Сәфәр айы һәм уның үҙенсәлектәре

Сәфәр айы һәм уның үҙенсәлектәре

Сәфәр айы һәм уның үҙенсәлектәре

«Сәфәр» һүҙе («сад» хәрефе менән яҙыла) «һарғайыу», икенсе мәғәнәлә «бушаныу» тигәнде аңлата. Көҙгө айға тура килгәнгә бирелгән был исем. Ағас япраҡтары һарғайыу менән ғәрәптәр оло сәфәргә сығыр булған. «Сәфәр» һүҙенең әҙәби тәржемәһе шулай уҡ тәбиғәт күренеше менән бәйле һәм һүҙмә-һүҙ «һыҙғырған ел һулышы» тип тәржемә ителә, был иһә көҙ миҙгеленең һауа торошон күрһәтә.

 

Был айҙың башҡа исемдәре лә бар – «сәфәр әл-музаффар», «сәфәр әл-хәйер», йәғни «уңыш», «ҡаҙаныш». Был атамалар, ислам дине нығына башлағас, йәһилиәт дәүерендә таралған ялған хөрәфәттәрҙән ҡотолоу өсөн бирелгән. Борон-борондан кешеләр сәфәр айын тик яманлыҡ – ауырыуҙар, ҡарғыш төшөү, эшендәге уңышһыҙлыҡтар, йәки уларҙың йышайыуы менән бәйләй.

Кешеләр, яҡындарын һәм үҙҙәрен төрлө яуызлыҡтан, бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап ҡалыу ниәтенән, ошо ай дауамында никах туйҙарын үткәреүҙән баш тартҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был айға бәйле күп хөрәфәттәр әле булһа һаҡлана. Шуғалыр ҙа һаман да арабыҙҙа яусы ебәреүҙе, туйҙарын, оло сәфәрҙәрен кисектереүселәр бар, ҡайһы берәүҙәр мөһим сараларын ошо айға ҡәҙәр үткәреп ҡалырға тырыша.

Әйтергә кәрәк, был айҙың өҫтөнлөктәре һәм фазиләттәре ла етерлек. Сәфәр айында намаҙ уҡылһынмы, доға ҡылынһынмы йәки башҡа ғәмәлдәр үтәлһенме – башҡа айҙарҙағы кеүек үҡ барыһын да Аллаһ ҡабул итә.

Иң мөһиме – Раббыбыҙға буйһоноп, изге Ҡөрьәнгә һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең хәҙистәренә таянып йәшәргә! Ғалимдарыбыҙ, бөйөк тәҡүәлеләр беҙгә Аллаһ һүҙен – Китабын, Рәсүлебеҙ ﷺ хәҙистәрен аңлатты. Беҙгә иһә быларҙың барыһын да өйрәнергә һәм уларға нигеҙләнеп йәшәргә ҡала.

Аллаһ Илсеһе ﷺ хаҡиҡәт нуры менән кешеләрҙең йөрәген яҡтыртып, барлыҡ яман ғәмәлдәрҙе, төрлө хөрәфәттәрҙе, шул иҫәптән Сәфәр айы хаҡындағы юҡ-барҙы фашланы. Хаҡлыҡ шунда ки, айырым яман көн дә, ай ҙа, дата ла юҡ, ғәмәлдәребеҙ генә яҡшы йәки насар булыуы мөмкин.

Ғәҙел эш менән үткән ваҡыт яҡшы, Аллаһ Ҡушҡанына буйһонмай гонаһ ҡылыуҙа уҙғарылғаны үтә насар һәм ҡурҡыныс. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә әйтә (мәғәнәһе): « Бер генә ҡайғы ла Аллаһ әмеренән башҡа төшмәҫ» («Тәғабүн» сүрәһе, 11-се аят). Был аят сихырсы-күрәҙәселәргә, яман һынамыштарға һәм шуның һымаҡ башҡа нәмәләргә ышанмаҫ өсөн Аллаһтан дәлил.

Ялған ҡарашҡа динебеҙҙә урын юҡ! Сәфәр айы бер нисек тә бәхеһеҙлек алып килмәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ үҙе фашлаған хөрәфәтте һаман да ҡуймай, иҫкә төшөрөп, шикләнеп тороуҙарыбыҙ төптән дөрөҫ түгел. Шуға ла никахтарҙы кисектерергә, мөһим әйберҙәрҙе ҡалдырып торорға кәрәкмәй.

Аллаһ Рәсүленең ﷺ күркәм хәҙисендә былай тиелә: «Исламда тәшәүемгә (яман һынамыштарға, пессимистик тәфсиргә) урын юҡ, иң яҡшыһы тәфәүел (оптимистик аңлатма)» (әл-Бохари).

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-саләтү үә сәлләмдең икенсе хәҙисендә шулай тиелә (мәғәнәһе): «Сирлеләр, ҡош-ҡорт, ябалаҡ, сәфәр айы менән бәйле хөрәфәткә (яман һынамышҡа) урын юҡ» (әл-Бохари). Тағы ла Аллаһ Рәсүле ﷺ: « Сәфәр айы һымаҡ йәки өкө ҡысҡырғандағы кеүек үк башҡа нәмәлә лә яманлыҡ юҡ», – тигән (Мөслим). Айҙар тураһында һүҙ сыҡһа, Аллаһ Хәбибе ﷺ әйткән: «Бөтәһе лә – Аллаһ ﷻ айҙары, һәр көнө лә – Аллаһтыҡы».

Икенсе хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, сәфәр айында юлға, шул иҫәптән ғөмрә ҡылырға сығырға ярамай, тигән риүәйәтте фашлаған: «Ғөмрәне теләһә ҡайһы ваҡытта ҡылырға мөмкин» (әл-Бохари). Сәфәр айы башында түбәндәге доғаны уҡырға мөмкин: «Аллаһуммә фәрриһнә би-духули-с-сафәри үә-һтим ләнә бил-хайри үә-ззафар» (мәғәнәһе): «Йә Аллаһ, беҙгә сәфәр айына аяҡ баҫыу шатлығын бир һәм уны яҡшылыҡ һәм еңеү менән тамамларға насип ит».

Барығыҙға ла бәрәкәтле сәфәр айы насип әйләһен! Раббыбыҙ яҡшыны ялғандан айырырға өйрәтһен, бының өсөн мөмкинлек бирһен, фәҡәт тура юлынан алып барһын, Исламға ҡаршы тороусы күренештәрҙән һаҡлаһын! Аллаһуммә әмин!

 

Ғәҙел Ибраһимов

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...