Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән булырға тейеш. Әгәр ҙә был донъянан әхирәткә гонаһтарҙан ярлыҡанып, таҙа булып, Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһына кәлимәи-тәүхид менән барһаҡ, был ҙур бәхет буласаҡ, ин шәә Аллаһ.

 

Йома көнөнә килеүҙең бер сәбәбе лә – ул әхирәткә әҙерләнеү һәм дә мәңгелек тормошҡа күп итеп әжерҙәр алып барыу. Шуға ла, ғалимдарыбыҙ әйтеүенсә, кесе йома кисенән әҙерлек башлана. Йома көнө өлгөрмәҫтәй булһаҡ, алдараҡ – кесаҙна, ҡояш байығас, йыуынырға, ғөсөл ҡойонорға була. Йома көндө, ваҡытығыҙ булһа, гөсөл-тәһәрәтте иртәнге намаҙҙан һуң алып, матур кейемеңде кейеп һәм дә йөҙөңдө тәртипкә килтереп, байрам намаҙына барырға тейешле булаһың.

Йома намаҙы һәр мосолманға фарыз. Ә бына йома алдынан әҙерләнеү, ғалимдар әйтеүенсә, мөстәхәб ғәмәл, ҡайһылары вәжиб тип тә әйтәләр. Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтенә ирешәм, тип ниәтләгән кеше ошондай нескәлектәрҙе лә үтәргә тырыша. Сөнки йома көнөндә мәсеттең ишеге төбөндә мөьминдәрҙе фәрештәләр көтөп торалар, ти. Иң беренсе барған кешегә – дөйәне ҡорбанға килтергән кеүек әжер-сауап була, тигән. Икенсеһе – һыйыр, өсөнсөһө – һарыҡ, дүртенсеһе – тауыҡ, бишенсеһе – тауыҡ йомортҡаһы килтергән кеүек әжер-сауап алыр, тигән. Шуға ла ныҡ көслө иманлы кешеләр йәшәгән элекке заманда иртәнге намаҙҙан уҡ мәсеттә байрам намаҙын көтөп ҡалғандар.

Аллаһу Тәғәлә, йомаға килгән һәр кешенең аҙымына ҡарап, әжерен бирермен, тигән. Шуға боронғораҡ заманда йомаға килгән мосолман ирҙәре, тура юлдан килмәй, урабыраҡ барғандар. Тәһлил, тәкбирҙәр әйтеп, юлда осраған кешегә саҙаҡа биреп, яҡшы һүҙҙәр ҡушып, Аллаһтың рәхмәтенә ирешәйем, тип, шундай изге ниәт менән барыр булғандар. Был – яҡшылыҡ таратыу.

Тағы ла йома көнөндә беҙ үҙебеҙгә ғәҙәт итергә тейешбеҙ: изге ғәмәл эшләргә уйлаһаҡ, йә берәйһенә бүләк әҙерләйбеҙ икән – шуларҙы йомаға тура килтерәйек. Изге ғәмәлдәребеҙҙе йомаға ҡалдырһаҡ, яҡшыраҡ. Шуға ла йома көнө, бәләкәй генә булһа ла, бүләк менән ғаиләбеҙҙе шатландырырға тырышайыҡ, ул саҡта уларға ниндәй изге көн икәнен күрһәтәбеҙ.

Ир затына йома намаҙына йөрөү фарыз, һәм кем дә кем йома көнөн сәбәпһеҙ ҡалдыра – Аллаһу Тәғәлә уның менән риза булмаҫ, ул кешенең йөрәгенә мөһөр һуғылыр, ти. Был шаярыу түгел, быны кемдер уйлап сығармаған. Изге Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр быны дәлилләй. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, мосафирҙар, сирлеләргә йә тәбиғәт менән бәйле берәй хәлгә (ҡойоп ямғыр яуғанда, дауыл сыҡҡанда, һыу ташҡанда һ.б.) тарығандарға йома намаҙы фарыз түгел.

Йомаға аҙан ишетелеп, шунан һуң да берәй кеше эш менән булышһа, уның ҙур гонаһҡа дусар булыуы ихтимал. Шуның өсөн изге көндө, аҙан яңғырау менән, Аллаһҡа ышанған бөтә кеше, эшен туҡтатып, мәсеткә йүгерергә тейеш. Килә алмаған осраҡта шул ваҡытты йә зекер, йә Ҡөрьән уҡып, йә икенсе дини ғәмәл менән үткәрергә тейешле була.

 

Хәбир Фаҡиев,

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге «»Мәҙинә» мәсетенең имам-мөғәллиме

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...