Йомадиәл әүүәл айы

Йомадиәл әүүәл айы

Йомадиәл әүүәл айы

Әлхәмдүлилләһ, ноябрҙә ҡояш байыу менән йомадиәл әүүәл айына аяҡ баҫабыҙ. Һижрә йыл иҫәбе алып барылған ислам календарендәге һәр ай тарихи һәм рухи әһәмиәткә эйә.

 

Аллаһу Тәғәләнең Ҡөрьән китабында (мәғәнәһе): «Ысынлап та Аллаһтың ай һаны Күктәр менән Ерҙе яратҡан көнөндәге китабында – ун ике ай», – тиелә («Тәүбә» сүрәһе, 36-сы аят). Был аят Аллаһу Тәғәлә барлыҡҡа килтергән һәр айҙың мөһимлеген дәлилләй. Йомадиәл әүүәл айында ла күп кенә иҫтәлекле ваҡиғалар булып уҙған.

 

Мута янындағы һуғыш

Был алыш Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәшәгән осорҙағы үткән иң ҡан ҡойғос, ҡаты алыш булып һанала. Ул һуғыш 629 йылдың йомадиәл әүүәл айында Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ Бусра халҡына исламды ҡабул итергә саҡырып яҙған хатын илтеүсе Әл Харис ибне Ғүмәйр әл Әзди үлтерелгәс башлана. Был алышта бик аҙ һанлы мосолман армияһы 200 меңлек рим һәм ғәрәп ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып, еңеүгә ирешә.

 

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Хәҙисәгә өйләнеүе

Был ваҡытта Хәҙисәгә – 40, ә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ 25 йәш булған була. Хәҙисә Аллаһ Илсеһенең ﷺ күркәм сифаттарын күреп, Уның менән ғаилә ҡорорға була. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ уның тәҡдимен ҡабул итә һәм йомадиәл әүүәл айында улар хәйерле никахҡа инә. Хәҙисә ﷺ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҙур мөхәббәтенә ирешә, улар бергә 25 йыл ғүмер итә. Был никахта алты бала донъяға килә. Хәҙисә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тоғро хәләл ефете һәм таянысы була. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙан иң беренсе булып ислам динен ҡабул итә.

 

Ғаилә ағзаларының вафаты

Йомадиәл әүүәл айында Аллаһ Илсеһе ﷺ олатаһы Ғәбделмотталибты юғалта. Үлер алдынан олатаһы һигеҙ йәшлек ейәне Мөхәммәдте тәрбиәләүҙе улы Әбү Талибҡа аманат итә.

Шулай уҡ Йомадиәл әүүәл айында ауыр сирҙән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ яратҡан балаһы Фатима ла әхирәткә күсә. Был ваҡытта уға ни бары 23 йәш була.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тоғро сәхәбәһе Ғүмәр ибне әл-Хаттаб та ошо айҙа донъя ҡуя.

 

Ейәнсәренең донъяға килеүе

Йомадиәл әүүәл айындағы шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе: Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡыҙы Фатима менән кейәүе Ғәлиҙең ғаиләһендә Зәйнәб бинту Ғәли исемле ҡыҙ баланың донъяға килеүе.

Һәр ай – Аллаһтан. Яңы тыуған Йомадиәл әүүәл айын да, камил рәүештә ғибәҙәттәр ҡылып, ислам тарихын өйрәнеп, бәрәкәтле итеп үткәрергә яҙһын!

 

Сәйҙә Хәйәт

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...