Йомадиәл әүүәл айы башланды

Йомадиәл әүүәл айы башланды

Йомадиәл әүүәл айы башланды

Аллаһу Тәғәләнең киң рәхмәте менән 25 ноябрҙә һижри иҫәп менән ислам календарының бишенсе айы булып торған йомадиәл әүүәл айына аяҡ баҫтыҡ.

“Йомадиәл” һүҙе ғәрәп телендәге “туңыу” һүҙе менән тамырҙаш. Был айҙа һыу туңа, ҡыш етә торған булған. Икенсе фараз буйынса, ул шулай уҡ “ҡоро” тигән төшөнсәне аңлатыуы мөмкин, сөнки был миҙгелдә Ғәрәбстанда ямғырҙар яумай, ҡоролоҡ була

Беҙҙең ғәҙәттәге тормошобоҙ григориан календары буйынса ҡоролһа ла, рухи тормошобоҙҙа мосолман календары әһәмиәтлерәк урын биләй. Ул ислам тарихындағы мөһим даталарҙы иҫебеҙгә төшөрөп, беҙҙе Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ йәшәгән осор менән тоташтыра һәм рухи тормошобоҙҙо көйләргә ярҙам итә.

Йомадиәл әүүәл айындағы иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе – Мута эргәһендәге алыш. Ислам тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был алышта мосолман армияһы беренсе тапҡыр Византия армияһы менән бәрелешкә инә.

Мута эргәһендәге алышта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ үҙе лә ҡатнаша һәм ғәскәр башлығы итеп үҙенең сәхәбәһе Зәйед ибне Харисты билдәләй.

Алыш Сүриә илендәге Мута ҡалаһында бара. Мосолмандар ғәскәрендә 12 кеше һәләк була. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ туғандарына һәм күршеләренә яу ҡырында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙырға һәм өс көн дауамында улар өсөн ризыҡ әҙерләргә бойо-ра. Был яуҙа Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ике туған ҡәрҙәше лә һәләк була, уның балалары тураһында хәстәрлек күреүҙе Аллаһ Илсеһе ﷺ үҙ өҫтөнә ала.

Йомадиәл әүүәл айында Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ иң һөйөклө ҡатыны Хәҙисә (Хадиджа) менән хәйерле никахҡа инә. Ышаныслы дуҫ һәм тоғро тормош иптәше Хәҙисә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өсөн иң ҡатмарлы йылдарҙа уға терәк була. Улар икеһе бергә егерме дүрт йыл бәхетле-мөхәббәтле ғүмер кисерә. Был хәйерле никахта алты бала донъяға килә.

Йомадиәл әүүәл айындағы әһәмиәтле ваҡиғалар:

• Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үә сәлләмдең ейәнсәре Зәйнәб бинт Ғәли тыуған.

• Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үә сәлләмдең ейәне Абдул Моталлиб вафат булған.

• Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ иң кесе ҡыҙы Фатима 23 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән.

• Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бүләһе Ғәли ибне Хөсәйен тыуған.

• Дөйәләр өҫтөндә һуғыш

Йомадиәл әүүәл айында – 30 көн. Айҙың һуңғы көнө 24 декабргә тура килә. Ай уртаһы – 8, 9, 10 декабрь көндәре.

(Интернет селтәрҙәренән)

Зөлфиә Ханнанова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...