Хуш киләһең, Рамаҙан!

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Мосолман тормошонда – ураҙа

Бер ваҡыт, Шәғбан айының һуңғы йома көнөндә һөйләгән вәғәзендә мосолмандарға нәсихәт биреп, Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Эй, кешеләр! Аллаһтың изгелектәр, мәрхәмәт-шәфҡәт һәм ярлыҡауҙар менән тулы булған бер айы яҡынлашып килә. Был айҙы Аллаһ бөтә айҙарҙан да яҡыныраҡ күрә. Аллаһ хозурында уның көндәре – көндәрҙең, сәғәттәре сәғәттәрҙең иң яҡшыһы. Рамаҙан айында һәр һулышығыҙ – Аллаһты данлау, йоҡоғоҙ – Аллаһты ололау, һеҙ эшләгән игелекле һәр ғәмәл ҡабул ителер, доғаларығыҙ яуап табыр”, – тигән.

Ураҙаның төп маҡсаты кешеләрҙең күңелендә – изгелек, тәнендә – сәләмәтлек, йәнендә – рухи камиллыҡ тәрбиәләү, тип аңлата дин. Ураҙа – тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара игелекле булырға әйҙәп кенә тороусы оло ғибәҙәт. “Рамаҙан айы – бик тә мөбәрәк ай – уның тәүге ун көнө – рәхмәт, урталағы ун көнө – мәғрифәт йәки гонаһтарҙың ярлыҡауына, аҙаҡҡы ун көнө Йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәпсе булған көндәр”, – тиелә хәҙиҫтәрҙә.

“Шуның өсөн дә ихласлыҡ һәм пак күңел менән һеҙ ураҙа тотоу өсөн көс, Ҡөрьән уҡып барыу өсөн теләк һәм ҡеүәт һорағыҙ. Был изге айҙа, айҙың күркәм көндәрендә Аллаһтың ярлыҡауын алып ҡалған кеше – бәхетле кеше,” – тиелә дини китаптарҙа.

Фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға хәйерсаҙаҡа өләшегеҙ”, – тип нәсихәт бирә Ҡөрьән. Ҡарттарға ҡарата игелекле, кескәйҙәргә ҡарата миһырбанлы, һөйкөмлө һәм хәстәрлекле булығыҙ! Ҡәрҙәштәрегеҙ менән араларҙы нығытығыҙ, телегеҙҙе гонаһлы һүҙҙәрҙән һаҡлағыҙ, Аллаһ тарафынан, ҡарарға ярамай, тип бойоролған нимәгә күҙ һалып йөрөмәгеҙ, ҡолаҡтарығыҙ ишетмәҫкә тейешле нәмәне тыңлап тормағыҙ. “Ураҙа, намаҙ һәм саҙаҡанан да яҡшыраҡ бер нимә тураһында хәбәр бирәйемме? Ул – халыҡтар араһында татыулыҡты һаҡлап тота белеү. Бер милләт эсендә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ булмаһа, һөҙөмтәһе – һәләкәт”, − тигән Пәйғәмбәребеҙ .

Башҡортса дини календарь, 2013 й.

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....