Рабиғел әүүәл айы

Рабиғел әүүәл айы

Рабиғел әүүәл айы

Барыбыҙ ҙа белә: Рабиғел әүүәл − ул ер йөҙөндә Аллаһтың һуңғы Рәсүле, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең тыуған айы.

 

Әлбиттә, Мөхәммәд ﷺ өммәтенән булыуыбыҙ, уның ер йөҙөнә ни өсөн ебәрелеүен белеүебеҙ, уның сөннәтен тотоуыбыҙ − беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Күптәребеҙ был айҙы байрам һымаҡ ҡаршылай, мәүлит үткәрә, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормошо, уның сифаттары тураһында уҡыуҙар ойоштора. Былар бөтәһе лә яҡшы. Әммә беҙ, балаларыбыҙ ишетһен, белһен өсөн, Пәйғәмбәр ﷺ тураһында көн һайын нимә лә булһа, һөйләргә тейешбеҙ. «»

Изге Ҡөрьәндә Аллаһ Мөхәммәдкә ﷺ әйтә (мәғәнәһе): «Беҙ һиңә тиклем килеп киткән пәйғәмбәрҙәр хаҡында һөйләйбеҙ − йөрәгеңде нығытырға һәм мөьминдәргә өгөт-нәсихәт һәм һабаҡ булһын өсөн» («Һуд» сүрәһе, 120-се аят).

Ысынбарлыҡта, беҙ элекке пәйғәмбәрҙәрҙе, шул иҫәптән, һуңғы Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ, йә булмаһа, әүлиәләрҙе иҫкә алғанда, беҙгә Аллаһтың рәхмәте төшә, әлхәмдүлилләһ, беҙҙең иманыбыҙ нығый.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән айырмалы, бөтә кешелек өсөн ебәрелә.

Уға ауыр булған саҡта, Аллаһу Тәғәлә әйтә: «Беҙ һиңә, йөрәгеңде нығытыр өсөн, элек килеп киткән пәйғәмбәрҙәр хаҡында һөйләйбеҙ». Боронғо пәйғәмбәрҙәр тураһында ҡиссаларҙы ишеткәндән һуң, хатта Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ иманы нығынып киткән! Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ: Аллаһтың иң һөйөклө Рәсүле, пәйғәмбәрҙәрҙең иң яҡшыһы, донъялағы иң күркәм, иң камил холоҡло Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тураһында тыңлау беҙҙең хәлебеҙҙе нисек үҙгәртәсәк! Ул ер йөҙөнә мосолмандарға ғына түгел, монафиҡтар (ике йөҙлөләр) һәм кафырҙар (иманһыҙҙар) өсөн дә рәхмәт өсөн ебәрелә.

Пәйғәмбәребеҙгә бағышлап мәүлит үткәреү, хәҙистәр тыңлау ғына етмәй, беҙ быларҙан һабаҡ алырға һәм үҙебеҙ уларҙың өлгөһөнә эйәрергә тырышырға тейешбеҙ, шул ваҡытта ғына Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ был доньяға килеүен байрам итеүҙән файҙа булыр.

Ҡайһы бер ғалимдар: «Изгелек ҡылыусылар тураһындағы ҡиссалар − Аллаһтың күп һанлы ғәскәрҙәренең береһе», − тиҙәр. Был, тимәк, беҙгә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның нисек йәшәүе тураһында уҡығанда, йә булмаһа, уның артынан эйәргән ябай кешеләр тураһында булған хәлдәрҙе тыңлағанда, үҙебеҙ өсөн, ғәфләттә үткәргән көндәребеҙ өсөн оят булып китә һәм ошо кешеләрҙән үрнәк алырға, холҡобоҙҙо үҙгәртергә, динебеҙгә ҡарата активлыҡ күрһәтергә тырышабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тураһындағы белем дә диндең бер өлөшө, шуға күрә шәһәдәт тә бит ике өлөштән тора: Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ иман килтереү. Һәм беҙ Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткән түбәндәге кешеләр иҫәбендә булмайыҡ: «Әллә улар, үҙ пәйғәмбәрҙәрен танымай, уны инҡар итәме?» («Әл-Мөьмин» сүрәһе, 69-сы аят). Был аятта Мәккә кешеләре тураһында һүҙ бара. Улар Мөхәммәдте ﷺ ышаныслы кеше булараҡ беләләр, ләкин уға пәйғәмбәрлек килгәс, унан йөҙ сөйөрәләр. Беҙгә лә, шундайҙарҙан булмаҫ өсөн, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ динен, уның тормошон, уның сифаттарын өйрәнеү лазым.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ − уның артынан эйәрмәүселәргә Ҡиәмәт көнөндә буласаҡ яза тураһында хәбәр итеүсе. Һәм беҙ үткәргән йыйындар, мәсеттә булһынмы, өйҙә булһынмы − Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тормошо, уның аҡылы, уның дине тураһында һөйләйбеҙ икән − был маҡтаулы ғәмәл.

Ғаләмдәр Раббыһы Ҡөрьәндә әйтә: «Һин улар араһында булғанда, Аллаһ уларға яза бирмәйәсәк һәм ғазапламаясаҡ» («Әл-Әнфәл» сүрәһе, 33-сө аят).

Был аят, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кемдәр араһында булған, шуларға ҡарата әйтелгән. Ә инде, беҙгә, йәғни, Пәйғәмбәрҙе ﷺ күрмәгән һәм бөтөнләй икенсе заманда йәшәгән кешеләргә килгәндә, был аяттың беҙгә ҡарата мәғәнәһе шулдыр: әле Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәте йәшәй һәм тормошобоҙға ингән икән, беҙ, ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә, аҡса эшләп, уны ихтыяжыбыҙға тотонғанда, шатлыҡта һәм ҡайғыла − һәр саҡ, һәр нәмәлә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтен тотабыҙ икән − беҙ Аллаһу Тәғәләнең язаһынан һаҡланған булырбыҙ, ошо беҙҙең ҡотолоу юлы булыр.

Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратырға, ихтирам итергә һәм уның тураһында балаларыбыҙға һөйләргә кәрәк. Мәүлитте Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тыуған көнөндә генә түгел, уны көн һайын, йыл буйы үткәрергә мөмкин.

Изгелек ҡылыусыларҙы иҫкә алғанда, Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте арта. Беҙ кешеләрҙең иң яҡшыһы − Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ иҫкә алабыҙ икән, үткәрелгән һәр мәжлесебеҙ бәрәкәтле булыр. Ә Аллаһу Тәғәлә һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ телгә алынмаған урындарҙа ҡот булмай, күңелдәрҙә бушлыҡ, ҡараңғылыҡ. Шуға күрә һәр мәжлестә Аллаһу Тәғәләне иҫкә алыу, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтеү − изге бурысыбыҙ.

 

Абдулла Магомедов

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...