Аҙналағы көндәрҙең үҙенсәлектәре тураһында
Шәмбе
Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙән ﷺ шәмбе көнө хаҡында һорашҡас, ул былай тигән: «Шәмбе – алдаҡ һәм иманға хыянат көнө». Был көндө ҡорайыштар, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ фетнә ҡылып, кәңәшкә йыйылғандар.
Шәмбе һәм йәкшәмбе һәм шишәмбе әйбер бесергә кәңәш ителмәй.
Йәкшәмбе
Аллаһ Илсеһенән ﷺ йәкшәмбе хаҡында һорағандар. Ул ﷺ: «Йәкшәмбе ағас ултырта һәм өй һала торған көн», – тип яуаплай. Йәкшәмбе Ғаләмдәр хужаһы донъяны барлыҡҡа килтерә башлай. Ҡайһы бер фараздар буйынса, был көндө Ожмах бар ҡылынған һәм унда тәүге ағастар ултыртылған.
Дүшәмбе
Рәсүлебеҙҙән ﷺ дүшәмбе хаҡын-да һорағандар, һәм Ул ﷺ: «Был сәйәхәттәр һәм сауҙа көнө», – тигән. Шөғәйеп пәйғәмбәр дүшәмбелә юлға сыҡҡан һәм был көндәге сауҙа эшенән уңышлы килем алған.
Шишәмбе
Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ шишәмбе тураһында һорағандар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Был ҡан һәм ҡан ҡойош көнө», – тип яуаплаған. Был көндө Әсәбеҙ Һауаның ﷺ тәүге тапҡыр күреме килә башлай. Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улы Ҡабил үҙенең бер туғаны Һабилды үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә, һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйыла. Шишәмбелә Фирғәүен, Муса пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны ﷺ язалап үлтерә.
Аллаһ Илсеһе был көндө ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. «Был көндә айырым бер ваҡыт арауығы бар, һәм әгәр ҡан сығарыу шул ваҡытҡа тура килһә, ҡандың туҡтамай ағыуы мөмкин. Ул туҡтаған хәлдә лә кешенең үлеп китеүе бар», – игән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
Шишәмбе көнө Аллаһу Тәғәлә Иблесте Ожмахтан ҡыуып сығарып, ергә төшөргән. Был көндө Ул ﷻ Тамуҡты барлыҡҡа килтергән. Аллаһ беҙҙе Тамуҡтан Үҙе һаҡлаһын!
Шишәмбелә Аллаһ Ғазраил фәрештәгә Әҙәм балаларының йәнен алыуҙы йөкмәткән. Был көндө Әйүп пәйғәмбәр бәләгә тарыған.Икенсе фараздар буйынса был хәл шаршамбы көндө лә булыуы мөмкин.
(Дауамы бар)