Сафланыу айы Рамаҙан

Сафланыу айы Рамаҙан

 

Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр һәм оҙаҡ. Тик бында ла Аллаһтың ҡөҙрәте сикһеҙ.

 

Әҙәм балаһының күңелен таҙартыу, йөрәген сафлау өсөн Раббыбыҙ тарафынан күп ниғмәттәр, изге айҙар бирелгән. Улар бер нисәү, шуларҙың иң олоһо – Рамаҙан айы.

Рамаҙан айының исемен ишетеү менән күңелгә еңеллек һирпелә. Был матур айҙа тәнде лә, йәнде лә таҙартырға мөмкинлек биргән беҙгә Раббыбыҙ. Хәҙер ғалимдар тарафынан ураҙаның организмға ни тиклем файҙалы икәнлеге өйрәнелгән, күп дәлилдәр менән иҫбатланған. Эйе, тәүлектә күпмелер ваҡыт ризыҡланмай тороп, үҙеңде тоторға, нәфсеңде тыйырға өйрәнәһең, шул уҡ ваҡытта организмға ла ял бирәһең. Ә инде ауыҙ асҡанда бер йотом һыу эсеү, һыуҙан да тәмле ризыҡ юҡ икәнен күрһәтә! Көн дә татлы ризыҡтар ашап, беҙ ҡайһы ваҡыт ябай һыуҙың да тәмен онотабыҙ икән. Тап Рамаҙан айында Аллаһ ﷻ беҙгә һыуҙың тәмен иҫкә төшөрә, Уның беҙгә биргән бөткөһөҙ ниғмәттәренә рәхмәт әйтергә, булғанына шөкөр итергә өйрәтә.

Рамаҙан айында күңелде таҙартыу – ул телеңде, уйҙарыңды тыйыу, йүгәнләү. Яман һүҙҙәр, яман уйҙар менән тотҡан ураҙаның тамсы ла файҙаһы булмаясаҡ. Шуға ла телеңде тыйыу, әйтер һүҙеңде самалап, ҡырҡ тапҡыр уйлап әйтергә өйрәнеү айы ул Рамаҙан. Хатта ғәйбәт һөйләгән кешеләр эргәһенән дә китергә кәрәк, сөнки ҡолаҡты ҡарпайтып тороп ҡына ла гонаһҡа батырға, ураҙаны боҙорға мөмкин. Беҙҙең ике ҡолаҡ, бер ауыҙ икәнен онотабыҙ – ике тапҡыр күберәк тыңларға, бер тапҡыр әҙерәк һөйләргә кәрәклекте өйрәтә Раббыбыҙ!

Хәл белешеү, мохтаждарға күберәк ярҙам итеү, фитыр биреү, зәҡәт түләү айы ул Рамаҙан. Бары тик ысын күңелдән, саф йөрәктән биргән хәйер-саҙаҡаға Аллаһтың рәхмәте лә сикһеҙ, бөткөһөҙ. Был айҙа эшләгән изгелектәрҙең сауабы ла етмеш тапҡырға күберәк яҙыла, яманлыҡтар өсөн язаһы ла шул тиклем.

Тик һуңғы ваҡыт мине бер күренеш аптырата: Рамаҙан айы етә башлаһа, телефондан таныштар, хатта бик таныш булмағандар, ғәфү үтенеп хәбәрҙәр ебәрә башлайҙар. Күп осраҡта бер үк һүрәт-хәбәрҙе барыһына ла оҙаталар. Йәнәһе лә, изге ай алдынан мине ғәфү итегеҙ. Әлбиттә, гонаһтарыңды танып, ғәфү үтенеү – изге ғәмәл. Тик гонаһтарыңды танып, Рамаҙан айында ғәфү һорармын тип, һуҙып йөрөү – хаҡ мосолманға килешмәгән ғәмәл. Сөнки Изге айға ваҡыт йыраҡ булып, ғәфү үтенеүҙе айҙар-йылдар буйы һуҙып йөрөү, күңелде өйкәйәсәк, тынғы бирмәйәсәк. Шулай һуҙып йөрөһәң, бөтөнләй ғәфү үтенеп өлгөрмәҫкә лә мөмкин: беҙҙең ваҡыт сикләүле!

Бер Рамаҙан айында ғына ла күпме мөмкинлек бирелә беҙгә күңелде таҙартып ҡалырға. Күңелдәге бер генә тапты йыуып төшөрһәк тә, йөрәктәребеҙ сафланасаҡ, Ин шәә Аллаһ. Ошо айҙа алған бәрәкәтте, тәрбиәне икенсе ураҙаға тиклем алып барып еткерергә Хоҙай һәр кемгә көс, ҡеүәт бирһен! Тик Аллаһ ризалығы өсөн эшләгән изгелектәр, яҡшы теләктәр менән үтһен бәрәкәтле таҙарыныу, сафланыу айы!

 

Айһылыу Сирбаева, Дыуан районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...