Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ. һөйөклө әсәһенең үлеме

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ. һөйөклө әсәһенең үлеме

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ. һөйөклө әсәһенең үлеме

Бәрәкәтле бала Мөхәммәд ﷺ яратҡан әсәһе һәм ҡартатаһы Ғәбделмотталиптың хәстәре аҫтында үҫә. Малайға алты йәш тулғанда, Әминә, туғандарын күрергә һәм иренең ҡәберенә зыярат ҡылыр өсөн, Йәсрибҡа (Мәҙинә ҡалаһының боронғо исеме) барырға була.

 

Ул үҙе менән улын һәм Өммәймән исемле хеҙмәтсе ҡатынды ала. Уларҙы Ғәбдел- мотталип оҙатып ҡуя. Йәсрибта булған бер ай эсендә кескәй Мөхәммәд ﷺ быуала йөҙөргә өйрәнә, малайҙар менән күгәрсендәр осороп, уларҙың һарай көмбәҙенә ҡунғандарын күҙәтә. Мәккәгә ҡайтып барғанда, Әбүә үҙәненә еткәс, Әминә ауырып китә һәм, күп тә үтмәй, әхирәткә күсә.

Әминәнең вафатынан һуң, Ғәбделмотталип атайһыҙ һәм әсәйһеҙ ҡалған алты йәшлек ейәнен, үкһеҙ йәтим Мөхәммәдте ﷺ, үҙенә ала. Ул ейәнен бик йәлләй: Мөхәммәд ﷺ уның өсөн үҙенең балаларына ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк була. Ғәбделмотталиптың Ҡәғбә күләгәһендә ултыра торған айырым бер урыны була, ул унда балалары менән бергәләп ултырырға яратҡан. Аталарына ихтирам йөҙөнән улдарының береһе лә уның урынына ултырырға ҡыймаған. Бәләкәй Мөхәммәд ﷺ иһә туп- тура ҡартатаһының түшәгенә менеп ултырған. Бер ваҡыт ағайҙары Мөхәммәдте ﷺ ул урындан ҡыуып төшөргәс, Ғәбделмотталип уларға: «Теймәгеҙ уға, уны бөйөк киләсәк көтә», − ти. Ул, Мөхәммәдте ﷺ эргәһенә ултыртып, башынан һыйпай, арҡаһынан һөйә, ейәне нимә эшләһә лә, ысын күңелдән ҡыуана.

Үлеме яҡынлашыуын һиҙеп, Ғәбделмотталип үҙенең улы Әбүталибҡа: «Улым, мин был ынйы бөртөгөн − Мөхәммәдте ﷺ, һиңә тапшырам. Уға атай- әсәй иркәләүен күрергә тура килмәне. Һин уны ҡара, хәстәрлек күр, һаҡла. Үҙеңде нисек яҡлайһың, уны ла шулай яҡла», − тип нығытып әйтә.

Мөхәммәдкә ﷺ һигеҙ йәш тулғанда, Ғәбтелмотталип үлеп китә. Шул көндән башлап Мөхәммәд ﷺ үҙенең бабаһы (атаһының ағаһы) Әбүталипта йәшәй башлай. Әбүталип ҡустыһының улын бик ныҡ ярата, уны үҙенең улдарынан да өҫтөнөрәк күрә. Мөхәмәдтән ﷺ башҡа өҫтәлгә ултырмай һәм һәр ваҡыт уның янында йоҡлай.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...