Зөлхизә айының тәүге ун көнө

Зөлхизә айының тәүге ун көнө

Аллаһу тәғәлә ҡөрьән-кәримдә әйткән (мәғәнәһе): «мин ендәр һәм кешеләрҙе миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яраттым"(«әҙ-ҙәрийәт» сүрәһе, 56-сы аят).

Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, Аллаһ ҡоло ғибәҙәттән айырылғыһыҙ. Әммә Раббыбыҙ, кешеләр ғибәҙәт ҡылыуҙың теге йәки был төрҙәрен айырыуса тырышлыҡ менән үтәп, ҙур сауаптарға ирешһен өсөн, айырым көндәр һәм урындар биргән.

Зөлхизә айының тәүге ун көнө айырыуса ҡиммәтле һанала. Уның бөйөклөгөнә һәм фазиләтенә Изге Ҡөрьән китабы һәм Аллаһ Илсеһенең ﷺ паҡ Сөннәте дәлил.

Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Китабында ошо көндәр менән ант итә (мәғәнәһе): «Таң менән, (Зөлхизә айының) ун төнө менән ант итәм» («Әл-Фәжр» сүрәһе, 1-2-се аяттар).

Ибне Ғәббәс  еткергән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тип әйтте: «Зөлхизә айының беренсе ун көнөндә ҡылынған ғәмәлдәрҙән дә яҡшырағы юҡ». Сәхәбәләр унан: «Йә Аллаһ Илсеһе ﷺ! Улар хатта йыһаттан (Аллаһ ﷻ юлындағы һуғыштан) да яҡшыраҡмы?» − тип һорағас, ул: «Хатта йыһаттан да яҡшыраҡ! Аллаһ ﷻ юлына байлығы менән сығып, унда үлемен тапҡан кешенең ғәмәленән башҡа», − тип яуап биргән (Әл-Бохари).

Ошо айҙың тәүге ун көнө араһында иң яҡшы ике көн бар− ул Зөлхизә айының унынсы көнөнә тура килгән Ид әл-Әдхә (Ҡорбан байрамы) һәм 9-сы көндә билдәләнгән Ғәрәфә. Был көн тураһында Ғәйшә  еткергән хәҙистә бына ни тип әйтелә: «Аллаһ Үҙенең ҡолдарын Тамуҡ утынан иң күбе Ғәрәфә көнөндә ҡотҡарған, унан да күберәк ҡотҡарған бүтән көн юҡ» (Мөслим).

Аллаһ Рәсүле ﷺ әйткән: «Ғәрәфә көнөндә ҡылған доға − иң яҡшыһы» (Әт-Тирмизи). Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан өсөн, Аллаһ үткән йылдағы һәм киләһе йылда ҡыласаҡ гонаһ-хаталарҙы ғәфү итер, тип өмөтләнәм», − тигән (Мөслим).

Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә башҡарылған ғибәҙәт төрҙәре

Ошо осорҙа иң яҡшы ғәмәл булып ғөмрә һәм хаж ҡылыу һанала.

Дан-шөһрәт, кешеләр алдында шәп күренер өсөн түгел, гонаһ-хаталарһыҙ үткән хаж ғына Раббыбыҙ тарафынан ҡабул ителер. Хажиҙың артабан яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәм элек ҡылған гонаһтарын башҡаса ҡабатламауы − ғәмәленең ҡабул ителеү билгеһе.

Был мөбәрәк көндәрҙә ураҙа тоторға кәңәш ителә.

Имам ән-Нәсәи килтергән хәҙис буйынса, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Зөлхизә айының тәүге туғыҙ көнөн ураҙала үткәргән. Шулай уҡ ошо осорҙа иң яҡшы ғәмәлдәрҙең береһе − ысын күңелдән тәүбә итеү, гонаһтарҙан һаҡланыу.

Ҡорбан салырға йыйыныусыға тәүге ун көндә сәс һәм тырнаҡ алыуҙан тыйылып торорға кәрәк. Ошо хаҡта хәҙис тә бар: «Әгәр ҙә һеҙ Зөлхизә айының яңы айын күреп, ҡорбан салырға ниәт итһәгеҙ, мораҙығыҙға ирешкәнгә ҡәҙәр сәс һәм тырнаҡ алыуҙан тыйылып тороғоҙ"(Мөслим).

Мөбәрәк айҙа мәрхәмәтлек күрһәтеүҙең, ихлас ғибәҙәт ҡылыуҙың башҡа төрҙәре: Ҡөрьән уҡыу, нәфел намаҙҙар үтәү, саҙаҡа таратыу, башҡа маҡтаулы ғәмәлдәр ҡылыу, насарҙан тыйылыу, күршеңә илтифат күрһәтеү һәм башҡа матур эштәр.

Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомған арала үтә лә китә. Сауаплы көндәрҙе заяға үткәрмәйсә, матур форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ. Аллаһу Тәғәлә беребеҙҙе лә ошо көндәрҙең бәрәкәтенән мәхрүм итмәй, һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә насип итһен! Әмин!.

Ғәҙел Ибраһимов

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...


Шайтан яҙмалары

Сөһәйел, ҡысҡыр!   Хафиз урамындағы матч, эй, көсөргәнешле булды ла инде бөгөн. Мин малайҙар араһында ыҙғыш тыуҙырҙым! Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тик торғанда! Һа-һа-һа! Барыһы ла уйын уртаһында Сәджәдтең тупты көслө итеп тибеп ебәреүенән башланды. Ул туп Сөһәйелдең битенә килеп бәрелде....