренсе тапҡыр. Бик оҡшаны. Беренсенән, мосолман ҡәрҙәштәремдең, ниндәй генә милләттән, ниндәй генә төбәктән булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһе берҙәм булып, ифтар үткәреүе һоҡландырҙы. Үҙебеҙҙең башҡорт, татар, шулай уҡ, Дағстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Тажикстан халыҡ-тарының вәкилдәре, дин ҡәрҙәштәр булып, бер туғандай бер табында, бер өҫтәл артында ултырҙыҡ. Икенсенән, Дағстан ғалимдарының сығыштары йөрә-ккә ятты, нәшидтәрҙе бик матур итеп башҡарҙылар, иҫем китеп тыңланым. Был кисә төрлө халыҡтарҙы берләштереүсе дине-беҙҙең матурлығын күрһәтте, һәм, ошо мәжлестәге һымаҡ, тормошта ла бергәләшеп татыу итеп йәшәргә мөмкин икәнен тағы бер ҡабат дәлилләне.

 

Нурмөхәммәт хәҙрәт Нуриев, Өфө районы:

− Бөгөнгө ифтар мәжлесе бик бай йөкмәткеле булыуы менән ныҡ оҡшаны. Тәрән йөкмәткеле, шул уҡ ваҡытта ябай һәм мауыҡтырғыс булды. Миңә ныҡ тәьҫир иткән өлөшө − ул беҙҙең хөрмәтле әфәндебеҙ, минең остазым Сәит әфәнде ҡуддисә сиррухуҙың улы ислам дине ғалимы Абдулла хәҙрәт Ацаевтың килеүе, сығыш яһауы булды. Ысынлап та, яратҡан кешеңдең ғаиләһе лә, балалары ла һинең өсөн ҡәҙерле була, Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ шуға өйрәткән. Абдулла хәҙрәтте күреү генә лә ҙур йоғонто яһаны миңә. Уның йөҙөнән бөркөлгән ғилем нуры күңелемде яҡтыртты. Ғөмүмән, бында сығыш яһаған һәр ғалимдың һүҙе тәрән мәғәнәле, йөрәккә үтерлек булды. Уларҙың ҡайһыларын бер нисә мәртәбә ишеткән хәлдә лә, ғалим кешенең ғәмәле менән тап килгән һәр һүҙе йөрәкте иретеп, ҡәлепте асып ебәрә.

Тағы бер ҡыуанысым − «Әс-сәләм» гәзитен таратыуҙа ҙур тырышлыҡ һалған яҡташтарымды, ҡәрҙәштәремде күрҙем. Дин, Аллаһу Тәғәләнең һүҙен тара-тыуҙа уларҙың ихласлығын, әү-ҙемлеген күреп, һоҡландым. Яҡташым Булат хәҙрәткә рәхмәт хаты тапшырылғанда, айырыуса ғорурландым, йөрәкте йылы хистәр сорнаны.

Йәнә бер ҡыуаныслы хәл − Гүзәл апай Вилданованың ғөмрәгә путевка алыуы. Минең күҙлегемдән (уның был изге эштә әүҙем ҡатнашҡанын ситтән күреп йөрөйөм), ул ошондай оло бүләккә, ысынлап та, лайыҡлы, тип иҫәпләйем. Гүзәл ҡәрҙәшемә уңыштар теләйем, артабан да Аллаһ юлында арымай-талмай хеҙмәт итеүен теләйем.

 

Зөлфирә Ямалова, Ҡырмыҫ-ҡалы районы:

− Бик бәрәкәтле сара булды. Әйтәләр бит: мәжлестән өйөңә ҡайтып инеү менән, эргәңдә ултырған табындаштарыңды оно-таһың икән, ул табындың бәрәкәте юҡ, тип. Әлхәмдүлилләһ, минең менән бер табында Бәләбәйҙән, Сибайҙан, Ишембайҙан мөсли-мәләр ултырҙы. Бер юлдағы дин ҡәрҙәштәрең менән бергә булыу − ҙур бәхет, ул күңелде үҫтерә, иманды нығыта. Бөтәбеҙҙе лә бер уй, бер теләк берләштерә, бер юлдабыҙ, Аллаһ ризалығы өсөн «Әс-сәләм» гәзитен алдырабыҙ, уҡыйбыҙ, күпләп таратабыҙ. Беҙ-ҙең шулай бергә йыйылыуыбыҙ ул − Аллаһу Тәғәләнең оло рәх-мәте. Ошо бәрәкәтле мәжлесте ойоштороусыларға, алыҫ юлды яҡын итеп килгән ғалимдарға Аллаһтың ҙур дәрәжәләренә ирешергә яҙһын!

 

Гүзәл Вилданова, Өфө ҡалаһы:

– «Әс-Сәләм» гәзитенең ифтарында кесе хаж – ғөмрәгә сертификат тотторғастары, тәүҙә шаңҡып ҡалһам да, ҡыуанысымдың сиге булманы. Әлхәмдүллиләһ! Кем Изге Мәккә, Мәҙинәлә булыу, Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ зыярат ҡылыу, Ул ﷺ йөрөгән ерҙәрҙән йөрөү, көнөнә биш тапҡыр йөҙҙәребеҙҙе йүнәлткән Ҡәғбәтулланы күреү тураһында хыялланмаһын! Аллаһу Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә сикһеҙ рәхмәтлемен! Гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороу, таратыу эшендә ҡатнашыу, дәғүәт ҡылыу эшенә индергән өлөшөбөҙҙө шулай ҙурлағаны өсөн «Әс-Сәләм» гәзите коллективына ла ҙур рәхмәт!

Киләһе көндәрҙә лә файҙалы ғилемде халыҡ күңеленә алып барып еткереү эшендә Аллаһу Тәғәлә барыбыҙға ла ярҙамын бирһен!

 

Әлфиә Батталова яҙып алды

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...